Эстәлеккә күсергә

Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшин битенән йүнәлтелде)
Әхмәтшин Ҡәйүм
Хәбибрахман улы
Тыуған ваҡыты

24 июнь (7 июль) 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе[1]Ҡара Көсөк хуторы.

Үлгән ваҡыты

10 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (34 йәш)

Вафат урыны

Белоруссия ССР-ы, Гомель өлкәһе Кузьминки ауылы янында

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1932—1934, 1941—1943

Хәрби звание

гвардия старшинаһы Старшина

Часть

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены

Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (7 июль 1909 йыл — 10 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшин 1909 йылдың 7 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡара Көсөк хуторында[1] тыуған. Милләте башҡорт. Башланғыс белемле. 1929 йылға тиклем атаһының хужалығында игенселек менән шөғөлләнә. 1929 йылдың майынан 1932 йылдың апреленә тиклем Ейәнсура районы Алексеевка ауыл Советы секретары булып эшләй. 1932—1934 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1934—1941 йылдарҙа Ейәнсура, Хәйбулла НКВД район бүлектәрендә яңғындан һаҡлау инспекторы булып эшләй. 1939 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

Ҡыҙыл Армияға ҡабаттан Башҡорт АССР-ы Хәйбулла район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың декабрендә саҡырыла. Гвардия старшинаһы Ҡәйүм Әхмәтшин 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепр йылғаһы аша сыҡҡан саҡта батырлыҡ күрһәтә. Взводтың бер отделениеһы дошман уты аҫтына эләгә. Снаряд ярсығы кәмәне үтә тишә. Тишелгән кәмәнән йыраҡ түгел һалда барған Әхмәтшин, тиҙ генә кәмәгә күсә һалып, ундағы тишекте яба һәм кәмәне уң ярға алып барып еткерә.

Днепрҙың көнбайыш ярындағы алыш ваҡытында боеприпастар бөтә. Ҡәйүм Әхмәтшин дошмандың пулеметын юҡ итә һәм взводты атакаға күтәрә. Ҡул һуғышында взвод, 25 дошман һалдатын юҡ итеп һәм ҡамауҙы йырып, үҙ эскадронына сыға.

Әхмәтшин Ҡ. Х. 1943 йылдың 10 ноябрендә Речица ҡалаһы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе батырҙарса һәләк була[2].

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1943 йылдың 10 ноябрендә Кузьминки ауылы янындағы алышта батырҙарса һәләк була. Лоев районы Уборок ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].

Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районы Уборок ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[4].

1943 йылдың 10 ноябрендәге Белорус ССР-ы Волошановка, Речица ҡалаһы) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы
  2. ОБД Мемориал|3502739
  3. ОБД Мемориал|261775031
  4. ОБД Мемориал|261775031
  5. ОБД Мемориал|3502739
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  8. Сайт Абишевской средней школы: История школы. Дата обращения: 13 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 13 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 13 ғинуар архивланған.
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..