Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы
Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 июль 1923 |
Тыуған урыны | Айыт, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 ғинуар 2000 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Бешкәк, Ҡырғыҙстан |
Ерләнгән урыны | Бешкәк |
Һөнәр төрө | офицер |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы (10 июль 1923 йыл — 10 ғинуар 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, элемтәсе. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы 1923 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Бишбүләк районы) Айыт (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Вәхит ауылы)[1] крәҫтиән Ғәҙелшин Ғабдулла Сәхибгәрәй ғаиләһендә тыуа.
Айыт ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. 1936 йылда ғаилә Ҡырғыҙ АССР-ының Кенеш ауылына күсеп килә, шунда ете йыллыҡ белем ала. Һуғыш алдынан Фрунзе ҡалаһында финанс-иҡтисад техникумында уҡый.
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына Ғәҙелшин 1941 йылдың авгусында Фрунзе ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла һәм радиотелеграфсылар курсына ебәрелә. Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта рядовой Хәмит Ғәҙелшин Көньяҡ фронтта 1941 йылдың октябренән алып һуғыша. Таганрогта беренсе тапҡыр һуғышҡа инә. 1941 йылдың ноябрь айында Дондағы Ростовта Ҡыҙыл армияның контрһөжүмендә ҡатнаша. Көньяҡ-Көнбайыш, Кавказ аръяғы һәм Төньяҡ-Кавказ фронттарында, шулай уҡ дошман тылында разведка төркөмө составында һуғыша. Ғәҙелшин 1943 йылдың август айынан алып 1449-сы айырым элемтә ротаһы 31-се уҡсылар дивизияһының 46-сы Дала армияһының составында көрәшә. Айырыуса Днепр өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә.
1943 йылдың авгусында — сентябрь аҙағында Дала фронты ғәскәрҙәре Полтава-Кременчуг фронты операцияһы барышында Днепрға сыға. 1943 йылдың 26 сентябрҙән 27-нә ҡарай төндә сержант Ғәҙелшин 75 -се уҡсылар полкының алдынғы подразделениелары менән Сошиновка (Украина, Верхнеднепровский районы) ауылы янында йылғаны аша сыға[2]. Йылғаның уң яры эргәһендә өлкән радиотелегафсы Ғәҙелшин йөҙөп барған кәмә һыуға бата, әммә Хәмит Ғабдулла улы рацияны ҡотҡарып алып ҡала, аҙаҡ 13 сәғәт дауамында алмашһыҙ полк штабының дивизия штабы менән элемтә бәйләнешен тәьмин итә. Һуңынан сержант Ғәҙелшин Ауль плацдармындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1944 йылдың 22 февралендә сержант Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улына СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].. Артабан Ғәҙелшин Хәмит 3-сө һәм 4-се Украина фронты составында һуғыша, Украинаны, Молдавияны, Румынияны азат итеүҙә ҡатнаша. Хәрби юлы Чехословакия территорияһында Моравия-Острава һөжүм операцияһы ваҡытында тамамлана.
Һуғыштан һуң Ғәҙелшин Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмө составында хеҙмәтен дауам итә. Һуңынан Ленинград хәрби инженер элемтә училищеһын һәм С. М. Буденный исемендәге Хәрби академияны тамамлай. Житомир юғары элемтә училищеһында уҡыта, кафедраның мөдире була.
1969 йылда полковник Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы запастағы полковник, Фрунзе ҡалаһында йәшәй (1991 йылдан Бишкәк ҡалаһы). № 27 профессиональ техник училищела хәрби эш буйынса уҡытыусы булып эшләй. 2000 йылдың 10 ғинуарында вафат була. Ҡырғыҙстан Республикаһының Бишкәк ҡалаһында билдәле кешеләр зыяратында ерләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (22.02.1944).
- Ленин Ордены (22.02.1944).
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[4].
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (04.05.1945)[5].
- Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Герои Советского Союза - кыргызстанцы . Архивировано 27 май 2012 года. 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ В настоящее время село затоплено водохранилищем.
- ↑ На момент представления к званию Героя Советского Союза — сержант.
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/686046, д. 204/315, л. 58, 310, 311).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Плесцов К. М. Люди высокого подвига: (связисты — Герои Советского Союза). — М: Воениздат, 1962. — С. 73-75. — 256 с.
- Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза: в 5 кн. / сост.: А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башкнигоиздат, 1966. — Т. 2. — С. 451—457. — 479 с.
Документтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Общедоступный электронный банк документов «Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.». Архивировано 13 марта 2012 года. № в базе данных 150006597. Архивировано 27 мая 2012 года., 18714624. Архивировано 27 мая 2012 года., 18714866. Архивировано 27 мая 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гадельшин, Хамит Габдуллович. Сайт «Герои страны».
- Гадельшин, Хамит Габдуллович. Сайт «Герои страны».
- Киргизстанцы — Герои Советского Союза. Архивировано 27 мая 2012 года.
- Биография на сайте администрации Бижбулякского района Республики Башкортостан. Архивировано 27 мая 2012 года.
- «Вызываю огонь на себя». Статья в интернет-газете «БАШвестЪ». Архивировано 27 мая 2012 года.
- Гадельшин Хамит Габдулович на www.az-libr.ru. Архивировано 27 мая 2012 года.
- Биография на сайте МОБУ Средняя образовательная школа имени Фатиха Карима села Аитово. Архивировано 27 мая 2012 года.
- Республиканский музей боевой Славы. Архивировано 16 мая 2013 года.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 10 июлдә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 10 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар
- Ҡырғыҙстанда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Полковниктар (СССР)
- Бишбүләк районында тыуғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар