Ғәбитов Барый Ҡасим улы
Ғәбитов Барый Ҡасим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1909 |
Тыуған урыны | Иманғол, Учалы районы |
Вафат булған көнө | 1991 |
Вафат булған урыны | Иманғол, Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | старшина[d] һәм Санинструктор[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәбитов Барый Ҡасим улы (1909 йыл — 1991 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, саниинструктор, медицина хеҙмәте гвардия старшинаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры; «Батырлыҡ өсөн» (1942), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»[2] миҙалдары менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барый Ҡасим улы Ғәбитов 1909 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Иманғол ауылында тыуа. 1941 йылдың 5 декабрендә Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 60-сы гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында санинструктор булып хеҙмәт итә башлай[3]. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына тәҡдим ителгән награда ҡағыҙында Ғәбитов Барый Ҡасим улының батырлығы тураһында былай тип әйтелә:
Ғәбитов Барый Ҡасим улы 1942 йылдың 25 ноябрендә Аржановское ауылы районында һуғыш яланынан ауыр яралы 51 һалдатты алып сыға һәм 28 һалдаттың яраһын бәйләй»
Одер йылғаһынан алып Германияны тулыһынса тар-мар иткәнгә тиклем иптәш Ғәбитов ауыр яралы һалдат һәм офицерҙарҙы йыйыу эскадрон пункттарынан беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү пункттарына алып барыу эшендә ҡыйыулыҡ һәм инициатива күрһәтте. Һуғыштың теләһә ҡайһы шарттарында ҡурҡыныстарға ҡарамай ул яралы һалдаттар һәм офицерҙарға оҫта медицина ярҙамы күрһәтә һәм уларҙы тиҙ арала беренсе медицина ярҙамы пункттарына оҙата, был ваҡытында табип ярҙамын күрһәтеүгә мөмкинлек бирә. Күп яралылар уға ғүмере өсөн бурыслы. 1945 йылдың 20 апрелендә Леонберг районында ул һуғыш яланынан 17 ауыр яралы һалдатты, шул иҫәптән 2 офицерҙы алып сыға. Креммен янында һуғыш яланынан беренсе медицина ярҙамы күрһәтеп, 11 яралы һалдатты алып сыға. 1945 йылдың 28 апрелендә Бранденбург өсөн барған алыштарҙа дошман контрһөжүменең көслө уты аҫтында һуғыш яланынан ике ауыр яралы офицерҙы алып сыға һәм беренсе медицина ярҙамы пунктына оҙата. |
Был ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ғәбитов Барый Ҡасим улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Ғәбитов Барый Ҡасим улы 1991 йылда Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Иманғол ауылында вафат була, шунда ерләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наши герои. Габитов Барый Касимович. Дом культуры с. Имангулово, Учалинского района
- Шаймуратовцы. Габитов Барий Касимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- ГАБИТОВ БАРИЙ КАСИМОВИЧ 2021 йыл 3 июнь архивланған.
- Наши герои. Габитов Барый Касимович
- 1909 йылда тыуғандар
- Учалы районында тыуғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Учалы районында вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар