Эстәлеккә күсергә

Төркиәлә туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төркиәлә туризм
Дәүләт  Төркиә
Рәсми сайт goturkey.com[1]
 Төркиәлә туризм Викимилектә

Туризм — Төркиә иҡтисадының мөһим өлөшө, һуңғы тиҫтә йылдарҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә була бара. Был тармаҡта ике миллион самаһы кеше мәшғүл (510 мең — туранан-тура, 1,5 ммиллион — ҡатнаш тармаҡтарҙа).

Ил туристар өсөн популяр йүнәлештәр буйынса донъяла алтынсы урынды биләй.

Төркиәнең был тармаҡты үҫтереү өсөн бөтә шарттары бар: ярҙары дүрт диңгеҙ менән йыуыла (Урта диңгеҙ, Эгей, Мәрмәр һәм Ҡара диңгеҙҙәр), яр буйында субтропик урта диңгеҙ климаты хөкөм һөрә (яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 7200 км), ярҙарында 355 пляж урынлашҡан. Төркиәлә 700 мең урынлыҡ 2870 ҡунаҡхана бар[2], ул термаль сығанаҡтар һаны (1300) буйынса Европала икенсе һәм донъяла етенсе урынды биләй; иҫтәлекле урындары, тарихи һәм археологик ҡомартҡылары күп (боронғо грек һәм боронғо рим ҡалаларының, шул иҫәптән легендар Трояның харабалары, Византия һәм Ғосман империялары ҡомартҡылары). Эске транспорттың үҫешкән селтәре ил буйлап уңайлы сәфәр ҡылыу мөмкинлеген бирә[3].

Мысыр менән бер рәттән Төркиә лә экскурсияларҙағы юл һәләкәттәре һаны буйынса алдағы урындарҙы биләй.

Илдең туристар айырыуса күпләп бара торған урындары:

  • Истанбул — мосолман һәм византий архитектураһы ҡомартҡыһы.
  • Каппадокия — вулкан сығышлы ғәҙәти булмаған тәбиғи ҡоролмалар һәм мәмерйә ҡалалары.
  • Төрөк ривьераһы — Төркиәнең көньяҡ ярындағы диңгеҙ курорттары. Антик мәҙәниәт ҡомартҡылары, боронғо грек һәм боронғо рим ҡалаларының харабалары.
  • Ликия юлы, Кария юлы.
Билдәле курорттар

2012 йылда Төркиәгә килгән авиакомпаниялар пассажирҙарының һаны 130 миллион тәшкил итә, уларҙың 45 миллионы Истанбулдың Ататөрк аэропортына, 25 миллионы Анталия аэропортына тура килә[4].

2014 йылда Төркиәгә сит илдәрҙән 41,4 миллион турист килгән. Туристарҙың күбеһе — Германия, Болгария, Иран, Рәсәй, Греция, Грузия, Әзербайжандан. Төркиә статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда сит ил туристарынан дәүләт бюджетына $34,3 миллиард ингән.

2015 йылда (һәм артабанғы 2016 йылда) Төркиәнең туризм тармағында хәл киҫкен үҙгәрә, был F-16 төрөк истребителенең Сүриәлә Рәсәйҙең Су-24-ен бәреп төшөрөүенә һәм шул сәбәпле Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәренең насарланыуына бәйле була[5]. Төркиәнең туризм йүнәлеше булараҡ абруйы ҡаҡшауға теракттар йышайыуы ла сәбәпсе була[6].

Февралдә шул асыҡлана: Рәсәйҙән ял итеүселәр килмәүе һәм теракттарҙан ҡурҡып Европанан да туристар кәмеүе арҡаһында отельерҙар Төркиәләге 1300-ләп ҡунаҡхананы һатыуға ҡуя (уларҙың дөйөм хаҡы 10 млрд евро самаһы). Бәләкәй генә ғаилә пансиондары ла, ҙур-ҙур люкс отелдәре лә һатыуға ҡуйыла. 2016 йылдың яҙында отелдә йәшәү хаҡтары ныҡ арзаная[7][8].

Төркиә һуңғы 17 йыл эсендә (1999 йылдан) сит ил туристарының ныҡ кәмеүе менән бәрелешә. Йыл йомғаҡтарынан күренеүенсә, Төркиә туристар менән бергә 15 млрд долларҙы юғалта[9].

Шулай ҙа киләһе йылына туристар ағымы йәнләнә төшә һәм тиҙҙән ағым ғәмәлдә элекке хәленә ҡайта.

Рәсәй туристик фирмалары башлыса Анталья һәм уның тирәһендәге ҡалалар (Кемер, Аланья, Белек һ. б.) йүнәлешендә эшләй. Һуңғы йылдарҙа Мәрсин иле лә популярлыҡ ала бара.

Төркиәгә Рәсәйҙән килгән туристар һаны:

2010 — 3,1 млн;
2011 — 3,4 млн;
2012 — 3,6 млн;
2013 — 4,3 млн;
2014 — 4,26 млндан ашыу;
2015 — 3,44 млн;
2016—860 мең.
2017 — 4,7 млн.

Логотип Викигида Путеводитель «Турция» в ВикигидеВикигидеЛоготип Викигида Путеводитель «Турция» в Викигиде