Эстәлеккә күсергә

Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ямалиев Сәләх Ямалетдин улы битенән йүнәлтелде)
Ямалиев Сәлих
Исеме

Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы

Тыуған көнө

8 апрель 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [1]Исмәғил ауылы

Вафат булған көнө

1 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (49 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы (8 апрель 1889 йыл — 1 июль 1938 йыл) — педагог, мәғариф эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1923—1930 йылдарҙа Бәләбәй педагогия техникумы директоры, 1936—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Сәләх (Башҡорт энциклопедияһы буйынса Сәлих) Ямалетдин улы Ямалиев 1889 йылдың 8 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2]Исмәғил ауылында дин әһеле ғаиләһендә тыуған.

Атаһында һәм ауыл мәҙрәсәһендә уҡырға-яҙырға өйрәнгәс, 1903 йылда Сәлихте Бәләбәй мосолман мәҙрәсәһенә уҡырға бирәләр. Унда 1911 йылға хәтлем уҡый, бер үк ваҡытта түбән һәм урта синыфтарҙа мөғәллим булып эшләй.

1915—1917 йылдарҙа С. Я. Ямалиев батша армияһында хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Уҡытыусы булыу сәбәпле, ул хәрби хеҙмәттән ҡайтарып ебәрелә, 1917/18 уҡыу йылында Бәләбәйҙә балалар уҡыта, 1918—1922 йылдарҙа Бәләбәй уҡытыусылар семинарияһында һәм уның ҡарамағындағы педагогик курстарҙа эшләй. 1922 йылда һәләтле педагог Бәләбәй педагогия техникумының идара бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Тәүге осорҙа техникумда уҡытыу-тәрбиә эшенә етәкселек итеү, һәләтле уҡытыусыларҙы ылыҡтырыу, уларҙың белемен күтәреү курстары ойоштороу, семинарҙар үткәреү туранан-тура С. Я. Ямалиевтың эшмәкәрлеге менән бәйле. 1923 йылда ул педагогия техникумы директоры итеп тәғәйенләнә һәм бында 1930 йылға тиклем эшләй.

1928/29 уҡыу йылында С. Я. Ямалиев квалификация күтәреү маҡсатында Ҡазанда командировкала була, туған тел, әҙәбиәт һәм методика буйынса махсус белем ала.

1930 йылда Сәләх Ямалетдин улы Ямалиев Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариатына эшкә саҡырыла. Ул кадрҙар бүлеге, башланғыс һәм урта мәктәптәр идаралығы башлығы, мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары кеүек яуаплы вазифалар башҡара. Уның етәкселегендә башҡорт һәм рус мәктәптәренең төрлө типтары өсөн уҡытыу пландары, дәреслектәр төҙөлә.

Мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары педагогик кадрҙар әҙерләү, мәктәп уҡытыусыларының методик оҫталығын күтәреү буйынса эшлекле саралар күрә. Башҡорт дәүләт педагогия институты, педагогия техникумдары менән бәйләнеш тотоу ошо мөһим бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелә.

С. Я. Ямалиев алдынғы мәктәптәр һәм уҡытыусыларҙың тәжри-бәһен өйрәнеүгә, уны таратыуға ҙур иғтибар бирә. Уның был темаларға бағышланған һәм матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре алдынғы педагогик тәжрибәне дөйөмләштерергә ярҙам итә, мәғариф эштәрен яңы баҫҡысҡа күтәрергә мөмкинлек бирә.

Сәләх Ямалетдин улы Ямалиев башланғыс һәм урта мәктәптәрҙә, педагогия техникумында уҡытыу, Мәғариф Халыҡ Комиссариатында төрлө вазифаларҙа оҙаҡ йылдар эшләү осоронда туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыу мәсьәләләре буйынса күҙәтеүҙәр алып бара, уҡытыу методтары һәм алымдары тураһында системалы дөйөмләштереүҙәр яһай. Был тәжрибә уға республика мәғарифына уңышлы етәкселек итергә, мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртырға һәм уҡытыусыларға педагогик ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтергә булышлыҡ итә.

Мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары С. Я. Ямалиев республиканың мәҙәниәт тормошо мәсьәләләре менән дә тәрән ҡыҙыҡһына, айырыуса Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша, әҙәби әҫәрҙәргә рецензиялар яҙа.

  • Яйыҡбаев К. Я.. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.