Эстәлеккә күсергә

Косовола туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косовола туризм
 Косовола туризм Викимилектә

Өлөшләтә танылған Косово Республикаһы Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауында, Косово географик төбәгендә урынлашҡан. Сербия конституцияһына ярашлы, Косово Республикаһы территорияһы Сербия Республикаһының бер өлөшө булып тора һәм уның составына Косово һәм Метохия автономиялы крайы булараҡ инә, әммә ғәмәлдә Косово Сербия властары тарафынан контролдә тотолмай.

Косовоның туристик объекттарына иллирия, дардан, рим, византия, серб һәм ғосман осоро археологик мираҫы, традицион албан аш-һыуы, архитектураһы, дини мираҫ, йолалар һәм тәбиғәт ландшафттары ҡарай. Төбәктең күп кенә ҡомартҡылары Косово һуғышы (1998—1999) ваҡытында емерелә.

«New York Teimes» 2011 йылда йөрөргә кәрәк булған урындар рейтингында Косовоны 36-сы урынға ҡуя[1]. Шул уҡ йылда Косово донъя туризмының үҫешен баһалаған Skyscanner эҙләү системаһында яҡынса 40 урынға күтәрелә.

Косово Республикаһының статистика агентлығы ҡунаҡханалар тураһында 2008 йылдан башлап квартал һайын үтәлгән статистик мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығара. Ҡунаҡханаға килеүселәрҙең квартал һайын уҙғарылған төндәре һаны: 2008 йылда 10 000-дән 13 000-гә тиклем, 2009 йылда 14 000-дән 24 000-гә тиклем, 2010 йылда 16 000-дән 22 000-гә һәм 2011 йылда 11 000-дән алып 22 000-кә тиклем етә. Статистика агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡунаҡханаларға килеүселәрҙең дөйөм һаны 2016 йылдың өсөнсө кварталында 36 872 кешегә етә, шуларҙың 29,23 проценты — урындағы халыҡ, ә 70,77 проценты сит граждандары[2].

Түбәндәге таблицала 2011 йыл мәғлүмәттәре буйынса иленә ҡарап, резидент булмаған килеүселәр һаны күрһәтелгән:[3]

Урын Ил Һандар һаны
1 Германия Германия 2750
2 Италия Италия 1938
3 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1628
4 Бөйөк Британия Бөйөк Британия 1251
5 Хорватия Хорватия 871
6 Австрия Австрия 500
7 Франция Франция 301
8 Нидерланд Нидерланд 278
9 Бельгия Бельгия 43
10 Греция Греция 37
Бөтәһе 9597

Сербия Косовоны үҙ территорияһының бер өлөшө тип ҡарай. Шуға күрә паспорттарында Косово Республикаһы штамптары булған туристарға Сербияға инеү тыйыла[4].

  1. The 41 Places to Go in 2011, The New York Times (7 January 2011). 24 апрель 2017 тикшерелгән.
  2. Hotel Statistics, Q3 2016 |. Дата обращения: 24 апрель 2017. Архивировано 24 февраль 2019 года.
  3. Источник. Дата обращения: 24 апрель 2017. Архивировано 2 май 2016 года.
  4. Foreign travel advice Serbia. https://www.gov.uk. GOV.UK. Дата обращения: 20 февраль 2017. Архивировано 26 июль 2019 года.

Логотип Викигида Путеводитель «Косово» в Викигиде