Рус православие сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рус православие сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 15 декабрь 1448
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы РПЦ, РПЦ, ROC, РПЦ, РПЦ, 俄國教會, 俄国教会, VÕK, ROK, РПЦ һәм RPC
Нигеҙләүсе Андрей Первозванный[d], Фотий I[d], Николай II Хрисоверг[d] һәм Владимир I
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Патриарх Московский и всея Руси[d]
Етәксе Патриарх Кирилл[d]
Рәсми тел сиркәү-славян теле[d] һәм синодальный извод церковнославянского языка[d]
Дәүләт  Рәсәй
Христианский литургический обряд византийский обряд[d]
Ойошма ағзаһы Всемирный совет церквей[d]
Юрисдикция таралышы постсоветское пространство[d] һәм СССР
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Данилов монастырь[d], Даниловский район[d]
Бүленеп сыҡҡан Константинопольская православная церковь[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 83 600 ± 99[1]
Рәсми сайт patriarchia.ru
patriarchia.ru/md/
patriarchia.ru/ua/
patriarchia.ru/gr/
patriarchia.ru/en/
 Рус православие сиркәүе Викимилектә

Рус православие сиркәүе (РПЦ), башҡа рәсми исеме Мәскәү патриархаты (МП) — донъяла иң ҙур автокефаль поместный Православие Сиркәүе[2][3][4][5]. Доньяның автокефаль Поместный сиркәүҙәре диптихында бишенсе урында тора[6][7]. Россияла иң ҙур һәм йоғонтоло дини ойошма[5], Украинала (2011 йылда приходтар, руханиҙар, ғибәҙәтханалар һаны буйынса)[8][9], ләкин 2015 йыл башына[10], диндарҙар һаны буйынса түгел), Белоруссия, Молдавияла[11][12] (Приднестровьены ла индереп)[13].

Үҙен элекке СССР территорияһында, Грузия һәм Әрмәнстандан тыш (улар каноник Грузин православие сиркәүе биләмәһе), берҙән-бер ҡанун яғынан легитим православие автокефаль (бойондороҡһоҙ) сиркәү тип иҫәпләй[14])[прим 1], шулай уҡ Япония, Ҡытай[15]һәм 2016 йылдан Монголияла[16]; үҙен берҙән-бер поместный Рус православие сиркәүе[17], синодаль рус сиркәүе һәм 1458 йылға тиклем булған Киев митрополияһы (Константинополь патриархатына ҡараған) вариҫы тип иҫәпләй. Бынан тыш, уның Уставы буйынса, РПҮ власы «башҡа илдәрҙә йәшәгән, үҙ теләге менән унда ингән православныйҙарға ла тарала»[18]. Ләкин уның хоҡуғына Ҡытайҙа һәм Эстонияла[19] Константинополь патриархаты, Украина территорияһында — Украина православие сиркәүе[20][21], Молдавияла — Румын православие сиркәүе тарафынан дәғүә белдерелә[22][прим 2].

«Рус православие сиркәүе» исеме электән ҡулланыла[23], ләкин 1943 йылдың көҙөнән башлап ҡына рәсми атамаға әйләнә[17]. Уға ҡәҙәр «Рәсәй православие сиркәүе», «Грек-көнсығыш Рәсәй сиркәүе» һәм башҡалар ҡулланылған. РПҮ-ның (РПЦ) үҙәкләштерелгән ойошма булараҡ, 1991 йылға тиклем юридик шәхес статусы булмай[24], РСФСР территорияһында 1991 йылдың 30 майында ғына РСФСР Юстиция министрлығы Рус православие сиркәүе Гражданлыҡ уставын теркәй[25] (СССР-ҙың 1990 йылдың 1 октябрендәге «Выждан һәм дини ойошмалар ирке» тураһындағы законына ярашлы). Рәсәй Федерацияһынан ситтәге Каноник подразделениелар шул илдәр закондарына ярашлы үҙ аллы юридик шәхес булараҡ башҡа исем аҫтында теркәлә ала.

Үҙенең төҙөлөшө һәм эшмәкәрлегенең дини һәм хоҡуҡи нигеҙе тип Изге Китапты (Библия) һәм Изге Васыятты (Священное Предание) иҫәпләй [26]. Һуңғыһы сиркәү тарафынан авторизацияланған дини текстарҙы, Изге аталарҙың хеҙмәттәрен, жития Святых (Изгеләр тормошо тарихы), шулай уҡ сиркәү ғөрөф- ғәҙәттәрен үҙ эсенә ала[27].

Рус православие сиркәүе Евангелиены (Инжил) бөтә кеше араһында таратыуҙы үҙ маҡсаты тип иҫәпләй һәм миссионерлыҡ эшмәкәрлеген дә алып бара (эске һәм тышҡы миссиялар аша).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуатҡа тиклем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус православие сиркәүе Русте суҡындырыуға бәйле (988 йыл), Константинополь патриархы Николай II Хрисоверг митрополит Михаилды яңы төҙөлгән Константинополь патриархатына ҡараған Киев һәм Бөтә Русь митрополияһына ҡуйғас, Киев кенәзе Владимир Святославич теләге буйынса барлыҡҡа килгән [28].

1169 йылда Киев рус ғәскәре Андрей Боголюбский етәкселегендәге берҙәм рус ғәскәре тарафынан тар-мар ителгәс, сәйәси үҙәк булараҡ Киевтың әһәмиәте кәмеү сәбәпле, 1240 йылда монгол ғәскәрҙәре Киевты тар-мар иткәндән һуң, 1299 йылда Киев митрополиты Максим үҙ резиденцияһын Владимир-на-Клязьме ҡалаһына күсерә (1299), ә 26 йылдан һуң Киев һәм Бөтә Русь митрополиты кафедраһы Мәскәүгә күсә.

