Эстәлеккә күсергә

Яксаргин Василий Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яксаргин Василий Владимирович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 13 (26) апрель 1915
Тыуған урыны Киржеманы[d], Ардатовский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Краснодар, Рәсәй
Ерләнгән урыны Краснодар
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Эш урыны Кубань дәүләт аграр университеты[d]
Уҡыу йорто Ленинградская высшая офицерская бронетанковая школа[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө танк ғәскәрҙәре[d] һәм танковые войска СССР[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Александр Невский ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Киевты обороналаған өсөн" миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы Жуков миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ватан һуғышы ордены крест Заслуги золотой крест Заслуги

Яксаргин Василий Владимирович (26 апрель 1915 йыл12 ноябрь 2009 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-майор. Юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Василий Владимирович Яксаргин 1915 йылдың 26 апрелендә Мордва Республикаһы Атяшев районының Киржеман ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Эрзән[1]. 7 синыфты тамамлай. 1935 йылда Саранск тепломеханик техникумын тамамлай. Могилев өлкәһендә Хотимск районының Забелышенский спиртзаводында теплотехник булып эшләй.

1936 йылдың 10 октябренән Ҡыҙыл Армияла. 1939 йылда Киев танкотехник училищеһын тамамлай. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. 1-се Украина фронтының 3-се гвардия танк армияһында Ҡыҙыл Байраҡлы Ленин орденлы, Суворов һәм Богдан Хмельницкий орденлы 91-се Фастов танк бригадаһы 9-сы механизацияланған корпустың танк батальонында танк ротаһы командиры ярҙамсыһы, рота командиры урынбаҫары, рота командиры һәм танк батальоны командиры урынбаҫары, командиры була. Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Дон, Брянск, Воронеж, 1-се Украина фронтында һуғыша. Һуғышта бер тапҡыр яралана.

Ҡатнаша:

  • 1941 йыл — Минск, Орша, Вязьма ҡалалары өсөн һуғышта, Смоленск өлкәһе территорияһында ҡамауҙа була;
  • 1942—1943 йылдар — Волоконовка станцияһы районында һуғышта, Сталинградтан төньяҡтараҡ Донда алыштарҙа, ҡамауҙа һәм Сталинград гитлерсылар төркөмөн юҡ итеүҙә ҡатнаша;
  • 1943 йыл — Становой Колодезь ҡасабаһы янындағы Курс-Орлов дуғаһында, Днепрҙы аша сығыуҙа, Киев өсөн һуғыштарҙа, Брусилов ҡалаһы янында дошмандың һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша;
  • 1944 йыл — Житомир-Бердичев, Проскуров-Черновицк һәм Львов-Сандомир операцияларында, шул иҫәптән Проскуров (Хмельницкий), Тернополь, Перемышль ҡалаларын азат итеүҙә, Сан һәм Висла йылғаларын аша кисеүҙә, Сандомир плацдармындағы һуғышта ҡатнаша;
  • 1945 йыл — Висла-Одер операцияларында, шул иҫәптән Шидлув, Радомско, Глейвиц (Гливице) ҡалаларын азат итеүҙә, Оппельн (Ополе) ҡалаһы районында Одерҙағы плацдармды яулап алыуҙа, Берлин операцияһында, шул иҫәптән Нейсе, Шпрее йылғаларын аша сығыуҙа, Берлин урамдары һуғышында, Праганы азат итеүҙә ҡатнаша.

Танк батальоны командиры капитан Яксаргин Берлин һуғышында батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 27 апрелендә уның батальоны, танкыға ҡаршы кәртәләрҙе үтеп, бер нисә кварталды һәм Шёнеберг тимер юл станцияһын дошмандарҙан таҙарта. Шул уҡ ваҡытта 29 орудие һәм минометтар, 2 танк баҫып алына һәм юҡ ителә, 1000-дән ашыу дошман һалдаты һәм офицеры әсирлеккә алына.

1945 йылдың 27 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән фронтта немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Яксаргин Василий Владимировичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6585) тапшырыла һәм «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда Ленинград офицерҙар юғары бронетанк мәктәбен, 1953 йылда Юғары хәрби педагогия институтын тамалай. 1960 йылдан 1966 йылға тиклем Уссурийск Юғары хәрби автомобиль команда училищеһы начальнигы була. 1966 йылда Краснодар ауыл хужалығы институтының хәрби кафедраһы начальнигы булып эшләй.

1974 йылдан генерал-майор В. В. Яксаргин — запаста. Краснодар ҡалаһында йәшәй. Шул уҡ институттың хәрби кафедраһында өлкән уҡытыусы була. (хәҙерге Кубань дәүләт аграр университеты). Профессор. 2009 йылдың 12 ноябрендә вафат була. Краснодар Славян зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Советтар Союзы Геройы (1945)
  • Ленин ордены (27.06.1945), ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.08.1944; 30.12.1956), Александр Невский ордены (№ 26457, 26.03.1945), 1-се дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (11.03.1985), өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (03.02.1943; 25.11.1943; 19.11.1951), Польша «Алтын тәре» ордены (25.01.1946), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (05.11.1946), «Сталинградты обороналаған өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Праганы азат иткән өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «СА һәм ВМФ ХХХ йыл» миҙалдары, юбилей миҙалдары, шул иҫәптән «Кубань үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Тышҡы һүрәттәр
Надгробный памятник
Мемориальная доска в Краснодаре
  • Краснодар ҡала Думаһының 2006 йылдың 21 сентябрендәге № 8. п. 14 ҡарары менән йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙәге педагогик эшмәкәрлек һөҙөмтәлере буйынса һәм ҙур йәмәғәт эштәре өсөн Яксаргин Василий Владимировичҡа «Краснодар ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә (диплом № 59).
  • Краснодар ҡалаһында В. В. Яксаргин йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.