Яйыҡбай Үтәбаев
Яйыҡбай Үтәбаев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Асҡар ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1811—? |
Хәрби звание |
зауряд-есаул |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Яйыҡбай Үтәбаев (1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яйыҡбай Үтәбай улы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Асҡар ауылында йәшәгән[1].
1808 йылдың 10 майынан казак булып хеҙмәт итә башлай.
1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның составында Яйыҡбай Үтәбаев хеҙмәт итә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].
1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә — Гродно, 2 августта — Смоленск (Красный), 3-5 сентябрендә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә алышҡа инә[4].
1-се Башҡорт атлы полкы составында 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа, 1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].
1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[5].
1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].
1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[4].
1814 йылдың 17 декабрендә зауряд-есаул званиеһын ала. 1809, 1810, 1817, 1820, 1829 һәм 1837 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Кинйәсолтан; ҡыҙҙары — Зәйнәпъямал һәм Сәрүиямал[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 106. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфатуллин С. Г., 2000, с. 116
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1790 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Ҡыуандыҡ районында тыуғандар
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 1812 йылғы Смоленск алышында ҡатнашыусылар
- Малоярославец янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар