Эстәлеккә күсергә

Яңы йыл шыршыларын утилләштереү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Томскиҙа ҡулланылған шыршылар

Яңы йыл шыршыларын утилләштереү — Рәсәйҙә тәбиғи йәки яһалма Яңы йыл ағастарын эшкәртеү системаһы.

Рослесинфорг хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә 2023 йылда Яңы 2024 йыл байрамына һатыу өсөн 60 мең самаһы шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы әҙерләнә. Яңы йыл байрамдары тамамланғас, күп шыршылар ғәҙәттә сығарып ташлана.

Яңы йыл шыршылары — миҙгелле сүп-сар, улар йорттарҙың контейнер майҙансыҡтарында ғинуар башынан барлыҡҡа килә башлай. Ҡалдыҡтарҙың федераль классификация каталогы (ФККО) буйынса шыршылар (тәбиғи лә, яһалмаһы ла) киҫәкле һәм ҙур габаритлы, 5 класлы хәүеф тыуҙырған коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарай (код 7 31 110 02 5). Шыршы контейнер майҙансыҡтарында һыу һәм кислород етешмәгәнлектән, тәбиғәттәге кеүек тейешенсә тарҡала алмай, был иһә экосистемаға кире йоғонто яһай. Шыршыларҙы дөрөҫ утилләштермәү тупраҡтың һәм һыуҙың бысраныуына, шулай уҡ метан ташландыҡтарына килтереүе ихтимал.

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте шуны күҙҙә тота;

« Сүп-сарҙы утилләштереү — ҡалдыҡтарҙы тауарҙар (продукция) етештереүҙә ҡулланыу, эштәр башҡарыу, хеҙмәттәр күрһәтеүҙә файҙаланыу, шул иҫәптән тура тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыу (рециклинг), тейешле әҙерлектән һуң етештереү циклына ҡайтарыу (регенерация), ҡабаттан ҡулланыу өсөн файҙалы компоненттар сығарыу (рекуперация), шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы яңыртылған энергия сығанағы сифатында ҡулланыу[1]. »

Тирә-яҡҡа йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы йыл ағастары муниципаль ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына (ТКО), йәғни кешеләр ҡулланыу процесында барлыҡҡа килгән, йә ҡулланыу мөлкәтен юғалтҡан тауарҙарға ҡарай.

Сүп-сар өйөмөнә күпләп ташланған Яңы йыл ағастары тирә-яҡтың күркәмлеген юғалта, экологияға хәүеф тыуҙыра. Тәбиғи продукт булһа ла, ғалимдар иҫәпләүенсә, бер ағас кәмендә 30 йыл серей, ҡабыҡтың бөтөнләй тарҡалыуы шул тиклем ваҡытты ала. Шыршы башҡа сүп-сар менән ҡатнаш полигонға эләкһә, ул тағы ла әкренерәк тарҡала һәм янғын сығанағына әйләнеү ихтималлығы арта[2].

Рәсәйҙә яңы йыл шыршыларын утилләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә яңы йыл шыршыларын утилләштереү системаһы йылдан-йыл үҫешә бара. Махсус ҡабул итеү пункттары һаны арта, ҡайһы бер төбәктәрҙә шыршыларҙы төрлө материалдар етештереү өсөн файҙаланыу үҙләштерелә. Яңы технологияларҙы ҡулланыу ҙур роль уйнай. Яңы йыл шыршыларын утилләштереү системаһын үҫтереү өсөн дәүләт һәм урындағы власть органдары яғынан — закондар сығарыу базаһы, финанслау һәм социаль импульстар (мәҫәлән, утилләштереү өсөн шыршы биргән өсөн ташламалар йәки бонустар) рәүешендә ярҙам ойоштороу кәрәклеге талап ителә. Яңы йыл шыршыларын утилләштереү темаһына арналған йыл һайын фестивалдәр, экологик акциялар йәки башҡа ҙур саралар уҙғарыу ҡарала[3].

Сит илдәрҙә шыршыларҙы утилләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит илдә шыршыларҙы утилләштереү киң таралған һәм яҡшыраҡ ойошторолған. Тирә-яҡ мөхитте бысратмаҫ өсөн, Европа һәм Америка граждандары улар өсөн бик күп ҡулланыу алымдары таба. Американың күп кенә ҡалаларында шыршыны байрамдарҙан һуң эшкәртеү үҙәгенә тапшырырға мөмкин. Ылыҫлы ағастарҙан Америкала бесәй бәҙрәфенә тултырғыс (наполнитель) һәм ҡағыҙ эшләнә. Швецияла ҡаҙанлыҡтарҙа шыршылар яндырыла, шуның арҡаһында ил халҡының 10 проценттан ашыуы йорттарын йылыта. Скандинавия илдәрендә шыршыларҙы мебель фабрикаларына ташыйҙар һәм уларҙан мебель эшләйҙәр. Австрияла яңы йыл ағастарынан — яғыулыҡ брикеттары, ә Германияла май өсөн ағас бысаҡтар етештерелә. Бынан тыш, ҡайһы бер илдәрҙә шыршылар ҡала парктары өсөн компостҡа китё һәм хатта киҙеүгә ҡаршы дарыуҙар етештереүҙә лә ҡулланыла[4].

Шыршыларҙы утилләштереү алымдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шыршыларҙы түшәү (мульча) өсөн ваҡларға мөмкин, ул тупраҡты яҡшыртыу өсөн файҙаланыла. Мульча дымды һаҡлап ҡалыуға, ҡый үләндәренең үҫеүенә юл ҡуймауға һәм тупраҡты органик матдә менән байытыуға булышлыҡ итә[5].

Шыршыларҙы компостлау (органик ашлама) булдырыуҙа ҡулланырға мөмкин. Был ысул ҡалдыҡтар һанын кәметергә һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе тупраҡҡа кире ҡайтарырға ярҙам итә[5].

Йәшелләндереү өсөн файҙаланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырым осраҡтарҙа шыршыларҙы урман участкаларында елдән йәки ҡоймаларҙан кәртәләр яһау өсөн файҙаланырға мөмкин. Улар хайуандар өсөн приют булып тора һәм урман ресурстарын яңыртыуға булышлыҡ итә[5].

Шыршыларҙы һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән ҡаршылыҡтар булдырыу өсөн файҙаланалар. Был ярҙарҙы эрозиянан һаҡларға, һыу флораһы һәм фауна үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә. Йылға, күлдәрҙә ҡышлаусы балыҡтар өсөн йәшенеү урыны булдырыу маҡсатында, шыршы ботаҡтарын һыуға ташларға мөмкин[5].

  1. Федеральный закон от 24.06.1998 г. № 89-ФЗ Об отходах производства и потребления, Администрация Президента России. 13 декабрь 2024 тикшерелгән.
  2. Ekaterina Shorohova a b, Ekaterina Kapitsa b a, Igor Kazartsev d b a, Ivan Romashkin a, Aleksei Polevoi a, Helena Kushnevskaya. Tree species traits are the predominant control on the decomposition rate of tree log bark in a mesic old-growth boreal forest, https://www.sciencedirect.com/science/article/abs/pii/S0378112716303322, стр. For Ecology and Management Volume 377, 1 October 2016, Pages 36-45. 13 декабрь 2024 тикшерелгән.
  3. Өфөлә Яңы йыл щыршыларын утилләштереү буйынса «Шыршылар — юнысҡыға» экологик акцияһы башланды (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
  4. Шыршыларҙы нисек утилләштерәсәктәр — байрамдарҙан һуң икенсе ғүмер (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Девять способов утилизации новогодней ёлки, Экология России (14 ғинуар 2023). 13 декабрь 2024 тикшерелгән.