Эстәлеккә күсергә

Ҡутриғурҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡутрағырҙар битенән йүнәлтелде)
Ҡутриғурҙар

Ҡутриғурҙар (ҡутрағырҙар; рус. кутригуры, котригуры, кутургуры) — утиғурҙар менән бер рәттән болғарҙарҙың нигеҙен тәшкил иткән күсмә халыҡ.

Прокопий Кесарийский һундар батшаһы һәм уның Утиғур һәм Ҡутриғур исемле улдары тураһында һөйләй. Батша үлгәндән һуң берҙәм халыҡ ике ҡәбиләгә бүленә, уларҙың һәр береһе үҙ хакимдарының исемен йөрөтә. Прокопий һүҙҙәренсә, был ҡәбиләләр башта «һаҙлыҡ аръяғындағы ерҙәрҙе» (Азов диңгеҙе яр буйҙары) биләгән һәм уның тамағы (Керчь боғаҙы) аша сығып, готтар-тетракситтарға һөжүм итәләр. Прокопийҙың яҙмаларынан күренеүенсә, ҡутриғурҙар Истраның (хәҙерге атамаһы Дунай) һул ярына килеп ултырған һәм Көнсығыш Рим империяһына һөжүм иткән, ә утиғурҙар кире ҡайтыуҙы хуп күргән[1].

Ҡутриғурҙар тәүге тапҡыр 469-488 йылдарҙа телгә алына Һәм Днепр менән Дон йылғалары араһы далалары менән локалләштерелә[2]. V быуаттың беренсе яртыһында улар Дондың көнбайыш ярындағы көнсығыш готтарға һөжүм иткән һәм яҡын-тирәләге ерҙәрҙе баҫып алған. Византия һәм уның союздаштары менән бер нисә тапҡыр һуғыша, һөжүмдәр һәм яуҙар яһай. 558 йылда Забер хан болғар-славян ғәскәре менән Константинополгә поход яһай. Күпмелер ваҡытҡа ҡутриғурҙар яҡынса 562 йылда Авар ҡағанлығы составына инә[3]. Һуңынан был ҡәбиләлә буласаҡ хаким Ҡобрат тыуа, ул иртә урта быуаттарҙа Бөйөк Болгария дәүләтен булдыра. 631 йылда Ҡобраттың улын Альцек хан етәкселегендәге ҡутриғурҙарҙың бер өлөшө аварҙарҙың гегемонияһын ҡолатырға маташа, әммә, конкуренцияға сыҙамайынса, Рейнға франктар яғына күсенә. Король Дагоберт I ҡутриғурҙарҙы Баварияға урынлаштыра, әммә төндә уларҙы мәкерле рәүештә юҡ итергә бойора. Ҡотолоп ҡалған ҡутриғурҙар Италияла, Сепина, Бовиана һәм Инзерния ауылдарында һуңғы һыйыныу урыны таба[4], улар шунда төпләнә һәм йәшәй башлай. Ҡутриғурҙарҙың бер өлөшө Македонияға Ҡобраттың улы Кубер етәкселегендә килеп урынлаша, ә бер өлөшө Дондың төньяҡ-көнсығышына, ул да Ҡобраттың улы Ҡутрағ етәкселегендә Волга буйы далаларына юллана, унда уларҙы көмөш болғарҙар тип атайҙар һәм урта быуаттарҙа Волга буйы Болғары дәүләтен булдыралар.

Уғырҙарҙың этнонимы шулай уҡ бер нисә боронғо болғар ҡәбиләләре составындағы атамаларында айырылып тора: унуғыр/оноғур (< оn оγur «ун уғыр ҡәбиләһе»), һары уғыр/сарағур (< sarγ оγur «һары уғырҙар»), утиғурҙар (< utur оγur «утыҙ уғыр ҡәбиләһе»), ҡутриғурҙар, биттуғырҙар, куриғырҙар һәм башҡалар. Тел белгесе Ә. М. Аҙнабаев башҡорт этнонимының да баш+уғыр//уғор+т: биш+уғыр+т (бында «биш» — һан, «уғыр» — ҡәбилә атамаһы, «т» — дөйөм алтай күплек күрһәткесе) өлөштәренән тора тип иҫбатлай һәм «венгр» (вун[5] уғар//уғыр) һәм «болғар» (бäл[6] уғор//уғар//уғыр) этнонимдарының этимологиялары менән сағыштыра[7].

Питер Голден (АҠШ) билдәләүенсә, ҡутриғурҙар, бәлки, ҡутри һәм уғыр һүҙҙәренән килеп сыҡҡандыр, был һүҙмә-һүҙ Ҡутрағ хан ҡәбиләһен аңлата. Ҡутрағ исеме, бәлки, уғыр сыуаш теленән Кăтрак, Кăтрашка— «бөҙрә сәсле» тигәнде аңлата. Шулай уҡ Ҡобрат үҙенең улына бөйөк ҡартатаһы хөрмәтенә Ҡутрағ исемен бирә, уның хөрмәтенә тотош ҡутриғур ҡәбиләһе атала[8].

Прокопий Кесарийский былай яҙған:

боронғо заманда күп кенә һундар, ул саҡта киммерийҙар тип аталған, мин алда телгә алған ерҙәрҙә йәшәгән. Барыһының да бер батшаһы булған. Бер ваҡыт уларҙың батшаларының береһенең ике улдары була: береһенең исеме Отригор, икенсеһенең исеме Котригор. Атаһы үлгәндән һуң улар власты бүлешә һәм буйһондоролған халыҡтарға үҙ исемдәрен бирә, шуға күрә бөгөнгө көндә лә уларҙың ҡайһы берҙәре утиғурҙар, ә башҡалары — ҡутриғурҙар тип атала[9].

Улар Танай-Меотий (Дон-Азов) дала зонаһын биләй: көнбайыш өлөшөндә — котригорҙарҙы һәм көнсығышта — отригорҙар. Был тарихты утиғур хакимы Сандильчтың һүҙҙәре лә раҫлай:

Беҙҙең туғандарыбыҙҙы (ҡутриғурҙарҙы) юҡ итеү ғәҙелһеҙ һәм әҙәпһеҙ, улар беҙгә оҡшаш телдә генә һөйләшмәй, беҙҙең күршеләребеҙ булып тора һәм шундай уҡ кейемдә һәм йәшәү рәүешендә, шулай уҡ башҡа хакимдарға буйһонһа ла, беҙҙең туғандарыбыҙ булып тора[10].

  1. Прокопий Кесарийский. Война с готами 2015 йыл 25 февраль архивланған., 4—5. — М., 1996. Перевод С. П. Кондратьева.
  2. Хронология Болгарии 2009 йыл 21 февраль архивланған..
  3. Л. Н. Гумилёв. Древняя Русь и Великая степь.
  4. Западня экспансия авар и болгар 2009 йыл 12 апрель архивланған..
  5. Сыуаш телендә «вун» — 10 һанын аңлата
  6. Сыуаш телендә «пилллек//пилек» — 5 һанын аңлата
  7. Аҙнабаев Ә. М. Тағы ла «башҡорт» этнонимы тураһында // Ватандаш. — 2002. — № 6. — С. 100—106. — ISSN 1683-3554.
  8. Peter B. Golden The peoples of the south Russian steppes // The Cambridge History of Early Inner Asia. — Cambridge University Press, 1990-03-01. — С. 256–284.
  9. Golden, Peter B. An introduction to the history of the Turkic peoples : ethnogenesis and state-formation in medieval and early modern Eurasia and the Middle East. — Otto Harrassowitz, 1992.
  10. D. Dimitrov. "Bulgars, Unogundurs, Onogurs, Utigurs, Kutrigurs". — 1987.
  11. Аваро-славянские отношения 2010 йыл 3 октябрь архивланған..
  • Ильясов Б. С. Куртугуры, турбаслинцы, башкурты — возможна ли связь? // Народы Южного Урала и их соседи в древности и средневековье. — Уфа, 2004.
  • Златарски, Васил. История на Българската държава през Средните векове, т. 1, ч. 1. Второ фототипно издание. София, Академично издателство «Марин Дринов», 1994. (Болгарский язык).
  • Артамонов М. И. История хазар. // Под редакцией и с примечаниями Л. Н. Гумилёва. — Л.: Изд-во Гос. Эрмитажа, 1962. 523 с.