Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө | |
---|---|
Ромашка (аҡ сәскә) — көндөң символы | |
Раҫланған | 2008 йылда |
Башланған ваҡыты | Рәсәйҙә |
Көнө | 8 июль |
Байрам итеү | туйҙар, фестиваль, концерттар үтә, |
Арналған | Пётр һәм Феврония көнө |
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө — Рәсәйҙә 8 июлдә православие изгеләре кенәз Пётр һәм уның ҡатыны Феврония иҫтәлегенә арналып билдәләнеүсе байрам.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылда Муромда, совет секуляризацияһы йәки динде сикләүҙәренән һуң, православие изгеләре Пётр һәм Февронияны хөрмәтләү тергеҙелә. 2000 йылдар башында Муром ҡалаһы мэры Валентин Качевандың ҡарары менән оралы Пётр һәм Феврония көнөнә тәүге тапҡыр ҡала көнө байрамы тап килтерелә. Донъяуи байрамды күсереүҙе ҡала башлығы ҡаланың тарихи йөҙөн һаҡлау теләге тип дәлилләй: тантаналы сараға муром сиркәүҙәрендә алып барылған реставрация эштәре тамамланыу датаһын тап килтерәләр. Артабанғы йылдарҙа урындағы хакимиәт Пётр һәм Феврония көнөн Изге Валентин көнөнә альтернатива итеп популярлаштырырға маташа, тик быны үҙ аллы уңышлы тормошҡа ашыра алмай[1][2]..
2006 йылда ҡала властары инициативаһы буйынса 8 июль көнөн «Ирле-ҡатынлыларҙың үҙ-ара мөхәббәте һәм ғаилә бәхете көнө (Муром кенәзе Пётр һәм уның хәләл ефете Феврония иҫтәлеге хөрмәтенә)» ғаилә әхлағы һәм рухи ҡиммәттәренә бағышланған бөтә рәсәй байрамы итеп үткәреү тураһындағы мөрәжәғәте аҫтына Муром халҡы 15-20 мең ҡултамға йыя. 2008 йылдың 18 ғинуарында үтәсәк Крещение Господне дини байрамы алдынан Иҫәп палатаһы башлығы, Муром ҡалаһының почётлы гражданы һәм Спас-Преображенский монастыры попечителлек советы башлығы Сергей Степашин, монастырь өлкән священнигы игумен Кирилл (Епифанов) һәм башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре байрам булдырыу тураһындағы коммюникеға ҡул ҡуя. Башланғысты төбәк етәкселәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Дәүләт думаһы, Федерация Советы һәм Урыҫ православие сиркәүе хуплай[3][4][5].
Шуға ҡарамаҫтан, православие мөхитендә был байрамды хупламаусылар ҙа табыла. Анна Данилова уларҙың логикаһын шулай тасуирланы: «Беренсенән <…> Феврония Пётрҙы үҙенә, йәнәһе, ирекһеҙләп өйләндерә, шуға өҫтәп әйтеү кәрәк, үҙе башлап кейәүгә сығыу теләген ҡуя, был бит диндар ата-әсә ҡоҙалап алып биреү, ғибәҙәтханала берен-бере күреү һәм егеттең үҙе теләп йәрәшеүе түгел. Икенсенән, уларҙың балалары ла булмай: балаһыҙ ниндәй православие ғаиләһе булһын инде? Ғөмүмән, уларҙы хәтерләү пост булараҡ байрам ителә, ә пост ваҡытында никахлашыу тыйыла, ниндәй ғаилә байрамы булыуы мөмкин пост ваҡытында? Бына алһындар ине Кирилл һәм Мария Радонежскийҙарҙы — бөтәһе лә үҙ урынында — күп балалылар, пост мәлендә байрам итмәйҙәр, күҙ ҡарашынан берен-бере аңлап йәшәй»[6].
«Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» атамаһын алған Бөтә Рәсәй байрамы тәүге тапҡыр 2008 йылдың 8 июлендә үтте. Уны өсөнсө рәсәй президенты Дмитрий Медведевтың[5] ҡатыны Светлана Медведева етәкләгән Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды ойошторҙо. Артабан был байрам йыл һайын билдәләнә. Байрам тантаналарын төшөрөү өсөн «Ҡыҙыл квадрат» компанияһы яуаплы, Беренсе канал[7] телевидение тапшырыусыһы булараҡ сығыш яһай.
