Әминов Халлаҡ
Әминов Халлаҡ | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 20 апрель (3 май) 1915 |
Тыуған урыны | Бохара ханлығы |
Вафат булған көнө | 7 июнь 1993 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Шафирканский район[d], Бохара өлкәһе[d], Үзбәкстан |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Халлаҡ Әминов (3 май 1915 йыл — 7 июнь 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы отделениеһы командиры. Советтар Союзы Геройы (15.01.1944), гвардия ҡыҙылармеецы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1915 йылдың 20 апрелендә (3 май) Искогар ҡышлағында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — үзбәк. 1946 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Колхозда бригадир булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың декабренән, ә 1942 йылдың ноябренән — ғәмәлдәге армияла. Үҙәк фронты 61-се армия 7-се гвардия кавалерия полкы 16-сы гвардия Чернигов дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы отделениеһы командиры Халлаҡ Әминов, Комарин ҡала тибындағы ҡасабаһы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе) беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша үткән саҡта, 1943 йылдың 27 сентябрендә айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уның отделениеһы баҫып алған плацдармда нығына һәм эскадрондың йылға аша сығыуына булышлыҡ итә[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Халлаҡ Әминовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (4038-се һанлы) тапшырыла[2].
Демобилизацияланғандан һуң тыуған иленә ҡайта һәм Искогар ҡышлағында эшләй. 1993 йылдың 7 июнендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (4038-се һанлы) (15.01.1944)[1]
- Ленин ордены (15.01.1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Х. Әминовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/2, л. 25/143, 144)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әминов Халлаҡ . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2010)
- 3 майҙа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- 7 июндә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Үзбәкстанда вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- КПСС ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы