Эстәлеккә күсергә

Үтәғолов Мансур Хәбибрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үтәғолов Мансур Хәбибрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Дәүләкән, Дәүләкән районы
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, domador de delfines rosas, математик
Хәрби звание рядовой һәм элемтәсе[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы

Үтәғолов Мансур Хәбибрахман улы (1908 йыл —2008) — педагогик хеҙмәт ветераны, 19411945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы ().

Мансур Хәбибрахман улы Үтәғолов — 1907 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһында) тыуған.

1942 йылдың 12 декабрендә фронтҡа китә. Һуғыш юлын рота элемтәсе-телефонисы булып Дондан башлап Берлин ҡалаһында тамамлай. Белгород һәм Харьков ҡалаларын азат итеүҙә, Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша. Кобель, Варшава,Лодзь ҡалалары өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа, Франкфурт—Одер һәм Берлиндә командованиеға өҙлөкһөҙ бәйләнеш биреп тора, артиллерия уты менән идара итә[1].

Мансур Хәбибрахман улы Үтәғолов «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалын 1943 йылдың ҡышында "Харьков операцияһы"нда ҡатнашҡаны өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалын Курск дуғаһынндағы алыштар һәм Белград ҡалаһын азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә.
Икенсе «Батырлыҡ өсөн» миҙалына Одесса ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.
Һуғыштан ҡайтҡас, Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһының 3-сө һанлы (хәҙер гимназия) башҡорт мәктәбендә математика фәне уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар эшләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[2] (1943)
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы[2] (1945,ғинуар)
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы ()

  1. 1,0 1,1 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 42.
  2. 2,0 2,1 Память народа / Утягулов Мансур Хабибрахманович / Документы о награждении