Эстәлеккә күсергә

Юлашев Игорь Сәхи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Игорь Сәхи улы Юлашев
Тыуған көнө

13 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Силәбе, Силәбе өлкәһе, СССР

Вафат көнө

8 февраль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (73 йәш)

Вафат урыны

Туймазы, Рәсәй

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

урман хужалығы

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Награда һәм премиялары

«Почёт Билдәһе» ордены

Тышҡы һүрәттәр
Игорь Юлашев

Юлашев Игорь Сәхи улы (13 август 1938 йыл8 февраль 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, ғалим һәм депутат. Башҡортостандың атҡаҙанған урман белгесе (1993). РСФСР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Игорь Сәхи улы Юлашев 1938 йылдың 13 авгусында Силәбе ҡалаһында тыуа.

1960 йылда, Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын тамамлағас, 2006 йылға тиклем Туймазы тәжрибә урман хужалығында эшләй: Бишенде урмансылығының урмансы ярҙамсыһы, 1963 йылдан — алып инженер, 1967 йылдан директор вазифаһын биләй.

1981 йылда «Почёт Билдәһе» орденының кавалера була. 1991 йылда РСФСР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә. 1993 йылда Б«ашҡортостандың атҡаҙанған урман белгесе» исеменә лайыҡ була.

2001—2006 йылдарҙа Башҡортостан урмандарының көнбайыш зонаһында район‑ара инженер‑ағастар буйынса белгес булып эшләй. Республиканың урман хужалығының үҫешенә, урманды тергеҙеүгә, урман‑мелиорация ағастарын булдырыуға ҙур өлөшөн индерә.

Юлашев ҡарамағы аҫтында ағас орлоҡтарын етештереү плантацияһы (майҙаны 100 гектарға тигеҙ), һуғарыулы төп питомник (майҙаны — 40 гектар) ойошторола, урман‑мелиорация һәм хужалыҡ маҡсатында йырын‑һыҙа ерҙәрен һәм бәләкәй йылғаларҙың текә ярҙарын үҙләштереү өсөн технологиялар һәм машиналар комплексы эшләнгән һәм ҡулланыуға индерелгән, ылыҫлы урмандарҙың тоҡом составы яҡшыртылған. Юлашев 1 уйлап табыуҙың авторы була.

Оҙаҡ йылдар буйы Игорь Юлашев Туймазы районы кәңәшмәһенең депутаты була. 2010 йылда «Туймазы районының почётлы гражданины» исеме менән бүләкләнә.

2012 йылдың 8 февралендә Туймазыла вафат була. Шул уҡ йылдың октябрендә Үрге Троицк ауылында йәмәғәт үҙәгенең бинаһында Игорь Юлашевҡа арналған мемориаль таҡта асыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981)
  • СССР ВДНХ миҙалы
  • РСФСР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1991)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған урман белгесе (1993)
  • Туймазы районының почётлы гражданы (2012)
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының почёт грамотаһы