Ҡолға менән һикереү
Ҡолға менән һикереү — еңел атлетика программаһында вертикаль һикереүҙең техник төрөнә ҡараған дисциплина. Был һикереүҙе башҡарғанда, спортсыға, ҡолға ярҙамында планка аша (уны төшөрөп ебәрмәй генә) үтергә кәрәк. Ҡолға менән һикереүҙең олимпия спорт төрөнә ир-егеттәр араһында — 1896 йылдағы Беренсе йәйге олимпиадала, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2000 йылда Сидней Олимпия уйындарында индерелә. Еңел атлетика күп алышы составына инә.
Ҡолға менән һикереү дүрт төп һикереүҙең (оҙонлоҡҡа һикереү, өсләтеп һикереү, бейеклеккә һикереүҙән тыш) берәүһе булып тора. Шулай уҡ ҡолға менән һикереү техник дисциплиналарҙың иң күп ҡырлылары иҫәбендә. Бары тик бында ғына (башҡа бөтә ырғытыу дисциплиналарынан тыш) алдына ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, ярҙамсы предметтар кәрәк. Ҡолға менән һикереүселәр гимнастик яҡтан яҡшы әҙерлекле булырға, хатта, гимнастика мәктәптәрендә лә уҡыу мөмкинлеге алырға тейеш (донъя рекорды ҡуйған Елена Иҫәнбаева, Брайан Штернберг кеүек спортсылар тап шундай юл үткән).
Ҡағиҙәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолға менән һикереү ярыштары планканы тотҡос һәм ергә төшөү урыны менән йыһазландырылған ҡолға менән һикереү секторында үтә. Спортсыға алдан ҡарау этабында һәм финалда һәр бейеклекте үтеүгә өс мөмкинлек бирелә. Бейеклек кимәле ярыш барышында судьялар тарафынан билдәләнә, һәм ул 5 сантиметрҙан да кәм булырға тейеш түгел. Бейеклек әллә ни юғары булмағанда, күпселек осраҡта, планка 10-15 сантиметрлыҡ аҙым менән күтәрелә һәм аҙаҡтан 5 сантиметрлап ҡына өҫтәй баралар.
Планка тотҡостарының аралары 4,5 метр. Ергә төшөү урынының ҙурлығы 6×6 (төбәк ярыштары өсөн 5×5) метр. Башлап йүгереү юлының оҙонлоғо юлдар оҙонлоғо — кәмендә 40 метр, киңлеге — 1,22 метр
Һикереп ҡарау мөмкинселеге уңышһыҙ һаналған осраҡтар:
- Һикергән саҡта планка таяуҙа тороп ҡалмаһа;
- спортсы секторҙың өҫ яғына, шул иҫәптән, таяу өсөн йәшниктың иң ситке ҡырынан үткән вертикаль яҫылыҡ аръяғындағы ергә төшкән урынына, тәндең йәки ҡолғаның ниндәй ҙә булһа өлөшө менән тейһә;
- спортсы осош фазаһында планканы төшөп китмәһен өсөн тоторға тырыша.
Уңышлы килеп сыҡҡан һикереүҙе судья аҡ әләм күтәреп билдәләй. Әгәр планка аҡ әләм күтәргәндән һуң таяуҙан төшөп китһә, был бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел — һикереү уңышлы тип иҫәпкә алына. Әгәр һикергән саҡта ҡолға һына ҡалһа, ул саҡта спортсы һикереп ҡарау мөмкинлеген ҡабатлай ала[1]..
Ҡолға менән һикереү фазаһы-1 | |||
---|---|---|---|
Ҡолға менән һикереү фазаһы-2 | |||
---|---|---|---|
Тактика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейеклекте үткәреп ебәреү һәм һикереп ҡарау мөмкинлеген күсереп тороу ярыш барышында ҡулланылған төп тактикаларҙан һанала. Ике һикереште артабанғы бейеклеккә күсереү — сираттағы бейеклектә һикереү уңышһыҙ килеп сыҡандағы иң ҡәҙимге алым.
Ҡолға менән һикереү ярышы — еңел атлетика секторындағы иң оҙайлыларҙың береһе, ул ҡайһы саҡ сәғәттәр буйы дауам итергә мөмкин. Һуңғы ваҡытта ҡағиҙәләрҙең альтернатив варианттары ла ҡарала, был осраҡта спортсыларға (ауыр атлетикалағы кеүек) бөтә ярыштарға ла билдәле бер күләмдәге һикереү мөмкинлеге биреләсәк.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағас ҡолға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолға бик боронғо замандарҙан уҡ тәбиғи ҡаршылыҡтарҙы үтеү өсөн даими рәүештә ҡулланылған. Ҡолға менән һикереү ярыштары Боронғо Грецияла үткәрелһә, шулай уҡ боронғо Крит халҡы араһында кельттарҙа ярышыуҙар булған. Бары тик IX быуатта уны планканы үтеү өсөн спорт ҡоролмаһы булараҡ ҡулланы башлайҙар. 2.50 метрлыҡ беренсе рекорд 1790 йылда Германияла үткән ярыштарҙа теркәлә. Тәү башта ҡолғаларҙы ҡаты төр ағастарҙан: дардар йәки гикориҙан эшләгәндәр. Ошондай ныҡлы ҡолға ҡулланыу техникаһы төрҙәренең береһе ҡолғаны ергә ҡаҙап һәм уның буйынса планкаға табан өҫкә ынтылыуҙан торған. Был алымды ҡулланыу арҡаһында, 1888 йылда рекордты 3.55 метрға тиклем еткереү мөмкин була, ләкин 1889 йылда «үрмәләү» техникаһын ярыштарҙа ҡулланыу рәсми рәүештә тыйыла. XX быуат башында дардарҙан эшләнгән ҡолғалар бамбуктан эшләнгән еңел һәм һығылмалы ҡолғалар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла, һәм улар 50 йыллап өҫтөнлөк итәләр[2]. Бындай ҡолғалар тиҙ һыныусан була, өҫтәүенә, уларға һауа шарттары ла йоғонто яһай, шунлыҡтан улар, күп тигәндә, ике миҙгелгә еткән һәм ҡулланыуға әллә ни уңайлы булмаған.
1886Йлда Бөйөк Британияла бейеккә һикереү буйынса беренселек үткәрелә.
1912 йылдың 8 июлендә беренсе тапҡыр дүрт метрлыҡ бейеклек сиге үтелә, Маркус Райт 4,02 метр билдәһен үтә, һәм ошо күрһәткестән донъя рекордының яңы иҫәбе башлана. Планканы үтеү техникаһы хәҙергеһенә бөтөнләй оҡшамаған була. Ҡолға менән этәрелгәндән һуң, атлет һауала эленеп тороуға күсә һәм һәм бер һелтәүҙә кәүҙәһен планка аша ташлай, бары тик планка аръяғына сыҡҡас ҡына, һығылмаҫ снарядты ҡулынан ысҡындырған. Бамбук ҡолғаларҙа һикереүҙең донъя рекордын 1942 йылда 4,77 метрлыҡ билдәлә американлы Корнелиус Уормердэм ҡуя (en)[2].
Металл ҡолға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылда IAAF ҡолға эшләүҙә төрлө материалдар ҡулланыуға рөхсәт биргән ҡағиҙәләр һанын арттыра[2]. 1946 йылда үткән Европа чемпионатында швед атлеттары беренсе тапҡыр металл ҡолғалар ҡуллана. Улар ағастан эшләнгәненән күпкә уңайлыраҡ булып сыға, әммә донъя рекордын оҙаҡ йылдар бер кем дә үтә алмай.
Американың билдәле еңел атлеты, «осоусы пастор» тигән ҡушамат алған рухани — Роберт Ричардс металл ҡолғалар менән һикереүҙә ике Олимпия уйындарында: в Хельсинки (1952) — 4 метр 55 сантиметр һәм Мельбурнда (1956) — 4 метр 56 сантиметр еңеү яулай. Бары тик 1957 йылда ғына Роберт Гутовски Корнелиус Уормердэмдың рекордын 1 сантиметрға үтеп китә. Һөҙөмтәлә 4 метр 80 сантиметр бейеклек металл ҡолғалар өсөн иң юғары нөктә була. Был рекордтты Дональд Брэгг 1960 йылда үтеп китә.
Пластик ҡолға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пластик ҡолғалар буйынса тәжрибәләр АҠШ-та 1940 йылдарҙа уҡ үткәрелгән була. Рим ҡалаһында үткән Олимпия уйындарында (1960) пластик ҡолғаларҙың тәүге өлгөләре халыҡ хөкөмөнә сығарыла, улар был дисциплинала революция яһай. 1961 йылдың 20 майында Джордж Дэвис фиберглас ҡолға ҡулланып, донъя рекорды ҡуя. Был спорт төрөнөң алға китеүендә ергә төшөү өсөн хәүефһеҙ соҡор яһағанда махсус материалдар ҡулланыу ҙа йоғонто яһай[3]. 34 йыл эсендә донъя рекорды 4.83 метрҙан 6.14 метрға тиклем барып етә. Фиберглас ҡолғалар, спортсының кинетик энергияһын үҙендә йыйып, бөгөлөүгә һәләтле, биш метрлыҡ ҡолғанаң бөгөлөү уғы 100—130 сантиметрҙы тәшкил итә. Бынан һуң ҡолға турая һәм һикереүсене планка аша ырғыта. Былар бөтәһе лә һикереү техникаһын яңынан эшкәртеүгә алып килде һәм атлеттарҙың тиҙлек һәм физик әҙерлегенә булған талаптарын да арттырҙы[4].