Де-факто 1448 йылдан алып рус сиркәүе автокефалия стусына эйә, был ваҡиға Константинополь патриархы Рим (католиктар менән) менән Феррара-Флоренция унияһын төҙөгәндән һуң, Мәскәү православие соборы Рус митрополияһына (үҙәге Мәскәүҙә) Рязань епискобы Ионаны Константинополдән һорамайынса һайлап ҡуйыуға бәйле.

Константинополь патриархияһы составына формаль рәүештә кире инһә лә (төрөк-ғосмандар 1453 йылда Константинополдән униаттарҙы ҡыуа), 1448 йылдан 1589 йылға тиклем Рус православие сиркәүе (Киев митрополияһынан башҡа) асылда бойондороҡһоҙ митрополиттар менән идара итә[29]. Бөйөк кенәз Иван III Васильевич хакимлығынан башлап, Рус дәүләтендә Константинополдең рухи (Феррара-Флоренция унияһы арҡаһында) йоғонтоһо кәмеү һәм Византия дәүләтенең тар-мар ителеүе сәбәпле, Мәскәү- «Өсөнсө Рим» исемен алған берҙән бер православие яҡлаусыһы булып ҡала (бөтә православие дәүләттәре лә йәшәүҙән туҡтай, улар төрөктәр ҡулына бер нисә быуатҡа күсә). Бер аҙ үҙгәртелеп, был идея 1589 йылда Константинополь Патриархы Иеремия II исеменән "Уложенная грамота"ла рәсми рәүештә нығытылған. 1589—1593 йылдарҙа Мәскәү митрополиттары Патриарх дәрәжәһенә һәм Көнсығыш патриархтарының автокефалияны таныуына ирешә [30]. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү патриархаты Константинополь патриархатының бер өлөшө булараҡ ҡалған Киев митрополияһының айырылып сығыуын танырға мәжбүр була. 1589 йылда Мәскәү соборы тарафынан Константинополь патриархы Иеремия ҡатнашлығында билдәләнгән был принциптар һуңыраҡ 1590 һәм 1593 йылдарҙа Константинополдең бөтә православие соборҙары тарафынан раҫлана.

XVII быуат уртаһынан 1917 йылға тиклем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуат уртаһында, бигерәк тә патриарх Мәскәү патриархы Никон заманында, дини йолалар башҡарыу китаптары һәм рус сиркәүе ғәмәлен грек сиркәүе ғәмәленә тура килтереп үҙгәртеү саралары күрелә (Никондың сиркәү реформаһы).

Мәскәү сиркәүендә элек ҡабул ителгән ғөрөф-ғәҙәттәр, шул иҫәптән ике бармаҡ менән суҡыныуҙы ла индереп, тайпылыш (еретиклыҡ) тип иғлан ителә; уларға 1656 йылғы соборҙа һәм Ҙур Мәскәү соборында анафема (ләғнәт) уҡыла. Һөҙөмтәлә, Рус сиркәүе тарҡала (схизма, раскол), ә иҫке йолаларҙы дауам итеүселәр «еретиктар» тип рәсми рәүештә атала башлай, һуңыраҡ уларҙы «раскольник», «Иҫке йоласылар» (строобрядцы) тип йөрөтә башлайҙар[31].

1686 йылда, Украинаның Днепрҙың һул яҡ ярындағы биләмәһе (бығаса Речь Посполитаяға инә) һәм Киевтың Рус батшалығына рәсми ҡушылыуы сәбәпле, Константинополь патриархатына буйһонған Киев митрополияһын (Константинополь Тәхете юрисдикцияһынан сығарыла) Мәскәүгә буйһындырыу ғәмәлгә ашырыла)[32]..

справа
Сенат һәм Синод. Санкт-Петербург

1700 йылда патриарх Адриан үлгәс, Петр I Яңы Патриархты һайларға рөхсәт итмәй, Дин коллегияһын булдыра, ә 20 йыл үткәс, дәүләт органдарының береһе булараҡ, дөйөм сиркәү менән идара итеү функцияларын Бөтә Рәсәй императоры (ғәмәлдә Рус сиркәүе башлығы) менән Изге Хөкүмәт Синоды тип үҙгәртелгән Дин коллегияһы башҡара ((1917 йылдың 2 мартына тиклем). Был сиркәүҙең Синодаль тип йорөтөлгән осоронда, идара итеү учреждениелары (мәҫәлән, Синод һәм уның канцелярияһы) дәүләт идараһы учреждениелары булараҡ ҡарала[33][34]. Закон нигеҙендә, Сиркәүҙең юғары хакимы император була: «Император, христиан Батша булараҡ, дәүләт динен юғары яҡлаусы һәм дини догматтарҙы һаҡлаусы, православие һәм изге бәрәкәт сиркәүендә тотош динде һаҡлаусы»[35]; закон «Батша власы сиркәү менән үҙе булдырған Изге Хаким итеүсе Синод аша эш итә» тип билдәләй[36].

Сиркәү учреждениелары дәүләт тарафынан финанслана; Рәсәй империяһы сиктәрен киңәйтеү һөҙөмтәһендә Рәсәй Изге Синоды юрисдикцияһына ҡараған территория шаҡтай артҡан. Шул уҡ ваҡытта император хакимиәте, мәҫәлән, Грузия сиркәүе автокефалияһын бөтөрә; Польшаны бүлгеләп, юҡҡа сығарғандан һуң, Рәсәй сиркәүе составына Көнбайыш рус һәм Көньяҡ рус ерҙәренең (Белорусь һәм Украина) униат приходтары индерелә (1839 йылғы Полоцк соборы һәм 1875 йылда униат Холмск епархияһының православие диненә күсеүе). Икенсе яҡтан, император хакимиәте сиркәү учреждениелары активтарын (матди ресурстарын) контролдә тоторға тырыша; Екатерина II ваҡытында монастырҙарҙың бик күбе ябыла, монастырҙар ер биләү һәм крепостной крәҫтиәндәр тотоу хоҡуғын юғалта.

1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре. Рәсәй империяһында өйәҙҙәр һәм губерналар буйынса халыҡ араһында православныйҙар

1914 йылда Изге Синод обер-прокуроры рәсми мәғлүмәттәре буйынса, аҡ руханиҙар һәм сиркәүҙә хеҙмәт итеүселәр (протоиерейҙар, руханиҙар, дьякондар һәм псаломщиктар) һаны 112 629 кеше була[37].Рәсәйҙә 1 025 монастырь һәм община була: 550 ирҙәр (11 845 монах һәм 9 485 послушник- әҙерләнеүсе) һәм 475 ҡатын-ҡыҙ (17 283 монахиня һәм 56 016 послушница- әҙерлек үтеүсе)[37].

Беренсе донъя һуғышының тәүге көнән үк Православие сиркәүе армия һәм флотҡа ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Монастырҙар, сиркәүҙәр һәм христиандар яралылар һәм һуғышҡа китеүселәргә ярҙамға иғәнә йыя башлай. Монастырҙар һәм РПҮ ҡарамағындағы башҡа учреждениеләр госпиталь өсөн мөмкин булған бөтә урындарҙы әҙерләргә һәм яралыларҙы ҡарарлыҡ кешеләрҙе табып ҡуйырға тейеш була. Бөтә сиркәүҙәрҙә лә Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте өсөн иғәнә йыйыу урындары булдырыла, шулай уҡ, монастырь һәм общиналар үҙ көстәре менән яралыларҙы һәм сирлеләрҙе ҡарай алырлыҡ кешеләр әҙерләү һәм үҙ көстәре һәм сараларын ҡулланып, госпиталдәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыу менән шөғөлләнә. Православныйҙарҙы һуғышҡа киткәндәрҙең ғаиләләренә иғтибарлы булырға саҡыралар[38].

Совет власы осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917—1945[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Февраль революцияһы башланып, монархия ҡолатылғандан һуң, 1917 йылдың мартында 1900 йылдар башынан әҙерләнгән Бөтә Рәсәй Поместный соборы саҡырыла, ул 1917 йылдың 15 авгусында (иҫкесә) асыла. Шул уҡ йылдың 28 октябрендә, Петроградта большевиктар власты алғандан һуң, Патриарх вазифаһы яңынан булдырыла, был соборҙың иң ҙур ҡарары була. Патриарх тәхетенә Мәскәү митрополиты Тихон (Беллавин) һайлана.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң бер нисә ай дауамында большевиктар православие сиркәүе эшмәкәрлегенә әллә ни тығылмай һәм ҡамасауламай (Ер тураһындағы декрет, сиркәү ерҙәрен конфискациялауҙы һанамайынса); сиркәү учреждениеларын бюджет финанслауы дауам итә. [39].

1918 йылдың 23 ғинуарында рәсми баҫылып сыҡҡан Россия Федерацияһы хөкүмәте (СНК РСФСР) декреты- Сиркәүҙең дәүләттән һәм мәктәптең сиркәүҙән айырылыуы тураһында[40] — сиркәү дәүләттән һәм дәүләт мәктәптән айырыла, юридик шәхес һәм милек хоҡуғынан мәхрүм ителә, ә дин граждандарҙың шәхси эше тип иғлан ителә. Декрет большевиктар тарафынан 1917 йылдың декабренән ҡабул ителгән Православие Сиркәүе функцияларын дәүләт тарафынан яҡланған дәүләт учреждениеһы булараҡ ҡарарҙар һәм акттарҙы законлаштыра[41].

1918 йылда большевиктар ҡулы аҫтында булған территорияла руханиҙарҙы һәм дини уҡыу йорттарын ҡаҙнанан тәьмин итеү туҡтатыла[42]; Сиркәүҙә яңы власть тарафынан хупланған тарҡалыу (Обновленчество, Григорианский раскол һ.б.)[43] һәм эҙәрлекләүҙәр осоро башлана (Религия в СССР). 1925 йылда патриарх Тихон үлгәс, власть патриарх һайлау өсөн яңы собор үткәрергә рөхсәт итмәй; патриарх вазифаһын үтәүсе булып митрополит Петр (Полянский) ҡала, ул оҙаҡламай ҡулға алына һәм үлеп китә.

Митрополит Петрҙан һуң митрополит Сергий (Страгородский) (1925 йылдың декабренән 1936 йылдың 27 декабренә тиклем патриарх вазифаһын башҡарыусы урынбаҫары тип йөрөтөлә). 1927 йылда митрополит Сергий Мөрәжәғәт («Декларация») яҙа, унда ул Советтар Союзын граждан Ватаны тип атай, Сиркәү ағзаларын совет власын танырға саҡыра, шулай уҡ сит илдәге руханиҙарҙан совет хөкүмәтен таныуҙы талап итә[44] (комментарий- Св. Иоанн Златоуст: «Всякая душа да будет покорна высшим властям, ибо нет власти не от Бога; существующие же власти от Бога установлены. Посему противящийся власти противится Божию установлению. А противящиеся сами навлекут на себя осуждение» (Рим.13:1-2). Об этом же говорит и св. апостол Петр: «Итак будьте покорны всякому человеческому начальству, для Господа: царю ли, как верховной власти, правителям ли, как от него посылаемым» (1 Пет.2:13-14)). Был Мөрәжәғәт һәм унан һуң ҡайһы бер риза булмаған епископтарҙы вазифаларынан бушатыу протесттарға килтерә. Патриарх сиркәүе эсендәге ҡайһы бер төркөмдәр уға буйһоноуҙан баш тарта һәм башҡа «иҫке сиркәү» ойошмаларын булдыра (патриарх урынын биләүсе урынбаҫары Сергийҙың сиркәү власын танырға теләмәй) (Иосифляне (XX век), катакомбная церковь, непоминающие), эмиграциялағы епископтарҙың күпселеге Патриархия менән «бәйләнеште туҡтата»[45].

Патриарх Тихон

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, большевиктар революциянан һуңғы биш йыл эсендә 28 епископ һәм 1200 руханиҙы ата[46].

1920—1930 йылдарҙа партия һәм дәүләт алып барған дингә ҡаршы кампанияла төп сәп булып диндарҙар һаны буйынса иң ҙур Патриарх сиркәүе тора. Епископтарҙың барыһы ла тиерлек, руханиҙарҙың бик күбе, монахтар һәм әүҙем диндарҙар атыла йәки лагерға ебәрелә; дини мәктәптәр тыйыла, дини уҡыу тик шәхси формала алып барыла (был башҡа дини конфессияларға ла ҡағыла). Патриархияға ҡарата алып барылған сәйәсәттең төп инструменты булып, ОГПУ-ның 6-сы бүлеге тора. Уның етәксеһе Евгений Тучков сиркәүҙе тарҡатыу һәм епископатты, руханиҙар һәм диндарҙарҙы ОГПУ органдарына буйһондороу сәйәсәтен алып бара.

1941 йылдың 22 июнендә, Бөйөк Ватан һуғышының бернсе көнөндә, митрополит Сергий (Страгородский) православныйҙарға мөрәжәғәт менән сығыш яһай, ул «бөтә православныйҙарҙы беҙҙең Тыуған илебеҙҙең изге сиктәрен һаҡлап» көрәшергә саҡыра[47]

1943 йылда Совет дәүләтенең Патриарх сииркәүенә ҡарата сәйәсәтенә һиҙелерлек үҙгәрештәр керетелә, Сталин СССР халҡының диндар өлөшөн дә үҙ яғына ауҙарырға итә. Дәүләт, 1922 йылдан алып, «Рәсәй православие сиркәү» булараҡ дәүләт органдары тарафынан танылған «обновленецтар»ҙан (1946 йылда тулыһынса юҡҡа сыға) уны өҫтөн күрә башлай, Мәскәү Патриархияһы СССР-ҙа берҙән- бер законлы Православие сиркәүе (Грузиянан тыш) булараҡ таныла. 1943 йылдың 4 сентябрендә Сталин митрополит Сергий (Страгородский), Алексий (Симанский) һәм Николайҙы (Ярушевич) үҙендә ҡабул итә. Епископтар соборы митпрополит Сергийҙы (Страгородский) Патриарх тәхетенә һайлап ҡуя. Рус православие сиркәүе эштәре буйынса Совет төҙөлә, ул руханиҙарҙы контролдә тоторға һәм Мәскәү Патриархияһы һәм дәүләт власы араһында аралашсы булырға тейеш була. Бер нисә дини мәктәп асыла, һуңыраҡ улар семинария һәм академия статусын ала; Германия армияһы баҫып алған ерҙәрҙә асылған меңәрләгән сиркәүҙәр совет ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң да эшсәнлеген дауам итә.

1945—1991[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң беренсе 2 йылда СССР-ҙа РПС приходтары һаны артҡан. Мәҫәлән, РСФСР-ҙа 1946 йылда 2816 сиркәү, ғибәҙәт йорто һәм соборҙар эшләй, ә 1947 йылда улар һаны 3217 булған. Һуғыштан һуң руханиҙар һаны арта. 1948 йылдың 1 ғинуарына СССР-ҙа Рус православие сиркәүе эштәре буйынса Совет мәғлүмәттәре буйынса 11827 рухани һәм диакон була. Яңы руханиҙарҙың күп өлөшө, Брест һәм Ужгород униялары ғәмәлдән сығарылғандан һуң, 1946—1948 йылдарҙа Рус православие сиркәүенә йәлеп ителгән Көнбайыш Украинаның униат приходтарынан булған. Рус православие сиркәүе эштәре буйынса Совет рәйесе Георгий Карпов мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1948 йылдың 2 ғинуарына Көнбайыш Украинаның 2718 униат приходының 2491 Рус православие сиркәүе юрисдикцияһына күсә.

1945 йылдың 31 ғинуарынан 4 февраленә тиклем Мәскәүҙә Рус православие сиркәүенең поместный соборы була, унда Патриарх итеп Ленинград митрополиты Алексий (Симанский) һайлана.

1947 йылда идеология һәм пропагандала дингә ҡаршы сәйәсәт ҡатылана бара, уның шауҡымы шулай уҡ РПЦГА ла тейә. 1947—1957 йылларҙа Рус православие сиркәүенең 38 монастыре ябыла.

Дингә һәм сиркәүгә ҡаршы сәйәсәттең яңы тулҡыны яҡынса 1959 һәм 1964 йылдар араһында, СССР-ҙы Н. С. Хрущев етәкләгән осорҙа башлана; дингә ҡаршы ҡаты сәйәсәт унан һуң да дауам итә. Ул осорҙа ҡайһы бер диндарҙар һәм клириктар диссидент хәрәкәтендә ҡатнаша, һуңынан улар «выждан тотҡондары» тип таныла. Руханиҙар Глеб Якунин, Сергей Желудков, Владимир Русак һ.б. дин иркен яҡлап, совет төрмәләрендә ултыра һәм һөргөндә йәшәй[48]. Ул осорҙоң күренекле шәхестәре араһында руханиҙар Дмитрий Дудко[49] һәм Александр Мень дә була. Мень туранан-тура диссидент хәрәкәтендә ҡатнашмай, рухани эшмәкәрлеге менән мәшғүл була, шулай ҙа диссиденттар менән уның араһында ниндәйҙер бәйләнеш булған тиҙәр.

1971 йылдың 2 июнендә Рус православие сиркәүенең поместный соборында Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы итеп митрополит Пимен (Крутецкий) һайлана.

СССР-ҙағы сиркәү махсус хеҙмәттәр тарафынан ныҡлы контроль аҫтында тотола. 1965 йылда Рус православие сиркәү эштәре буйынса Совет Дини культтар эштәре буйынса Совет менән берҙәм күҙәтеү органы— Дин эштәре буйынса советҡа берләшә. 1984—1989 йылдарҙа әлеге орган рәйесе Константин Харчев һуңынан шулай тип аңлата: «Бер генә Изге Синод ағзалығына, йәки башҡа юғары вазифаға кандидат та, уны КПСС ҮК һәм КГБ хуплауынан башҡа алмай». Профессор Натаниэль Дэвис түбәндәгеләргә иғтибар итә: «Әгәр епископтар үҙ кешеләрен яҡларға һәм вазифаларын һаҡлап ҡалырға теләһә, улар күпмелер дәрәжәлә КГБ, Дин эштәре буйынса Совет комиссарҙары һәм башҡа партия һәм хөкүмәт властары менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш була»[50].. Патриарх Алексей II (Ридигер) епископтарҙың (үҙенең дә) Совет хөкүмәте менән компромистарға барыуын һәм ҡылған компромисс өсөн халыҡ алдында тәүбә итеүен таный[51].

Рус православие сиркәү был осорҙа Христиан тыныслыҡ конференцияһы, Европа сиркәүҙәре һәм Бөтә донъя сиркәүҙәр Советы конференцияларының экуменик хәрәкәтендә ҡатнаша, «Дин әһелдәре ныҡлы дөнъя, халыҡтар араһында ғәҙел мөнәсәбәттәр өсөн» (1977) һәм «Дин әһелдәре Изге тормошто ядро катастрофаһынан ҡотҡарыу өсөн» тигән ике Бөтә дөнъя конференцияһын үткәрә, тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәрлеге алып бара[52].

1987 йылда СССРҙа эшләп килгән сиркәүҙәр һаны 6893- гә тиклем кәмегән, ә ғәмәлдәге монастырҙар һаны ун биш тирәһе ҡала, уларҙың икеһендә (Литва һәм Белоруссияла) ике монахтар (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар) общинаһы булған. Бынан тыш, ике монастырь СССР-ҙан ситтә — изге ерҙә һәм Афонда урынлашҡан. 1987 йылда РСФСР-ҙа яңы тыуған балаларҙың 40- 50 % (төбәккә ҡарап) суҡындырыла һәм үлгән кешеләрҙең 60 % артығы «христиан йолаһы» буйынса ерләнә (заочное отпевание, «ситтән тороп ерләү йолаһын башҡарыу» аша).

1987 йылдан башлап, Михаил Горбачев осорондағы билдәлелек һәм үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте сиктәрендә, Патриархия, епархия һәм дини общиналарына элек сиркәү ҡарамағында булған биналар һәм мөлкәтте кире ҡайтарыу процесы башлана, дини тормошто контролдә тотоу режимын либералләштереү һәм дини берләшмәләр эшсәнлеген сикләүҙе бөтөрөү бара. 1988 йыл бик мөһим ваҡиға — Русте суҡындырыуҙың мең йыллығын байрам итеү һәм РПС-тың юбилей поместный соборын үткәреү йылы була. СССР-ҙа дини тормошто телевидение аша яҡтыртыу рөхсәт ителә — Советтар Союзы тарихында беренсе тапҡыр кешеләр ғибәҙәт ҡылыуҙың телевизорҙан туранан-тура трансляцияларын күрә ала.

1988 йылда Рус православие сиркәүендә 8,5 мең приход һәм 76 епархия, шулай уҡ өс благочиниеға берләшкән 120 сит ил приходы (Финляндия, Венгрия, Мексика) һәм 3 экзархат (Көнбайыш Европа, Урта Европа, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка), 20 монастырь була, улар араһында ике сит ил: Афонадағы ирҙәр Пантелеимон[52] (Константинополь Патриархы юрисдикцияһында булған) һәм Иерусалим янындағы Горний ҡатын-ҡыҙ монастыре (Эйн-Карем) була[53][54][55][56][57][58])[59][60]..

1990 йылдың 6 июнендә Рус православие сиркәүе поместный соборында Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы итеп Ленинград митрополиты Алексий (Ридигер) һайлана (1990—2008).

1991 йылдан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң РПС хәлендәге мөһим үҙенсәлек — элекке СССР сиктәрендә (Грузиядән һәм Армениядән башка) уның юрисдикцияһының халыҡ-ара характеры: үҙ тарихында беренсе тапҡыр Мәскәү патриархаты үҙенең «каноник территорияһы» тип (термин 1989 йылда ҡабул ителгән) бер нисә үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ дәүләт территорияһында эшләй[61])[62]. Уның административ- каноник бүлексәләре төрлө илдәрҙә , бик күп төрлө дәүләт-хоҡуҡ, ижтимағи-сәйәси һәм конфессиональ-мәҙәни шарттарҙа эшләй. Һөҙөмтәлә, 1990 йылдар башынан Эстония һәм Молдавияла, ә 2000 йылдан-Ҡытайҙа (Гонконг) һәм Украинала каноник яҡтан нормаль булмаған параллель юрисдикциялар барлыҡҡа килде[22][63]..

2007 йылдың 17 майында патриарх Алексий II (Ридигер) һәм РПЦЗ-ның беренсе иерархы митрополит Лавр (Шкурла) каноник аралашыу тураһында Актҡа ҡул ҡуйҙы, шуның менән һикһән йылға һуҙылған тарҡалыш артта ҡалды. Был актҡа ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә РПЦЗ үҙидара хоҡуғына эйә булған сиркәү сифатында РПС составына инде (тейешле төҙәтмәләр 2008 йылдың 27 июнендә РПС Уставына индерелгән иде) һәм каноник православие сиркәүҙәре тарафынан танылды[64]. Әммә РПЦЗ епискобы Агафангел етәкселегендәге руханиҙарҙың һәм ябай православныйҙарҙың бер өлөшө әлеге актты танымай, улар үҙҙәренең эшмәкәрлеген бойондороҡһоҙ, митрополит Агафангел омофоры аҫтындағы РПЦЗ тип дауам итә (каноник православие уны танымай).

Украинала 1992 йылдан 2018 йылға тиклем, Мәскәү патриархатының православие сиркәүенән тыш, Киев партиархаты Украина православие сиркәүе һәм Украина автокефаль православие сиркәүе (УАПС), ә 2018 йылдан- Константинополь патриархаты таныған һәм поместный православие сиркәүҙәренең күпселеге тарафынан танылмаған Украина православие сиркәүе эшләй. Мәскәү патриархаты УПС контроле аҫтында 12 мең приход, Киев патриархаты УПС — 5 мең, УАПС (автокефаль) — 1 мең приход ҡала[комм. 1].

2009 йылда Рус православие сиркәүе партиархы тәхетенә Смоленск һәм Калининград митрополиты Кирилл (Гундяев) һайлана.

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Данилов монастырь биләмәһендә Мәскәү Патриархияһының сит илдәрҙәге сиркәүҙәр менән бәйләнеш бүлеге

Рус православие сиркәүенә автономиялы (2011 йылдың февраленән) [65])[комм. 2] һәм үҙ идара ителә торған сиркәүҙәр, экзархаттар, Митрополит округы, епархия, Синодаль учреждениелар, благочиниелар, приход, монастырь, братстволар (монахтар берләшмәләре), сестричестволар (монахинялар берләшмәләре), дини уҡыу йорттары, вәкиллектәр һәм православие ҡунаҡханалары (подворье) Мәскәү патриархатын тәшкил итә[66].

РПС составында:

— ике автономиялы сиркәү: Япония православие сиркәү һәм Ҡытай православие сиркәүе (һуңғыһы 1960 йылдар аҙағында тулыһынса тиерлек йәшәүҙән туҡтаны);

— бер үҙидара ителеүсе, киң автономия хоҡуҡлы — Украина православие сиркәүе (МП);

— дүрт үҙидара ителеүсе: Молдова православие сиркәүе, Латвия православие сиркәүе, Эстония православие сиркәүе (МП), РПЦЗ (Сит илдәрҙәге рус православие сиркәүе);

— өс экзархат: Белоруссия православие сиркәүе, Көньяҡ-көнсығыш Азиялағы патриарх экзархаты, Көнбайыш Европалағы патриарх экзархаты ;

— ике митрополит округы: Ҡаҙағстан митрополит округы (Ҡаҙағстан православие округы), Урта Азия митрополит округы (Урта Азия православие сиркәүе;

— бер архиепископия — Көнбайыш Европа приходтарының рус традициялары архиепископияһы.

2018 йылдың 28 декабрендә Рус православие сиркәүенең Изге синодын Көнбайыш Европала (Париждағы үҙәк менән) һәм Көньяҡ-көнсығыш Азияла (Сингапурҙағы үҙәк менән) Патриарх экзархаттарын төзөү тураһында Ҡарар ҡабул ителде. Экзархаттың Көнбайыш Европала дини яуаплылығы өлкәһенә Андорра, Бельгия, Бөйөк Британия, Төньяҡ Ирландия, Ирландия, Испания, Италия, Лихтенштейн, Люксембург, Монако, Нидерланд, Франция, Швейцария индерелгән. Синод шулай уҡ Испанияла һәм Португалияла РПС епархияһын булдыру тураһында Ҡарар ҡабул итте. Көньяҡ-көнсығыш Азиялағы Азия экзархатының дини яуаплылығы өлкәһенә Сингапур, Вьетнам, Индонезия, Камбоджа, КХДР, Көньяк Корея, Лаос, Малайзия, Мьянма, Филиппин һәм Таиланд инде[67].

2007 йылдың 17 майынан Рус православие сиркәүе Патриархы Алексий II һәм Рус православие сиркәүенең беренсе иерархы митрополит Лавр (Шкурла) менән аралашыу тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә, Сит илдәге Рус православие сиркәүе «Рус православие сиркәүенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора»[68][69]..

Төп территориаль берәмлек-епархия арихиерейы (епископ, архиепископ йәки митрополит) етәкселегендәге һәм был территориялағы приходтарҙы (приход общиналарын), благочиниелар һәм монастырҙарҙы берләштерүсе епархия. Епархия сиктәре, өлкәләрҙең, крайҙарҙың, республикаларҙың һәм дәүләттәрҙең административ-территориаль бүленешен иҫәпкә алып, Изге Синод тарафынан билгеләнә. Епархия идараһы органдары-епархия йыйылышы һәм епархия Советы, архиерей улар ярҙамында епархия менән идара итә.

Сиркәү төҙөлөшөндәге төп берәмек — приход — православный христиандар общинаһы (мәхәллә), уға клир һәм ошо ғибәҙәтхана берләштергән ябай православныйҙар (миряне, прихожане) инә[70].Приход башында ғибәҙәтхана етәксеһе тора (настоятель храма), уны диндарҙарға етәкселек итеү причт (сиркәү хеҙмәткәрҙәре) һәм приход менән идара итеү өсөн епархия архиерейы билдәләп ҡуя. Приход менән идара итеү органдары- настоятель етәкләгән приход йыйылышы, приход советы (башҡарма орган, ул приход йыйылышы алдында яуаплы, унда рәйес — сиркәү старостаһы, уның ярҙамсыһы һәм казначей инә), — һәм ревизия комиссияһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По данным на октябрь 2018 года, УПЦ Московского патриархата контролировала на Украине около 12 тысяч приходов, УПЦ Киевского патриархата — 5 тыс., УАПЦ — 1 тыс. (Orthodox Church split: Five reasons why it matters. Би-би-си, 19.10.2018.)
  2. Первоначальная редакция Устава РПЦ, принятого в 2000 году, не включала, как то было и ранее, в состав Московского патриархата находящиеся в зависимости от него автономные церкви, равно как и их каноническую территорию: Устав Русской православной церкви, Москва, 13-16 августа 2000 года 2021 йыл 23 май архивланған.: «2. Входящие в Русскую Православную Церковь Самоуправляемые Церкви, Экзархаты, епархии, Синодальные учреждения, благочиния, приходы, монастыри, братства, сестричества, Духовные учебные заведения, миссии, представительства и подворья (далее по тексту Устава именуемые „канонические подразделения“) канонически составляют Московский Патриархат. <…> 3. Юрисдикция Русской Православной Церкви простирается на лиц православного исповедания, проживающих на канонической территории Русской Православной Церкви: в России, Украине, Белоруссии, Молдавии, Азербайджане, Казахстане, Киргизии, Латвии, Литве, Таджикистане, Туркмении, Узбекистане, Эстонии, а также на добровольно входящих в неё православных, проживающих в других странах.»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title)
  2. Новиков, 1985, Русская православная церковь — самая крупная из православных автокефальных церквей, с. 389
  3. Гордиенко, 1988, Русская православная церковь — самая крупная из ныне существующих автокефальных православных поместных церквей, с. 202
  4. Зуев, 2002, Русская православная церковь (РПЦ) — одна из 15 автокефальных православных церквей, занимает 5-е место в диптихе (помяннике) Вселенского (Константинопольского патриархата), наиболее крупная среди православных церквей в мире и среди религиозных организаций в России), с. 429—430
  5. 5,0 5,1 О составе и количестве религиозных организаций и представительств иностранных религиозных организаций, содержащихся в реестре Министерства юстиции Российской Федерации (по состоянию на 1 января 2004 года) // Аналитический вестник Совета Федерации Федерального Собрания РФ. — М.: Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. — № 17 (237) (Приложение № 1). Архивировано из первоисточника 19 август 2015.
  6. Зуев, 2002, Русская православная церковь (РПЦ) — одна из 15 автокефальных православных церквей, занимает 5-е место в диптихе (помяннике) Вселенского (Константинопольского патриархата), наиболее крупная среди православных церквей в мире и среди религиозных организаций в России), с. 429—430
  7. Диптих 2012 йыл 28 октябрь архивланған.
  8. Довідник релігій 2015 йыл 12 февраль архивланған.. Данные на 1 января 2011 года. // Релігійно-інформаційна служба України (укр.)баш. (укр.)2011 йылдың февралендәге Разумков Үҙәге социологик тикшеренеүҙәре буйынса (2010), Мәскәү партриархатына Украина православныйҙарының 23,6 % ҡараған, Киев патриархатына- 15,1 % (Релігія і влада в Україні: проблема взаємовідносин Інформаційно-аналітичні матеріали до Круглого столу на тему: «Державно-конфесійні відносини в Україні, їх особливості і тенденції розвитку» 8 лютого 2011р. — К.: Центр Разумкова, 2011. — 82 с.). (укр.)
  9. * В Україні обліковано близько 29 тисяч релігійних приміщень, найбільше має УПЦ — понад 11 тисяч. УНІАН Релігії, 17.05.2016 (укр.)В Україні обліковано близько 29 тисяч релігійних приміщень, найбільше має УПЦ — понад 11 тисяч // Украинская правда. — 17.05.2016.
  10. Согласно опросу, проводившемуся Фондом «Демократические инициативы имени Илька Кучерива» (укр.)баш. совместно с социологической службой «Ukrainian Sociology Service» с 25 декабря 2014 года по 15 января 2015 по заказу Международного центра перспективных исследований (укр.)баш., Украинаның күпселек региондарының 44 % үҙен Украина православие сиркәү ҡулы аҫтында тип таный (УПЦ КП). Донецк өлкәһендә генә 55 % үҙен Мәскәү патриархатының Украина православие сиркәүендә тип иҫәпләй (УПЦ МП). Галицияла күпселек халыҡ үҙен Грек-католик сиркәүендә тип белдерә — 67 %. Барлығы 4413 респондент яуап бирә, Луганск өлкәһендә һорау алыу ойошторолмай. — Социологи: 44 % украинцев относят себя к УПЦ // BBC Ukrainian, 09.04.2015 — Більшість населення України відносить себе переважно до Православної церкви Київського патріархату 2015 йыл 17 апрель архивланған.. Фонд «Демократичні ініціативи»
  11. Молдавия. Иерархия церквей. Дата обращения: 28 май 2013.
  12. Социологический опрос Гэллапа, 2011 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  13. Патриарх Кирилл подвел итоги визита в Молдавию. NEWSru, 10.9.2013.
  14. См. Грузинская православная церковь#Отношения с Московским Патриархатом
  15. Устав РПЦ, Гл. I, п. 3
  16. Архиерейский Собор включил Монголию в каноническую территорию РПЦ. Энциклопедия «Православный мир», 04.02.2016.
  17. 17,0 17,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; grustav төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  18. Гл. I. Общие положения п. 3.
  19. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Est төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  20. Томос. Повний текст українською
  21. СТАТУТ ПРАВОСЛАВНОЇ ЦЕРКВИ УКРАЇНИ
  22. 22,0 22,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; CHN төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  23. Горчаков М. Россия // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона. — Т. XXVII: Розавен — Репа. — 1899.
  24. Ҡалып:ПЭ
  25. Журнал Московской Патриархии. — 1991. — № 10. — С. 11.
  26. См. Устав РПЦ, Гл. I, п. 4
  27. Цыпин В. А., прот. Церковное право.
  28. Гордиенко, 1988, Образовалась в конце 10 в. — формальным началом считается обращение в христианство жителей столицы Киевской Руси, совершённое византийским духовенством по распоряжению князя Владимира Святославича в 988, с. 202
  29. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Faktich төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  30. Гордиенко, 1988, Получила автокефалию в 1448, а патриаршество — в 1589, с. 202
  31. Скрижаль Москва: Печатный двор, X. 1655; дополнительные статьи 2. VI. 1656 (429 стр.)
  32. Русская православная Церковь 988—1988. Очерки истории I—XIX вв. Выпуск 1: Издание Московской Патриархии, 1988, стр. 72: Глава Киевская митрополия и Московский Патриархат
  33. Гордиенко, 1988, С 1721 по 1917 возглавлялась «Святейшим Правительствующим Синодом», а с 1917 по настоящее время — патриархом, с. 202
  34. Цыпин В. А., прот. Ведомство православного исповедания // Православная энциклопедия. Том VII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2004. — С. 369. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2
  35. Ст. 42-я Основных Законов изд. 1832 г. В примечании к этой статье сказано: «В сем смысле Император в Акте о наследии престола 1797 г. апр. 5 именуется Главою Церкви» («Когда наследство дойдет до такого поколения женского, которое царствует уже на другом престоле, тогда предоставлено наследующему лицу избрать веру и престол, и отрещись вместе с наследником от другой веры и престола, если таковой престол связан с Законом, для того что Государи Российские суть Главою Церкви, а если отрицания от веры не будет, то наследовать тому лицу, которое ближе по порядку»).
  36. Ст. 43-я Основных Законов изд. 1832 г.
  37. 37,0 37,1 Соколов А. В. Государство и Православная церковь в России, февраль 1917 — январь 1918 гг. 2019 йыл 28 март архивланған. Дис. … д-ра ист. наук. — СПб, 2014. — С. 81.
  38. Борщукова Е. Д. Патриотическая деятельность православной церкви в годы первой мировой войны // Известия Российского государственного педагогического университета имени А. И. Герцена. — 2014. — В. 172. — ISSN 1992-6464.
  39. Соколов А. В. Государство и Православная церковь в России, февраль 1917 — январь 1918 гг. Дисс. д-ра ист. наук. — СПб, 2014. — С. 525, 612—613.
  40. Об отделении церкви от государства и школы от церкви (Декрет Совета Народных Комиссаров)
  41. Декрет об отделении «Власть» 13 февраля 2001.
  42. Религиозное образование в советской России в 1917—1929 гг.: постановления советского правительства и определения Священного Собора и Патриарха. Часть 1. Дата обращения: 24 сентябрь 2011.
  43. Гордиенко, 1988, Неблагоприятными для РПЦ были и многочисленные расколы 20-30-х гг., ослабившие её позиции в социалистическом обществе, с. 202
  44. Послание заместителя патриаршего местоблюстителя, Митрополита Нижегородского Сергия (Страгородского) и временного при нём Патриаршего Священного Синода («Декларация» Митрополита Сергия). 1927 г.
  45. Послание Архиерейского Синода Русской Зарубежной Церкви боголюбивой пастве о преодолении духовного разделения в Русской Православной Церкви
  46. Остлинг Р. Крест встречается с Кремлём 2013 йыл 21 май архивланған. // Тайм : журнал. — 24.6.2001.
  47. Господь нам дарует победу! Православие и мир (22 июнь 2009).
  48. Раскол в Русской православной церкви, Рашн Ревью, Том 28, Раздел 4, Октябрь 1969 г., Стр. 416—427
  49. Отец Дмитрий Дудко. Некрологи Индепендента
  50. Дэвис Н. Длинный путь к церкви: Современная история русского православия. — Оксфорд: Вествью Пресс, 1995. — С. 96.
  51. Дэвис Н. Длинный путь к церкви: Современная история русского православия. — Оксфорд: Вествью Пресс, 1995. — С. 89.
  52. 52,0 52,1 Гордиенко, 1988, с. 203
  53. Константинопольская Православная Церковь
  54. Председатель ОВЦС провел брифинг, посвящённый предстоящему визиту Святейшего Патриарха Кирилла в Элладскую Православную Церковь и на Афон
  55. Holy Patriarchal Monasteries
  56. Янукович побывал на Афоне и встретился с Константинопольским патриархом
  57. Ecumenical Patriarchate of Constantinople Энциклопедия Британника
  58. Mount Athos Objects to Ecumenical Openness
  59. Новиков, 1985, с. 389—390
  60. Гордиенко, 1988, с. 202—203
  61. Кандидат богословия игумен Иннокентий Павлов: «Католические миссионеры ни за кем не гоняются, но если люди понимают, что истинная Церковь — это Церковь Католическая, они должны быть приняты туда». См. 6-й вопрос в интервью с игуменом Иннокентием Павловым.
  62. Состояние и актуальные вопросы церковно-государственных и церковно-общественных отношений. Экспертный доклад протоиерея Всеволода Чаплина, заместителя председателя ОВЦС Московского патриархата, представленный 25.6.2008 года на рабочей группе «Церковь, государство и общество» Архиерейского собора Русской православной церкви 2008 г.
  63. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; UKR төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  64. Попов А. В. Российское православное зарубежье: История и источники. С приложением систематической библиографии. — М.: ИПВА, 2005. — 619 с.
  65. Определение Освященного Архиерейского Собора Русской Православной Церкви «О внесении изменений и дополнений в Устав Русской Православной Церкви»
  66. Устав РПЦ, гл. I, п. 2
  67. Русская православная церковь образовала патриаршие экзархаты в Европе и Азии // Интерфакс, 28.12.2018.
  68. В Храме Христа Спасителя состоялось подписание Акта о каноническом общении между Московским Патриархатом и Русской Зарубежной Церковью. Сайт ОВЦС.
  69. Пункт. 1 Акта о каноническом общении
  70. Устав РПЦ, гл. XI, п. 1

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]