Эстәлеккә күсергә

Әхмәров Исхаҡ Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәров Исхаҡ Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 7 апрель 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Троицк, Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1975
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Хәләл ефете Helen Lowry[d]
Һөнәр төрө офицер, разведчик
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Хәрби звание полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Изображение памятной доски
 Әхмәров Исхаҡ Абдулла улы Викимилектә

Әхмәров Исхаҡ Абдулла улы (7 апрель 1901 йыл — 18 июль 1976 йыл) — СССР разведчигы, полковник, 1937—1945 йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттарында СССР резиндураһының етәксеһе, Ҡыҙыл Байраҡ , «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры, Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.

Исхаҡ Абдулла улы Әхмәров 1901 йылдың 2 апрелендә Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында тыуған. Урта белем алғандан һуң, 1921 йылдан Көнсығыш халыҡтарының Коммунистик университетында уҡыуын дауам итә. Бер йылдан Мәскәү университетына халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетына уҡырға инә һәм уны 1930 йылда тамамлай. 1930—1931 йылдарҙа Бохара Республикаһында басмачтарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша.

1932 йылда Әхмәров ИНО ОГПУ -ға (тышҡы разведка) тапшырыла һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа сит ил эштәре халыҡ комиссариатында стажировка үткәндән һуң,Төркиәгә, һуңынан Ҡытайға ебәрелә. 1935 йылда АҠШ-ҡа легаль булмаған (йәшерен) эшкә ебәрелә, быға тиклем билдәһеҙ шарттарҙа разидент вафат булған була. Тиҙ арала легалләштереүгә һәм разведка эштәрен башлауға өлгәшә. Дәүләт департаментында, Финанс министрлығында, махсус хеҙмәттәрҙә бер нисә агент булдыра, уларҙан Мәскәүгә мөһим мәғлүмәт тапшырыла башлай. 1937 йылдан Әхмәров АҠШ-та легаль булмаған резидентураны етәкләй. 1939 йылда американка Хелен Лоуриға , АҠШ Коммунистар партияһы лидерының һеңлеһенә, өйәләнә. Тәүҙә ул Әхмәровтың арҡаҙашы була, һуңынан ҡатыны булып китә. Ләкин йыл аҙағында халыҡ комиссары Берия Әхмәров резиндураһындағы барлыҡ шәхси составты Мәскәүгә кире ҡайтарырға ҡуша. Был АҠШ-тағы төп мәғлүмәт базаны етди ҡаҡшата. Ул ваҡытта Мәскәүгә легаль булмаған иммигранттарҙы саҡырыу яҡшы һөҙөмтә бирмәй. ГУГБ[1]-ның 5-се бүлеге Әхмәровтың иң мөһим ярҙамсыларын уларҙы шифрлау хәүефен кәметеү өсөн юридик резидентураға күсермәҫкә ҡарар итә.

1940 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә Нарком разведчиктарҙың элекке гвардияһын тар-мар итеүҙе ойоштора, һуңынан күптәре репрессиялана, ҡайһы берҙәре атып үлтерелә. Әхмәров «бәхетле» була — уны һәм, башҡа тәжрибәле разведчиктарҙы, стажерҙар кимәленә тиклем төшөрәләр һәм махсус тәғәйенләнештәге мәктәптең (ШОН школа особого назначения НКВД) кисәге курсанттарына тапшыралар. Элекке курсанттарҙың береһе Виталий Павлов был эпизодты үҙенең мемуарҙарында шулай һүрәтләй: «Минең хәлемде күҙ алдына килтерә алаһығыҙ! Миңә, бер ҡасан да кордон артында булмаған, егерме биш йәшлек егеткә, әйтәйек, тере агент, өс иң тәжрибәле легаль булмаған разведчик менән етәкселек итергә кәрәк ине».

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән АҠШ-та Әхмәровтың эшмәкәрлеген кире ҡайтарырға ҡарар ителә һәм 1940 йылда Вашингтонда йәшерен бәйләнеште тиҙерәк сафҡа индерергә ҡарар ителә. Совет разведка хеҙмәтенең иң мөһим акцияларының береһе, инициаторы һәм авторы Әхмәров, — Японияның СССР-ға һөжүм итеүҙән баш тартыуына йоғонто яһаған «Ҡар» операцияһы. Артабан ул 1945 йылға тиклем АҠШ-та совет резидентураһын етәкләй. Урыҫ һәм татар телдәрендән тыш төрөк, инглиз һәм француз телдәрен яҡшы белгән.

1946 йылда Мәскәүгә ҡайтҡас, МГБ-ның легаль булмаған разведка идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (1954 йылдан КГБ) һәм был вазифала 10 йыл самаһы эшләй[2].

Легаль булмаған разведка һыҙығында махсус заданиелар үтәгәне өсөн полковник Әхмәров ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почет Билдәһе» ордены һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә. Шулай уҡ «Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнгән. 1976 йылда вафат була. Химкинск зыяратында ерләнгән.

И. А. Әхмәровҡа Мемориаль таҡтаташ

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 7 апрелендә легендар совет разведчигы Әхмәров Исхаҡ Абдулла улының тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы мемориаль таҡтаташ асыла.[3]

2015 йылдың 16 апрелендә Силәбелә Алое яланында (Разведчиктар майҙанында Пионерҙар һарайы ихатаһында) Әхмәров Исхаҡ Абдулла улына һәйкәл асыла[4].

2015 йылдың 14 декабрендә Максим Бодягиндың «Әхмәров. Батырлыҡ тарихы» китабының презентацияһы үтә[5].

Татарстан Республикаһы Ҡазан ҡалаһы Совет районында разведчик Әхмәров урамы.

«Начальник разведки» сериалында Әхмәров И. А. ролен Егор Бероев уйнай.

  • Голос, Яков Наумович
  • Горский, Анатолий Вениаминович
  • Гутцайт, Пётр Давидович
  • Антонов В. С., Карпов В. Н. Тайные информаторы Кремля. Нелегалы. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Образование, 2002. — 352 с. — (Досье). — 5000 экз. — ISBN 5-94849-019-X.
  • Энциклопедия секретных служб России / Автор-составитель А.И.Колпакиди. — М.: АСТ, Астрель, Транзиткнига, 2004. — С. 425—426. — 800 с. — ISBN 5-17018975-3.