Әжәл
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Әжәл (ғәр. أجل — тәҡдир, билдәләнгән ваҡыт; рус. Аджал) — ислам дине тәғлимәтендә — һәр тере йән эйәһенә (атап әйткәндә, кешегә) Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән йәшәү срогының ҡотолғоһоҙ тамамланыуы. Әжәл темаһы иртә кәләмдә ризыҡ темаһы менән бергә даими тикшерелә[1].
Ҡөрьән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлү Ғимран сүрәһенең 145-се аятына ярашлы, тереклек Аллаһы тәғәлә хөкөмөндә һәм Уның ҡушыуы буйынса ғына яралтыла[2].
Әжәл һүҙе Ҡөрьәндә төрлө мәғәнәлә, мәҫәлән, эмбриондың донъяға килеүе[3], бурысты түләү ваҡыты[4] сифатында һәм башҡа шундай осраҡтар өсөн дә ҡулланыла. Күк менән ерҙе, ҡояшты, айҙы яралтҡанда, Аллаһ уларға ваҡыт билдәләгән[5][6]. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, әжәл йәмәғәттәрҙең[7] һәм кешеләрҙең йәшәү ваҡыты булараҡ файҙаланыла[8][1].
Кеше гонаһ ҡылһа ла, уның ғүмере ҡыҫҡартылмай[9][10]. Икенсе яҡтан, Мөхәммәт Пәйғәмбәр һүҙҙәренсә, ғүмер оҙайлығы ҡыҫҡартыла, әммә ул тәүбә итеү һөҙөмтәһендә яңынан тергеҙелә ала. Ҡөрьәндә бик йыш әжәл Аллаһы тәғәлә тарафынан билдәләнгән ғүмерҙең кире ҡайтмаҫлыҡ осоро булараҡ телгә алына[11]. Хәҙистәргә ярашлы, әжәл һәм ризыҡ — был кеше өсөн тәғәйенләнгән дүрт әйберҙең икәүһе — әсә ҡарынында саҡта уҡ билдәләнә[1].
Тәҡдир
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәҡдир термины туранан-тура алдан билдәләнгәнлек (ғәр. قدر و قضاء — ҡәдер үә ҡада)[12]) проблемаһы менән бәйле. Исламдың донъяға ҡарашы төрлө мәктәптәрҙә төрлөсә булған. Мәҫәлән, мөғтәзилиҙәр үлтерелеүгән кешенең ғүмере алдан өҙөлә, тип һанай. Уларса, әгәр был кеше үлтерелмәһә, ул тағы ла бер ни тиклем ваҡыт йәшәүен дауам итер ине[13]. Бәлки, Аллаһы тәғәлә яманлыҡ ҡылған тип иҫәпләргә баҙнат итмәгәндер[1]. Ортодоксаль сөнниҙәр, үлтерелгән ҡорбан үлтерелгән минутта ғүмерен юғалтырға тейеш булған, тип иҫәпләй. Шулай итеп, әгәр ҡорбан үлтерелмәһә, ул башҡа нәмәнән үлер ине, сөнки был Аллаһ тарафынан алдан билдәләнгән[1]. Был осраҡта енәйәтсене ҡулға алырға һәм тейешле язаға тарттырырға кәрәк [13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Encyclopaedia of Islam, 1986
- ↑ Әлү Ғимран https://ru.quranacademy.org/quran/3:145-145/kul
- ↑ Әл-Хаж https://ru.quranacademy.org/quran/22:5-5/kul
- ↑ Әл-Бәҡара https://ru.quranacademy.org/quran/2:282-282/kul
- ↑ Әл-Әхҡаф https://ru.quranacademy.org/quran/46:3-3/kul
- ↑ Әз-Зумар https://ru.quranacademy.org/quran/39:5-5/kul
- ↑ Әл-Муъминун https://ru.quranacademy.org/quran/23:43-43/kul
- ↑ Әл-Әнғәм https://ru.quranacademy.org/quran/6:2-2/kul
- ↑ Фатир https://ru.quranacademy.org/quran/35:44-44/kul
- ↑ Әш-Шура https://ru.quranacademy.org/quran/42:13-13/kul
- ↑ Әл-Муъминун https://ru.quranacademy.org/quran/23:43-43/kul
- ↑ мәҫәлән, Ҡәҙер кисәһе төшөнсәһе ошо уҡ ғәр. قدر — ҡәдер һүҙенән килеп сыҡҡан
- ↑ 13,0 13,1 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [48 Аджал] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ad̲j̲al / Goldziher I., Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)