Байрамды билдәләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә — Болгарияла, Беларустә, Әзербайжанда, Украинала, Германияла, Бөйөк Британияла, Францияла[8] билдәләнә. Йола буйынса, төп тантаналар Муром ҡалаһында 8 июлдә йәки, әгәр байрам датаһы эш көнөнөнә тура килһә, байрам алдындағы ял көнөндә үткәрелә. Ҡалала концерттар ойошторола, сауҙа һәм һөнәрселек йәрминкәләре үткәрелә, балалар өсөн анимациялы майҙансыҡтар асыла, ә байрам кисе гала-концерт һәм фейерверк менән билдәләнә[5]. Светлана Медведева йыл һайын тиерлек, ҡайһы саҡта ире менән, Муром ҡалаһына байрамға килә[9].
2016 йылғы байрам алдынан ЛДПР партияһынан Дәүләт Думаһы депутаттары Ярослав Нилов һәм Алексей Диденко парламентҡа 8 июлде ял көнө тип закон сығарыуҙы тәҡдим итә. Думаның профилле комитеты ял көнө индереү эш ваҡыты фондын ҡыҫҡартасаҡ һәм етештереүсәнлеккә һәм бюджетты сығымдарына насар йоғонто яһаясаҡ тигән ҡарар ҡабул итә, бер йылдан закон проекты беренсе уҡыуҙа кире ҡағыла[10][11].
Йолалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң символы ромашка[12]. Байрам көнөндә ромашканан ҡалфаҡ үрәләр, ромашка гөлләмәһе һәм "февронька"лар — ромашка йәки башҡа ғаилә билдәһен тасуирлаған һүрәтле открыткалар бүләк итәләр. 8 июлдә никахлашыу йолаһы тарала бара: был осраҡта күп кенә ЗАГС (гражданлыҡ хәлен теркәү) залдары эш сәғәттәрен оҙайта һәм айырылышыуҙар теркәүҙән баш татра. Башҡа ҡалаларҙан һәм илдәрҙән килеүселәр никахтарын теркәргә теләгәнлектән, Муром гражданлыҡ хәлен теркәү залдары ҙур популярлыҡ менән файҙалана[13]. Шул уҡ ваҡытта РПЦ МП, сиркәү календарында дата Петров пост осорона тура килгәнлектән, был традицияны хупламай, һәм алмашҡа Пётр һәм Февронияның бер көндә яҡты донъянан киткән көнөндә, 13 сентябрҙә, никахлашырға тәҡдим итә.
Байрам уңайынан бүләкләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]8 июлдәге сараларҙың мөһим өлөшө — Рәсәй Федерацияһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәреү буйынса Ойоштороу комитеты раҫлаған «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырыу. Награданың реверсында ромашка төшөрөлгән, аверсы Пётр һәм Феврония һүрәте һәм «Ғаиләгә мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» тигән девиз менән биҙәлгән. Был бүләккә 25 йылдан ашыу никахта йәшәгән, «замандаштары араһында ғаилә мөнәсәбәттәре ныҡлығы, татыулығы менән танылған» һәм «балаларын йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһы итеп тәрбиәләгән» ирле-ҡатынлы лайыҡ була. Бүләккә кандидаттарҙы муниципаль властар тәҡдим итә, ә бүләкләү төбәк һәм федераль кимәлдә ойошторола. Миҙалдарҙан башҡа, лауреаттарға урындағы властарҙан «ғаилә» темаһына ярашлы эшләнгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла[5][3][8][14][15].
Сит илдә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Социаль-мәҙәни башланғыстар Фонды (ФСКИ) ярҙамында, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө сиктәрендә Россотрудничество үткәргән комплекслы саралар көнөн байрам итеү Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тематик күргәҙмәләр, концерттар һәм лекциялар менән оҙатыла. Тематик сараларҙың төп маҡсаты — сит ил йәмәғәтселеге һәм ватандаштар мөхитендә традицион ғаилә ҡиммәттәре алға үткәреү, кешене шәхес булараҡ формалаштырыу һәм социалләштереү, бөтә донъя рухи-әхлаҡи нигеҙҙәренең быуындар күсәгилешлелеген һаҡлау һәм популярлаштырыу. Байрам сиктәрендә (Россотрудничество) Рәсәй хеҙмәттәшлегенең сит илдәге вәкиллектәренең элекке совет республикалары илдәренең Урыҫ православие сиркәүе (РПЦ) каноник территорияһында, славян донъяһында, шулай уҡ сит илдәрҙәге башҡа конфессия вәкилдәре менән үҙ-ара йоғонтоһо әүҙемләшә.
