Эстәлеккә күсергә

Ҡырғыҙстанда туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡырҡыҙстанда туризм битенән йүнәлтелде)
Ҡырғыҙстанда туризм
Рәсем
Дәүләт  Ҡырғыҙстан
Урын Ҡырғыҙстан
 Ҡырғыҙстанда туризм Викимилектә

Ҡырғыҙстандың тауҙыры һәм күлдәре туристарҙы йәлеп итә тоған төбәк булһа ла,илдә туризм индустрияһы насар үҫешкән, сөнки был өлкәгә инвестициялар бик аҙ.[1] 2000 йылдар башында, башлыса элекке Советтар Союзы илдәренән, йыл һайын илгә уртаса 450 000 турист килгән. 2018 йылда Британияның бэкпэкерҙар йәмғиәте Ҡырғыҙстанды мажаралы сәйәхәт итеү исемлегендә бишенсе урынға ҡуйҙы һәм йәшерен мажаралар булыуын белдерҙе.[2]

Ысыҡ-Күл һәм Тянь-Шань тауҙары туристар килә торған популяр урындар булып тора.

Мәҙәни иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙ мәҙәниәте, башлыса, монгол ордаларынан ҡалған күскенсе халыҡ мәҙәниәтенә нигеҙләнгән. Хәҙерге ҡырғыҙҙар шәхси йәки күп фатирлы йорттарҙа йәшәһә лә, йәй көндәрендә тирмәләр ҡороп йәйләүгә сыҡҡан һарыҡ, кәзә, йылҡы малын, ҡайһы ваҡыт як көтөүсе ҡырғыҙҙарҙы күрергә мөмкин. Һәр өлкәле тиерлек туристарға хеҙмәт күрһәтеүсе тирмә-лагерҙар бар, ҡайһы берҙәре Нарон өлкәһе Нарын ҡалаһы янында Таш-Рабатта, Ысыҡ-Күл янында Жжети-Огуз ("ете үгеҙ") районында урынлашҡан.

Хәҙерге ваҡытта Ҡырғыҙстанда «Эко-туризм»ды үҫтереүгә ҙур көс һалына. Швецияның «Helvetas» мәҙәни үҫеш ойошмаһы ошондай бер нисә проектҡа етәкселек итә. Ҡырғыҙстанда күп кенә турстик компаниялар яңғырауыҡлы «эко» һүҙе туристарҙы йәлеп итеү өсөн икәнен аңлай һәм, тирә-яҡ мөхиткә бер ниндәй ҙә йоғонто яһымай торған һәм кемпинг эҙен ҡалдырмай торған йүнәлештә бер ни ҙә эшләмәһәләр ҙә, был һүҙҙе ойошма исемендә ҡулланырға тарыша. Илгә килгән туристарҙы әйләнә тирә-яҡтың матырдығы йәлеп итә. 2010 йылда Ҡырғыҙстан туризм менән бәйле өс төбәкте берләштергән регионал инициативаға (The Region Initiative (TRI)) ҡушылды. TRI ойоштаһы Көньяҡ Азия, Үҙәк Азия һәм Көнсығыш Европа араһында тораштырыусы сылбыр булараҡ эшләй. Был ойошмаға Әрмәнстан, Бангладеш,Һиндостан, Ҡаҙағстан, Пакистан, Непал, Таджикистан, Рәсәй, Шри-Ланка, Төркиә, Украина һәм Үзбәкстан ҡушыла.

  1. Kyrgyzstan country profile. Library of Congress Federal Research Division (January 2007). This article incorporates text from this source, which is in the public domain.
  2. Planet, Lonely Pakistan rated top destination by the British Backpacker Society (ингл.). www.lonelyplanet.com. Дата обращения: 24 май 2018.