Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы
Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 ғинуар 1945[3][4] |
Тыуған урыны | Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 12 февраль 2023 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Хәләл ефете | Тоидзе, Нателла Георгиевна[d] |
Балалары | Абдрашитова, Нана[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, уҡытыусы |
Эш урыны |
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d] |
Уҡыу йорто |
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты Мәскәү физика-техник институты[d] Рәсәй химия-технология университеты |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2023 |
Ойошма ағзаһы | СССР Кинематографистар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы Викимилектә |
Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы (19 ғинуар 1945 йыл — 12 февраль 2023 йыл) — Рәсәй кинорежиссеры һәм педагог. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992)[5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вадим Йосоп улы Әбдрәшитов 1945 йылдың 19 ғинуарында Харьков ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 1959—1961 йылдарҙа Алма-ата тимер юл транспорты техникумы, 1961—1964 йылдарҙа — Мәскәү физика-техник институтында уҡый, 1967 йылда[6] кибернетика кафедраһы тамамлаған химик-технологик процестарҙы Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтының хмик-технология кибернетикаһы кафедраһын тамамлай. 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү электр-вакуум заводында эшләй.
1970 йылда ВГИК-тың режиссура факультетына уҡырға инә (башта М. И. Ромм оҫтаханаһы, һуңынан — Л. А. Кулиджанов[7]. Әбдрәшитовтың беренсе студент эше — «Асфальттан репортаж» исемле алты минутлыҡ тауышһыҙ документаль этюды — сРомм тарафынан бик юғары баһа ала . 1974 йылда үҙенең диплом эшен уңышлы яҡлай — Г. И. Гориндың «Туҡтатығыҙ Потаповты!» хикәйәһе буйынса сатирик комедияһы.
Артабан Вадим Йосоп улын Юлий Райзман «Мосфильм» киностудияһына эшкә саҡыра. Райзман «Иптәш» ижади берекмәһе естәксеһе була. Бында ул Александр Миндадзе менән осраша, һуңынануның менән берлектә 11 фильм төшөрә.
Әбдрәшиовтың эштәре тотанаҡлыҡ, эске көсөргәнешле кинематографик теле менән айырылып тора. Режиссер фильмдар үҙәгенә һәр саҡ киҫкен әхлаҡи проблемаларҙы ҡуя[8].
Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, 1986—1990 йылдарҙа СССР кинематографистар союзы идаралығы секретары (1995), Рәсәй кино академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй кинорежиссерҙар гильдияһы идаралығы ағзаһы (һылтанма), «Триумф» премияһы жюрийы ағзаһы, Мосфильм киноконцерны «Арт-фильм» киностудияһы идаралығы рәйесе, ВГИК профессоры, ВГИК нәфис фильмы режиссураһы кафедраһының оҫтахана етәксеһе (1995), Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы (ВКСР) уҡытыусыһы[9] [10].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Нателла Тоидзе, рәссам, Рәсәй сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы.
- Ҡыҙы — Нана, Рәсәй театр сәнғәте институтын (РАТИ) тамамлаған, театр рәссамы.
- Улы — Олег, Мәскәү физика-техник институтын (МФТИ) һәм Колумбия университетын тамамлаған, мәғлүмәт технологияларын эшләү һәм әйләнешкә индереү менән шөғөлләнә.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1973 — Потаповты туҡтатығыҙ! (Остановите Потапова!)