Донъя рекордтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рекорд (м) | Спортсылар | Илдәр | Дата | Рекорд ҡуйылған урын | |
---|---|---|---|---|---|
Стадионда асыҡ | |||||
Ир-егет | 6,14-кә | Сергей Бубка | Украина | 31 июль 1994 | Сестриере, Италия |
Ҡатын-ҡыҙ | 5,06 | Елена Иҫәнбаева | Рәсәй | 28 август 2009 | Цюрих, Швейцария |
Ябыҡ биналарҙа | |||||
Ир-егет | 6,16 | Рено Лавиллени | Франция | 15 февраль 2014 | Донецк, Украина |
Ҡатын-ҡыҙ | 5,03 | Дженнифер Сур | АҠШ | 30 ғинуар 2016 | Брокпорт, АҠШ |
Билдәле атлеттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Роберт Ричардс (инг.)баш. (инг.)баш. (АҠШ)
- Николай Озолин (СССР)
- Сергей Бубка (Украина)
- Максим Тарасов (Рәсәй)
- Стейси Драгил (АҠШ)
- Елена Иҫәнбаева (Рәсәй)
- Светлана Феофанова (Рәсәй)
- Дженифер Сур (АҠШ)
6 метрҙы үткән атлеттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атлет | Дәүләткә ҡарағанлығы
|
Асыҡ һауала | Бинала | 6 метрлыҡ һикереүҙең |
---|---|---|---|---|
Сергей Бубка | СССР / Украина | 6,14 | 6,15 | 1985 |
Родион Ғатауллин | СССР / Рәсәй | 6,00 | 6,02 | 1989 |
Оккерт Бритс | КАР | 6,03[5] | 1995 | |
Игорь Транденков | Россия | 6,01 | 1996 | |
Тим Лобингер | Германия | 6,00 | 1997 | |
Максим Тарасов | Рәсәй | 6,05 | 6,00 | 1997 |
Дмитрий Марков | Австралия | 6,05[6] | 1998 | |
Джефф Хатвиг | АҠШ | 6,03 | 6,02 | 1998 |
Жан Гальфьон | Франция | 6,00 | 1999 | |
Дэнни Эккер | Германия | 6,00 | 2001 | |
Тимоти Мак | АҠШ | 6,01 | 2004 | |
Тоби Стивенсон | АҠШ | 6,00 | 2004 | |
Пол Берджесс | Австралия | 6,00 | 2005 | |
Брэд Уокер | АҠШ | 6,04[7] | 2006 | |
Стив Хукер | Австралия | 6,00 | 6,06 | 2008 |
Евгений Лукьяненко | Рәсәй | 6,01 | 2008 | |
Рено Лавиллени | Франция | 6,02 | 6,16 | 2009 |
Тиаго Брас да Силва | Бразилия | 6,03 | 2016 | |
Пётр Лисек | Польша | 6,00 | 2017 | |
Сэм Кендрикс | АҠШ | 6,00 | 2017 |
5 метрҙы үткән атлеттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атлеттар | Дәүләткә ҡарағанлығы |
Асыҡ һауала | Бинала | Биш метрға һикереүҙең |
---|---|---|---|---|
Елена Иҫәнбаева | Россия | 5,06 | 5,01 | 2008 |
Дженнифер Сур | АҠШ | 5,03 | 2013 | |
Сэнди Моррис | АҠШ | 5,00 | 2016 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Правило 183: Прыжок с шестом // Правила соревнований на 2012-2013 годы / Международная Ассоциация легкоатлетических федераций. — С. 165169.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Matthews, 2012, с. 167167
- ↑ Matthews, 2012, с. 168168
- ↑ «Прыжки с шестом. История» Заслуженный работник культуры РФ Виктор Горбунов 2007 йыл 19 февраль архивланған. ссылка проверена 8/1/2008
- ↑ Current African record
- ↑ Current Commonwealth and Oceanic record
- ↑ Current North American record
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Peter Matthews. Historical Dictionary of Track and Field. — Scarecrow Press, 2012. — С. 1. — 336 с. — ISBN 9780810879850.