Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстанда туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстанда туризм
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Ҡаҙағстанда туризм Викимилектә
Әхмәт Йәсәүи кәшәнәһе, Ҡаҙағстандағы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекты

Ҡаҙағстанда туризм — Ҡаҙағстан иҡтисадының тармағы, бынан 2014 йылда алынған килем ВВП-ның 0,3 процентын тәшкил итте. 2020 йылға Ҡаҙағстан хөкүмәте был күрһәткесте 3 процентҡа еткерергә ниәтләй[1][2]. 2000 йылда Ҡаҙағстанға 1,47 млн сит ил турисы килгән. 2012 йылға уларҙың һаны 4,81 миллион тәшкил иткән, был туристар ҡабул иткән илдәр араһында 51-се урын[3]. Донъя матбуғатында, тәбиғи иҫтәлекле урындар күп булыуына ҡарамаҫтан, туризм тармағының етерлек үҫешмәүен яҙалар, һүрәтләп, логистика ауырлығы һәм насар хеҙмәтләндереү билдәләнә[4].

2013 йылда Ҡаҙағстан хөкүмәте республикала 2020 йылға тиклем туризм тармағының үҫеш концепцияһы эшләгән. атарға була. сөнки Дәүләт программаһының маҡсаты - биш туристик кластер булдырыу: уларға Астана, Алматы, Көнсығыш, Көньяҡ һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан инә. Концепцияла 4 миллиард доллар күләмендә инвестиция йәлеп итеү һәм 2020 йылға туризм индустрияһында 250 меңдән ашыу эш урыны булдырыу ҡарала[4][5].

Ҡаҙағстан Әрмәнстан, Белоруссия, Грузия, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Монголия, Рәсәй һәм Украина граждандары өсөн - 90 көнгә ; Аргентина, Әзербайжан, Сербия, Корея Республикаһы, Тажикстан, Төркиә һәм Үзбәкстан граждандары өсөн — 30 көнгә визаһыҙ инеүҙе рөхсәт итә[6].

2014 йылда дәүләт программаһы буйынса Ҡаҙағстана иҡтисадына күберәк инвестициялар индергән илдәр граждандарына 15 көнлөк визаһыҙ режим бирелә башланы. Был илдәр - Бөйөк Британия, Германия, Италия, Малайзия, Голландия, АҠШ, Франция һәм Япония[1].

2015 йылда был программала ҡатнашҡан илдәр һаны 19-ға етте: улар һанына Австралия, Бельгия, Венгрия, Испания, Монако, Норвегия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сингапур, Швеция, Швейцария һәм Финляндия инә[7].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылға Ҡаҙағстанда дүрт объект ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән булған, уларҙың өсәүһе - мәҙәни һәм тағы ла берәүһе — тәбиғиәт ҡомартҡыһы. Был Әхмәт Йәсәүи кәшәнәһе, Тамғалы археологик ландшафты, Бөйөк Ебәк юлының Чанъань-Тянь-Шань коридоры, Һарыарҡа — Дала һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан күлдәре. Әле 13 объект исемлеккә индереүгә кандидат булып тора[8].

Илдәрҙән килеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстанға күберәк ошо илдәрҙән килгәндәр:[9]

Илдәр 2016 2015 2014 2013
Үзбәкстан Үзбәкстан01 2,459,75701 2,297,18001 2,107,17701 2,494,568
Рәсәй флагы Рәсәй02 1,587,40902 1,646,56802 1,757,72102 1,780,574
Ҡырғыҙстан байрағы Ҡырғыҙстан03 1,348,70903 1,359,62503 1,308,13903 1,382,706
Тажикстан Тажикстан04 207,00904 158,50705 137,44305 186,214
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Ҡытай05 117,46505 111,70604 228,61704 205,066
Азербайжан Әзербайжан06 94,84608 89,29608 83,17406 112,617
Германия флагы Германия07 90,28609 88,34609 79,57209 75,491
Төркиә флагы Төркиә08 89,61106 106,30106 104,98607 92,070
Украина Украина09 73,39007 97,10007 84,93208 82,971
Белоруссия Беларусь10 63,52011 62,78611 55,35610 55,090
Төркмәнстан Төркмәнстан11 63,15610 69,23010 66,93812 47,711
АҠШ флагы АҠШ12 26,40213 29,12413 25,82413 22,508
Әрмәнстан флагы Әрмәнстан13 26,09712 37,46112 39,93411 54,244
Корея Корея14 22,27615 22,04615 20,44515 16,620
Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия15 20,16614 24,20114 23,03614 22,389
Йәмғеһе16 6,509,39016 6,430,15816 6,332,73416 6,841,085
  1. 1 2 Joanna Lillis for EurasiaNet, part of the New East. Summer holiday in Kazakhstan? Astana eases visa restrictions to attract tourists | World news. The Guardian. Дата обращения: 27 май 2016.
  2. Kazakhstan: Astana Announces Visa-Free Travel for 10 High-Investing States. EurasiaNet.org (16 июнь 2014). Дата обращения: 27 май 2016.
  3. International tourism, number of arrivals – Kazakhstan. Mecometer.com. Дата обращения: 27 май 2016.
  4. 1 2 Summer holiday in Kazakhstan? Astana eases visa restrictions to attract tourists, The Guardian (17 July 2014). 27 май 2016 тикшерелгән.
  5. Kazakhstan to develop its tourism industry. Environment. Tengrinews.kz. En.tengrinews.kz (18 июнь 2014). Дата обращения: 27 май 2016.
  6. Visa Information. Timatic. Международная ассоциация воздушного транспорта. Дата обращения: 27 май 2016.
  7. Turebekova, Aiman Kazakhstan Expands Visa-Free Regime up to 19 Countries, Extends It to End of 2017. Astanatimes.com (2 июль 2015). Дата обращения: 27 май 2016.
  8. UNESCO World Heritage Centre. Kazakhstan – UNESCO World Heritage Centre. Whc.unesco.org. Дата обращения: 27 май 2016.
  9. Туризм Казахстана. 2.4 Количество посетителей по въездному туризму 2016 йыл 21 декабрь архивланған.


Официальный туристский сайт Казахстана(недоступная ссылка)