Ҡәләндар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәләндар

Ҡәләндар (фарс., ғәрәп. قلندر , тур. календер; рус. Каландар) — ислам дине ҡушҡандарҙың бик әҙ генә өлөшөн башҡарып, хәйерселәп йөрөгән һуҡбай дәрүиштәр[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байлыҡҡа, милеккә һәм данға әһәмиәт бирмәгән, йәмғиәттән йышыраҡ ситтә торған, һәм билдәле берәй фирҡәгә ҡараймы-юҡмы, үҙ инаныу тойғоһона эйә булған суфый дәрүиштәр. Башлыса Урта Азияла, Һиндостанда һәм Пакистанда осрай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәләндар термины бөтә ислам донъяһында киң таралған һәм тарихи аспектта дәрүиштәрҙең төрлө категорияларына тағылған[1].

Ҡәләндарлыҡ — Яҡын Көнсығышта һәм Урта Азияла киң тарафдарҙар йыйған Жамалетдин-и Сави исемле фарсы суфыйы барлыҡҡа килтергән суфыйлыҡ хәрәкәте. Фарсияла XII быуат ахырында, Хөрәсән мәләмәтилегенән барлыҡҡа килгән суфыйлыҡ хәрәкәте[1].

Мәккәгә һәм Мәҙинәгә йүнәлгән хаж ҡылыусыларҙың каруандарын һаҡлауға махсуслашҡан берәҙәк дәрүиштәр отряды ағзаһы. Һиндостанда, Иранда, Урта Азияла ҡәләндар һүҙе дәрүиш терминының синонимы булып торған. Европала ҡәләндар «шарлатан», «алдаҡсы» төшөнсәләре менән тиңләштерелгән[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Акимушкин О. Ф. Ҡәләндар // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 129—130. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Tahsin Yazıcı[en]. Kalandar. — Encyclopædia of Islam, 2nd Edition, NE, v. 4, pp. 472—473
  • Ibn Battuta. Travels, 1, 37—38;
  • Djami. Nafahat, 15
  • Амир Хусайн. Ҡәләндар-наме. Рук. ЛО ИВАН, В 2296
  • Бурхан-и кати', 3, 1680, 1540 (примеч. 3)
  • Rizvi. Muslim revivalist, 29—30