Һәйкәлдәр ҡуйыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн раҫлау күп кенә Рәсәй ҡалаларында Пётр һәм Феврония һәйкәлдәрен асыуға нигеҙ һалды. 2016 йылға яҡынса 60 һәйкәл ҡуйыла, был изгеләр XXI быуат Рәсәйендә иң популяр һәйкәл геройҙары һәм илдә «тиражланылыусы» православие изгеләре була. Уларҙың яртыһы «Ғаилә мөхитендә» дөйөм милли программа сиктәрендә, яртыһы — урындағы властарҙың башланғысы буйынса ҡуйыла. Һәйкәлдәрҙең күпселек өлөшө Суриков институты тамамлаған скульптор Константин Чернявскийҙың биш композицияһы нигеҙендә эшләнгән. Чернявский фекеренсә, программаның рәйестәше һәм "Ростех"тың генераль директоры Чемезов Сергей Викторович тәүге һәйкәлдәрҙе әҙерләү инициаторы булып тора. Һәйкәлдәрҙе ҡороу спонсоры булып, ҡағиҙә булараҡ, төбәктәрҙә эшмәкәрлек алып барыусы эре компаниялар: («Лукойл», Смоленск АЭС-һы, Курск АЭС-һы, Ростов атом электростанцияһы һ. б.) йәки урындағы эшҡыуарҙар сығыш яһай. Программала ҡатнашыусылар һәйкәлдәр реаль файҙа килтерә, тип раҫлай. Мәҫәлән, проекттың скульптуралар ҡуйыу буйынса етәксеһе Виталий Брутман раҫлауынса, һәйкәл барлыҡҡа килгәне бирле, Сочи ҡалаһында аборттар һаны байтаҡҡа кәмегән[9]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 2001 г.: День города Муром будет отмечать 8 июля . Муромский информационно-познавательный портал (25 май 2001). Дата обращения: 5 июль 2017. 2018 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Cъезд древнейших городов России "отменил" день Св. Валентина . Ural.ru (5 август 2002). Дата обращения: 5 июль 2017. 2021 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Ольга Светлова. Приложение 4: Праздник день семьи, любви и верности // Святые покровители брака и семьи Петр и Феврония. — М.: АСТ, 2011. — 192 с. — (Святые вам помогут). — ISBN 978-5-17-074464-0.
- ↑ В России может появиться свой День всех влюблённых . РБК (21 ғинуар 2008). Дата обращения: 5 июль 2017.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 День семьи, любви и верности. Досье . ТАСС (7 июль 2015). Дата обращения: 5 июль 2017. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «тасс» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Необразцовая семья | Православие и мир
- ↑ День семьи, любви и верности (2008-2017) . Красный квадрат.
- ↑ 8,0 8,1 8 июля - День семьи, любви и верности . ТАСС (6 июль 2012). Дата обращения: 5 июль 2017.
- ↑ 9,0 9,1 Конвейер святых. История самого популярного памятника в России . Republic (4 ноябрь 2016). Дата обращения: 5 июль 2017.
- ↑ День семьи предложили сделать выходным для повышения рождаемости . Lenta.ru (8 июль 2016). Дата обращения: 5 июль 2017.
- ↑ День, семьи, любви и верности не сделают выходным . m24.ru (16 июнь 2017). Дата обращения: 5 июль 2017.
- ↑ Фирүзә Абдуллина. «Болан күҙе» шиғыры
- ↑ День семьи, любви и верности в девятый раз отметят в России . ТАСС (8 июль 2016). Дата обращения: 5 июль 2017.
- ↑ День семьи, любви и верности в России: история и традиции праздника . РИА Новости (8 июль 2013). Дата обращения: 5 июль 2017.
- ↑ День семьи, любви и верности в России . РИА Новости (8 июль 2015). Дата обращения: 5 июль 2017.