- 1976 — Яҡлау һүҙе (Слово для защиты)
- 1978 — Боролош (Поворот)
- 1980 — Төлкөләргә һунар итеү (Охота на лис)
- 1982 — Поезд туҡтаны (Остановился поезд)
- 1984 — Планеталар парады (Парад планет)
- 1986 — Плюмбум, йәки хәүефле уйын (Плюмбум, или Опасная игра)
- 1988 — Хеҙмәтсе (Слуга)
- 1991 — Армавир
- 1995 — Пассажирҙар өсөн пьеса (Пьеса для пассажира)
- 1997 — Бейеүсе ваҡыты (Время танцора)
- 2003 — Магнит дауылдары (Магнитные бури)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йәшлек» бөтә Союз кинофестивале, «Иң яҡшы режиссура өсөн» приз (1975), ВГИК кинофестивале, төп приз — «Потаповты туҡтатығыҙ!» фильмы өсөн(1973)
- 1977 йылғы Бөтә Союз кинофестивалендә «Режиссура өсөн приз» номинацияһында лауреат һәм Ленин комсомолы премияһы (1979) — «Яҡлау һүҙе» фильмы өсөн (1976)
- Ағалы-ҡустылы Васильевтар исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1984) — «Поезд туҡтаны» фильмы өсөн (1982)
- Авеллино кинофестивале, махсус приз һәм Сан-Ремо, төп фестиваль призы (1984) — «Планеталар парады» фильмы өсөн
- Венеция фестивале, Алтын миҙал (1987) — «Плюмбум, йәки хәүефле уйын» фильмы өсөн (1986)
- СССР дәүләт премияһы (1991), Альфред Бауэр премияһы (кино сәнғәтендә яңы юлдар асҡан өсөн) һәм 1989 йылғы Берлин кинофестивале, Экуменик жюрийы премияһы — «Хеҙмәтсе» фильмы өсөн (1988)
- 1995 йылғы Берлин кинофестивале, «Көмөш айыу» призы — «Пассажирҙар өсөн пьеса» фильмы өсөн
- «Тымыҡ океан меридиандары» 1-се халыҡ-ара кинофестивале, иң яҡшы режиссура өсөн приз — «Магнит дауылдары» фильмы өсөн (2003)
- «Киношок» фестивале, «Алтын Овен» призы (2003).
- «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында «Ника» премияһы — «Магнит дауылдары» фильмы өсөн (2004)
- «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында «Алтын бөркөт» премияһы — «Магнит дауылдары» фильмы өсөн (2004)
- Рәсәй сәнғәттр академияһының (РАХ) Почетлы ағзаһы
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992)
- 2004 — Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премия (13 февраль 2004 йыл)[11]
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2005 йылғы мәҙәниәт өлкәһендәге премияһы — «Магнит дауылдары» фильмы өсөн[12]
- 2013 — «Ника» кинематография сәнғәте академияһының махсус призы
- 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2006)
- «Кинотавр» кинофестивале призы (2015)
- Әрмәнстан республикаһы мәҙәниәт министрлығының алтын миҙалы (2012)[13]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #73764452 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Vadim Abdrashitov // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Vadim Yusupovich Abdrashitov // Прабук (ингл.) — 2018.
- ↑ Почётное звание присвоено указом президента России № 952 от 26 августа 1992 года
- ↑ Выпускники Российского химико-технологического университета имени Д.И.Менделеева 1951-1969 годах / академик РАН П.Д. Саркисов. — Москва: РХТУ им. Д.И. Менделеева, 2002. — С. 177. — 220 с. — ISBN 5-7237-0321-8.
- ↑ Вадим Абдрашитов - о Кулиджанове . youtube.com. Дата обращения: 27 май 2014. Архивировано 3 декабрь 2015 года.
- ↑ Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
- ↑ Режиссёрское отделение(недоступная ссылка) // Высшие курсы сценаристов и режиссёров
- ↑ Высшие курсы сценаристов и режиссёров
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 13 февраля 2004 г. № 194 «О присуждении премии Президента Российской Федерации в области литературы и искусства 2003 года»
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 28 декабря 2005 г. № 2328-р г. Москва 2011 йыл 19 ноябрь архивланған. «Российская газета» 12 января 2006 г.
- ↑ Необходимо задать параметр
title=
в шаблоне {{cite web}}. [1] .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кто есть кто в России и в ближнем зарубежье: Справочник. — М., Издательский дом «Новое время», «Всё для вас», 1993. — ISBN 5-86564-033-X
- Время как судьба в фильмах Абдрашитова: Ольга Суркова — ИМЛИ РАН, 2014. — 978-5-905999-16-1
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аркус Л; Кононенко М.: Вадим Абдрашитов . Проект «Чапаев» журнала «Сеанс». Дата обращения: 2 май 2020.
- «Художник. Власть. Зритель». Встреча с В. Ю. Абдрашитовым. (видео)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- 19 ғинуарҙа тыуғандар
- 1945 йылда тыуғандар
- Харьковта тыуғандар
- 12 февралдә вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар
- Мәскәү физика-техника институтын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин комсомолы премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың бер туған Васильевтар исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы лауреаттары
- «Алтын бөркөт» премияһы лауреаттары
- «Көмөш айыу» премияһы лауреаттары
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты уҡытыусылары
- «Ника» Рәсәй Кинематография сәнғәте академияһы академиктары
- СССР Кинематографистар союзы ағзалары
- Рәсәй кинорежиссёрҙары
- СССР кинорежиссёрҙары
- XX быуат кинорежиссёрҙары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Яман шештән үлгәндәр