Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы
Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы | |||
Тыуған ваҡыты | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе[1]Ҡара Көсөк хуторы. | ||
Үлгән ваҡыты | |||
Вафат урыны |
Белоруссия ССР-ы, Гомель өлкәһе Кузьминки ауылы янында | ||
Хеҙмәт иткән урыны | |||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | ||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1932—1934, 1941—1943 | ||
Хәрби звание | |||
Часть | |||
Хәрби алыш/һуғыш | |||
Наградалар һәм премиялар |
|
Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (7 июль 1909 йыл — 10 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшин 1909 йылдың 7 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡара Көсөк хуторында[1] тыуған. Милләте башҡорт. Башланғыс белемле. 1929 йылға тиклем атаһының хужалығында игенселек менән шөғөлләнә. 1929 йылдың майынан 1932 йылдың апреленә тиклем Ейәнсура районы Алексеевка ауыл Советы секретары булып эшләй. 1932—1934 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1934—1941 йылдарҙа Ейәнсура, Хәйбулла НКВД район бүлектәрендә яңғындан һаҡлау инспекторы булып эшләй. 1939 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.
Хәрби юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл Армияға ҡабаттан Башҡорт АССР-ы Хәйбулла район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың декабрендә саҡырыла. Гвардия старшинаһы Ҡәйүм Әхмәтшин 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепр йылғаһы аша сыҡҡан саҡта батырлыҡ күрһәтә. Взводтың бер отделениеһы дошман уты аҫтына эләгә. Снаряд ярсығы кәмәне үтә тишә. Тишелгән кәмәнән йыраҡ түгел һалда барған Әхмәтшин, тиҙ генә кәмәгә күсә һалып, ундағы тишекте яба һәм кәмәне уң ярға алып барып еткерә.
Днепрҙың көнбайыш ярындағы алыш ваҡытында боеприпастар бөтә. Ҡәйүм Әхмәтшин дошмандың пулеметын юҡ итә һәм взводты атакаға күтәрә. Ҡул һуғышында взвод, 25 дошман һалдатын юҡ итеп һәм ҡамауҙы йырып, үҙ эскадронына сыға.
Әхмәтшин Ҡ. Х. 1943 йылдың 10 ноябрендә Речица ҡалаһы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе батырҙарса һәләк була[2].
Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1943 йылдың 10 ноябрендә Кузьминки ауылы янындағы алышта батырҙарса һәләк була. Лоев районы Уборок ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].
Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районы Уборок ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[4].
1943 йылдың 10 ноябрендәге Белорус ССР-ы Волошановка, Речица ҡалаһы) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)[6][7]
- Ленин ордены (15.01.1944)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡ. Х. Әхмәтшиндың исеме — Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында, Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа, Хәйбулла районы Подольск ауылында урамдарға бирелгән.
- Хәйбулла районы Әбеш ауылы мәктәбе Герой Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөтә[8];
- Иҫәнғол ауылында монумент ҡуйылған.
- Ҡ. Х. Әхмәтшиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы
- ↑ ОБД Мемориал|3502739
- ↑ ОБД Мемориал|261775031
- ↑ ОБД Мемориал|261775031
- ↑ ОБД Мемориал|3502739
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Сайт Абишевской средней школы: История школы . Дата обращения: 13 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 13 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 13 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы . «Герои страны» сайты.
- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 8 май 2016.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хәйбулла районында тыуғандар
- 7 июлдә тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- 10 ноябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Гомель өлкәһендә вафат булғандар
- СССР сержанттары һәм старшиналары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Башҡорттарҙан Советтар Союзы Геройҙары
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- Советтар Союзы Геройҙары:Хәйбулла районы
- КПСС ағзалары