Ҡур (мәғәнәләр)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡур
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Ҡур һүҙе түбәндәге мәғәнәләрҙә ҡулланыла:

  • Ҡур - Эсемлек (ҡымыҙ, бал) әсеткеһе
  • Ҡур (күсмә мәғнәлә) - Мал-мөлкәт башланғысы аҡса ҡуры, мал ҡуры.
  • Ҡур - Ниндәйҙер ваҡиғанан ҡалған эҙемтә - Ҡыйшыҡ уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ
  • Ҡур - Балыҡ аулай торған оҙон тотҡалы ҙур сүмес, ау. Ғәҙәттә яҙғыһын болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотор өсөн ҡулланыла
  • Ҡур (иҫкесә)- һалым, яһаҡ.
  • Ҡур (иҫкесә) - ҡуҙ. Ҡартайған көнөндә ҡарт бабаңдың ҡурҙай ҡыҙыл күҙен сығарҙың ("Иҙеүкәй менән Мораҙым")

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 704-се бит