Эстәлеккә күсергә

Яҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 сентябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө журналист
Эш урыны Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Яҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улы (рус. Якшидавлетов Яркей Анварович; 11 ғинуар 1943 йыл8 сентябрь 2005 йыл) — журналист, «Совет Башҡортостаны» гәзите (1978), Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы (1989) хеҙмәткәре, СССР Журналистар союзы ағзаһы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1991).

Йәркәй Әнүәр улы Яҡшыдәүләтоа 1943 йылдың 11 ғинуарарында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Баймаҡ һәм Ҡыйғы районыдары мәктәптәрендә эшләй. 1972—1978 йылдарҙа (өҙөклөк менән) һәм 1987 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитенең бүлек мөдире, 1978 йылдың сентябренән — «Совет Башҡортостаны» гәзизете хеҙмәткәре. 1989 йылдан «Башҡортостан» ДТРК-нда эшләй: 1992 йылдан — өлкән мөхәррир, 1999 йылдан — «Тамаша» ижад берекмәһе етәксеһе; 2002—2003 йылдарҙа — «Башҡортостан» ТРК ДУП-нда. Башҡорт ТВ-нда милли юмористик жанрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡорт дәүләт филармонияһының «Кәтүк һәм Мәҙәк» проекты авторы. 1991—2005 йылдарҙа «Йома» дини-мәғрифәт программаһының, 1989—1994 йылдарҙа ислам мәсьәләләренә арналған «Замана» публицистик тележурналының авторы һәм алып барыусыһы. Сит илдәрҙәге милләттәштәребеҙҙең тормошо хаҡында репортаждар тәҡдим итә. Беренселәрҙән булып башҡорт телендәге мосолман календарҙарын төҙөй[1].

Ҡатыны - Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы, яҙыусы.

Ҡыҙы- билдәле йәмғәтсе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова.

Улы- Айсыуаҡ Яҡшыдәүләтов, бортпроводник (1971-2002).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989);
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1991).