Яппаров Карам Хәлиулла улы
Яппаров Карам Хәлиулла улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1924 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Q43425725?, Елдәр |
Вафат булған көнө | май 2016 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Свердловск өлкәһе, Качканар |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Карам Хәлиулла улы Яппаров (24 декабрь 1924 йыл — 4 июнь 2016 йыл) — Свердловск өлкәһе Качканар ҡалаһындағы тау-байыҡтырыу комбинаты агломератчигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971 йыл). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби наградалар менән бүләкләнә.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карам Хәлиулла улы Яппаров 1924 йылда Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы) Елдәр ауылында тыуа.
Тулы булмаған урта белемгә эйә.
1942 йылдың декабрендә, Карамға 17 йәш тулғас, хәрби комиссариатҡа килә һәм фронтҡа алыуҙарын һорай. Расчет командиры була. Батырлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә.
Качканар ҡалаһына Карам Хәлиулла улы партияның Ҡуҫа ҡала комитеты йүнәлтмәһе буйынса 1964 йылда килә.
Комбинаты эшселәренең хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү өсөн күп эшләй[1].
СССР Юғары Советы президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы указы менән Карам Хәлиулла улы Яппаровҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң Качканар ҡалаһында йәшәй. 2016 йылдың 4 июнендә вафат була[2]. Качканар ҡала округының Валериановск ҡасабаһы зыяратында ерләнә.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977);
- Ленин ордены
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- ««Почёт Билдәһе» ордены
- ««Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ герои. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 31 март 2013 тикшерелгән.
- ↑ Яппаров Карам Халиуллович // Герои страны
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яппаров Карам Хәлиулла улы. «Герои страны» сайты.
- Биография
- http://www.ikar-kch.ru/?p=1506 фото и интервью
- 24 декабрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Башҡортостанда тыуғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Свердловск өлкәһендә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 4 июндә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр