Ғилметдинов Минһажетдин Ғилметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғилметдинов Минһажетдин Ғилметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Патронимы йәки матронимы Ғилметдин улы[d]
Тыуған көнө 18 февраль 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Әмир, Ҡашҡа ауыл Советы, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 25 август 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Әмир, Ҡашҡа ауыл Советы, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө председатель сельского Совета депутатов
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Ғилметдинов Минһажетдин Ғилметдин улы (18 февраль 1903 йыл — 25 август 1979 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец[1]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Минһажетдин Ғилметдин улы Ғилметдинов 1903 йылдың 18 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Әмир ауылында ябай эшсе ғаиләһендә тыуған. Ете бала араһында ул өсөнсөһө. Үҙ ауылында башланғыс белем ала. 16 йәшеннән район үҙәгендә йәшәй, комсорг вазифаһын башҡара. Татарстан яҡтарында ла эшләп ҡайта. Тормош иптәше Менәүәрә Сәлимгәрәй ҡыҙы, 1910 йылғы, Урмияҙ ауылынан, менән алты балаға ғүмер бирәләр.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Әмир ауылынан 104 кеше һуғышҡа китә, 59-ы яу ҡырҙарында ятып ҡала. Минһажетдин Ғилметдин улы Асҡын районы хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың 8 сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкына саҡырыла, яҡташтары Имам Ғәлимов, Әхмәтзыя Ғәлиәхмәтов һәм Мөхәмәт Әжмәғолов менән бергә хеҙмәт итә, комендант взводы командиры була.

Ҡыҙы Мөбәллига(1939 йылғы) атаһы һөйләгәндәр менән уртаҡлаша:

« 1943 йылдың көҙө. Был Днепрҙы яулап алған саҡ. Днепрҙы кисергә! Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә! Был - кавалеристарҙың ил алдында биргән анты булған. Днепрҙағы алыш иң ҡан-ҡойғостарҙың береһе. Төндәрен йылға киңлектәрендә сигнал ракеталары менән хәбәр бирелә һәм һәр аҙым утҡа тотола. Днепрҙы төнгө кисеүҙә шәхси составтың яртыһы һәләк була. Пуля аҫтына эләкмәүселәр һыуҙың һалҡынлығынан үлә. Һөжүм итеүсе төркөмдәр йылғаға китә һәм кире сыҡмай. Ә иртән яр ситендә йылғаны кисеүсе һалдат кәүҙәләре ята. Был бик ҡурҡыныс күренеш. Йылға ҡандан ҡып-ҡыҙыл тойола... Шундай алыштарҙың береһендә ул ҡаты яралана. Ҡанға батҡан, аяҡ – ҡулдары хәрәкәтһеҙ ятҡан килеш кәбән төбөнән табып ҡотҡаралар. Башта санчаста, һуңынан госпиталдә дауалана. Хәрби юлын дауам итәргә яраҡһыҙ тип табыла. »

Һуғыштан һуңғы тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылда демобилизациялана һәм ауылға ҡайта. Яраһы төҙәлеп бөтмәһә лә, Ҡашҡа ауыл Советы рәйесе итеп һайлана. 1944 йылдан 1951 йылға ҡәҙәр ошо вазифала эшләй. Һуғыш йылдарында «Ҡызылармеец» колхозы фронтҡа 48 ат, 32 еңел арба, хәрби һалым һәм заем сифатында бер нисә йөҙ мең һум акса, авиация эскадрилияһы төзөү өсөн 27 мең һум акса, күп кенә йылы әйбер, бер нисә мең центнер ашлыҡ тапшыра.

Һуңынан Ҡариҙел, Арбаш, Ҡарткиҫәк һәм Урмияҙ ауылдарында ла эшләй. «Красноармеец» («Молотов») колхозы рәйесе ярҙамсыһы вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға магазинда эшләп, 1963 йылда сыға.

Наградалары һаҡланмаған. 1979 йылдың 25 авгусында 76 йәшендә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әҙһәт Ғәлиәкбәров. Ауылым тарихы. — Асҡын: Асҡын районы “Надежда” редакция – нәшрият комплексы дәүләт унитар предприятиесе, 2011. — № с.
  • Алина Нурыева. Ышаныч. Кавалерист Минһажетдин Ғилметдинов. — Асҡын: Асҡын районы “Надежда” редакция – нәшрият комплексы дәүләт унитар предприятиесе, 2020. — № с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]