Ғарипов Биктаһир Күсей улы
Ғарипов Биктаһир Күсей улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1919 |
Тыуған урыны | Ибрай, Ҡыйғы районы |
Вафат булған көнө | 2018 |
Вафат булған урыны | Ибрай, Ҡыйғы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғарипов Биктаһир Күсей улы (1919 йыл — 2018 йыл) — гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғарипов Биктаһир Күсей улы 1919 йылда Ҡыйғы районының Ибрай ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә 1938 йылда Ҡыйғы районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1940 йылдан — ВЛКСМ ағзаһы[2]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 3-сө батареяһында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Гвардия өлкән сержанты[1][2]. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң демобилизацияланғас, тыуған ауылына ҡайта. 2018 йылда вафат була.
Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1943 йылдың 14 декабрендә Александровка эргәһендәге алышта дошмандың бер танкыға ҡаршы минометын юҡ итә. 1944 йылдың 24 ғинуарында өс блиндажды емерә. Шул уҡ йылдың 12 апрелендә Владимир-Волынский ҡалаһы өсөн алышта бер пулеметты тонсоҡтора һәм ете фашисты юҡ итә. 16 апрелдә, дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда, 25 фашисты теге донъяға оҙата. 18 апрелдә дошмандың йөк тейәлгән бер арбаһын, 8 кешеһен юҡ итә. 2 майҙа ике билндажды тура утҡа тота. Ошо батырлыҡтары өсөн Биктаһир Ғарипов 1944 йылдың 2 июнендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланыуға тәҡдим ителә, 7 июлдә наградлана[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[2]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)[2]
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945).
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тормош иптәше Нәзирә менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары — Валерик, Владик, Янбулат, Славик, Фларит, Жәлил. Ҡыҙҙары — Венера, Зифа (йәшләй вафат була).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1919 йылда тыуғандар
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Ҡыйғы районында вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары