Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Михаил Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтов Михаил Владимирович
Тыуған ваҡыты

24 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Яңы Николаевка губернаһы [1] Васильково ауылы

Үлгән ваҡыты

27 август 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (64 йәш)

Вафат урыны

СССР РСФСР, Воронеж ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19431965

Хәрби звание

гвардия Полковник ВС СССР

Часть

241-се, 212-се гвардия уҡсылар полкы (75-се гвардия уҡсылар дивизияһы)

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Әхмәтов Михаил Владимирович (24 апрель 1925 йыл — 27 август 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Советтар Союзы Геройы (1943). Полковник (1975)[2][3].

Михаил Владимирович Әхмәтов 1925 йылдың 24 апрелендә Яңы Николаевка губернаһы (хәҙерге Новосибирск өлкәһе Купино районы) Васильково ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған[4].

Төрөкмән ССР-ында Байрам-Али ауыл хужалығы машиналары техникумында уҡый[2].

1943 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша — Үҙәк, 1-се Белоруссия һәм 1-се Прибалтика фронттарында һуғыша[3]. 1943 йылдың авгусынан Үҙәк фронтта 60-сы армияның 30-сы уҡсылар корпусы 75-се гвардия уҡсылар дивизияһы 241-се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы булып хеҙмәт итә башлай.

Тәүге алыштарҙа уҡ ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. 241-се гвардия уҡсылар полкының 26/н һанлы (29.09.1943) приказына ярашлы, полк командиры гвардия подполковнигы Н. П. Бударин 7-се уҡсылар ротаһы уҡсыһы Әхмәтовты «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләгәндә былай итеп билдәләп үтә[5]:

Киев йүнәлешендәге 23.9.43 й. алыштарҙа үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә, ҡул көрәшендә бер үҙе
4 гитлерсыларҙы юҡ итә, бынан башҡа, һуғыш яланынан ҡоралдары менән бергә 2 ҡаты йәрәхәтләнгән һалдатты алып сыға.

241-се гвардия уҡсылар полкы 3-сө уҡсылар батальоны уҡсы-автоматсыһы Әхмәтов бигерәктә 1943 йылдың көҙөндә Киевтан төньяҡтараҡ Днепр аша үткәндә, йылғаның уң ярында урынлашҡан Глебовка һәм Ясногородка ауылдары (хәҙерге Киев өлкәһенең Вышгород районы) тирәһендәге плацдармды яулап алыу һәм тотоу алыштарында ҡатнашҡанда айырыла. Бүләкләү ҡағыҙында 241-се гвардия уҡсылар полкының команиры гвардия подполковнигы Н. П. Бударин былай итеп яҙа[6]:

23.9.43 й., алғы сафтағы төркөмдә булып, Десна аша үткәндән һуң Днепрҙың һул яр буйына сыға, бүрәнәләрҙән һал яһай һәм дошман уты аҫтында тәүгеләрҙән булып Днепрҙың уң яҡ яр буйына сыға. Дошман ҡаршы һөжүмгә күскән ваҡытта, иптәш Әхмәтов ярым яланғас көйөнсә фланг яғынан килеп ут ата һәм бының менән немецтарҙың ярым ҡамауҙа булыу күренешен барлыҡҡа килтерә, шуның арҡаһында немецтар сигенәләр һәм беҙҙең подразделениелар икенсе яр буйына сығыуҙан һөжүмгә күстеләр. Был алышта иптәш Әхмәтов шәхсән 37 гитлерсыларҙы юҡ итә.

24.9.1943 алып 29.9.1943 тиклем бер туҡтауһыҙ разведкала була, бынан ҡайтҡас дошмандың артиллерияһы һәм пехотаһы урынлашыуы тураһында бик ҡиммәтле мәғлүмәт бирә.

Һөжүмдә һәм оборонала тик ҡыйыулыҡ күрһәтә һәм үҙенең ҡаһарманлыҡ миҫалдары менән башҡа һалдаттарҙы рухландыра.

Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 3, л. 95)

1943 йылдың 17 октябрендәге СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы Киевтан төньяҡтараҡ Днепр аша уңышлы үтеү, Днепр йылғаһының көнбайыш яр буйында плацдармды нығытыу һәм был ваҡытта күрһәтелгән батырсылығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Әхмәтов Михаил Владимир улына Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы бүләкләү менән бергә Советтар Союзы Геройы званиеһы бирелә[7].

Белоруссияны азат иткән осорҙа, гвардия өлкән сержанты Михаил Әхмәтов разведчиктар төркөмөндә немец тылына үтә һәм дошман ғәскәрҙәренең, яғыулыҡ цистерналарын һәм танкылар тупланған урындарын яҡтылыҡ, төтөн һәм радиосигналдар ярҙамында америка бомбардировщиктарына күрһәтә. 1944 йылдың июлендә Витебск ҡалаһы эргәһендә америка президенты Франклин Рузвельт исеменән америка генералы, маршал Г. К. Жуков булғанда, алты иң ныҡ айырылып торған разведчиктарға, шул иҫәптән Әхмәтовҡа Көмөш Йондоҙ орденын бүләк итә. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы[4].

Артабанғы алыштарҙа 75-се гвардия уҡсылар дивизияһы 212-се гвардия уҡсылар полкы 3-сө уҡсылар батальоны комсоргы Михаил Әхмәтов алыш алдынан шәхси состав менән ҙур әҙерлек эше алып бара. Алыштарға тиклем һәм алыштар ваҡытында Әхмәтов комсомолға 31 кешене ҡабул итеүҙе ойоштора, яугирҙар менән бергә һөжүмгә бара, беренсе булып дошман траншеяһына үтеп инә. 65-се армияның 1944 йылдың йылдың авгусындағы 376/н һанлы приказына ярашлы 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[8].

Прибалтикалағы алыштар өсөн гвардия кесе лейтенанты Михаил Әхмәтов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 212-се гвардия уҡсылар полкы командиры гвардия полковнигы И. А. Чусовитин бүләкләү ҡағыҙында былай итеп яҙа[9]:

Әхмәтов комсомол эшен ойоштороу өлгөһөн күрһәтте. Прибалтиканы һәм Рига ҡалаһын немец илбаҫарҙарынан азат итеү көрәшендә хәрби тәртиптәрҙә үҙенең шәхси миҫалдарында союз һәм союз булмаған йәштәрҙе ҡаһарманлыҡҡа рухландыра. Бедеринан көнсығыштыраҡ булған сат районындағы алыштарҙа дошмандың 3 ҡаршы һөжүмен кире ҡағыуҙа шәхси рәүештә үҙе ҡатнаша.

Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2728, л. 221)

1945 йылдың февралендә 75-се гвардия уҡсылар дивизияһы 212-се гвардия Рига уҡсылар полкы 3-сө уҡсылар батальоны комсоргы гвардия кесе сержанты Әхмәтов 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Бүләкләү ҡағыҙында полк командиры гвария полковнигы А. П. Воробьев А. П. былай итеп яҙа[10]:

17-19.2.1945 й. Заллентин тораҡ пункты өсөн алыштарҙа комсомолсыларҙы командирҙың хәрби приказын үтәүгә яҡшы әҙерләрләргә һәм мобилизациялауға өлгәшә, алыштың ауыр шарттарында тораҡ пунктта батальон комсомолсылары батырсылыҡ һәм бирешмәүсәнлек өлгөләрен күрһәттеләр, батырҙар үлеме менән һәләк булдылар, әммә бер аҙмға ла артҡа ҡарай сигенмәнеләр. 19.2.1945 й. алыштарҙың киҫкен минуттарында дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда, расчет стройҙан сыҡҡан мәлдә, иптәш Әхмәтов пулемёт артына ята һәм дошманды ут ямғыры аҫтында тота, һәм пулемёт ватылған ваҡытта ҡулына автомат ала һәм дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнашыуын дауам итә.

Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 967)

Һуғыш тамамланғандан һуң, армияла хеҙмәтен дауам итә. 1947 йылда Мәскәү хәрби округы политсоставы курстарын[4], ә 1957 йылда — РСФСР Юғары Советы исемендәге Мәскәү пехота училищеһын тамамлай[3].

1948 йылдан батальон комсоргы, 1950 йылдан сәйәси бүлек буйынса рота командирының урынбаҫары, 1955 йылдан сәйәси бүлек буйынса дивизия начальнигының урыбаҫары, 1957 йылдан сәйәси бүлек буйынса дивизия мәктәбе начальнигы урынбаҫары, ә 1959 йылдан агитатор агитпункта Төньяҡ тимер юлының Мәскәү-Пассажирская станцияһы агитпункты агитаторы булып хеҙмәт итә. 1960 йылда Рязань ҡалаһы гарнизоны хәрби коменданты идаралығы тышҡы хеҙмәтенең офицеры итеп тәғәйенләнә. 1961 йылдың декабренән 1962 йылдың июленә ҡәҙәр Козельск ракета берекмәһе тышҡы хеҙмәтенең офицеры булып хеҙмәт итә[11].

1965 йылдан запаста. Воронежда йәшәй[4].

  • Советтар Союзы Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 1547; 17.10.1943)[12]
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.10.1943)[12]
  • Ленин ордены (17.10.1943)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (24.03.1945[13]; 06.04.1985[14])
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (03.08.1944)[15]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (19.10.1944)[16]
  • Көмөш Йондоҙ ордены (АҠШ; 1944)
  • Миҙалдар, шул иҫәптән:
    • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (29.09.1943)[17]
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
  • Силәбе ҡалаһының 10-сы һанлы мәктәбе уның исемен йөрөтә[11].
  • Воронеж ҡалаһында ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған[18].
  1. хәҙерге Новосибирск өлкәһенең Купино районы)
  2. 2,0 2,1 Документы и материалы по истории башкирского народа (1941–1985). Сост. Р. Н. Сулейманова, Г. Г. Гниятуллина, Ш. Н. Исянгулов, Г. Ю. Султангужина, Ф. А. Ишбулатов, И. В. Люкшина, П. Ф. Назыров, Е. И. Яркова. — Уфа: ИИЯЛ, 2012. — С. 460. — 64 с. — ISBN 978-5-916-08091-9.
  3. 3,0 3,1 3,2 Булатов Г. Г., Пинтсон А. Н. Әхмәтов Михаил Владимирович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.[1]
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2728, л. 221)
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 3, л. 95)
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 95)
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1185)
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3544)
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 967)
  11. 11,0 11,1 Энциклопедия ракетных войск стратегического назначения/ М-во обороны РФ; Общ. ред. Н. Е. Соловцов; В. Р. Шлычков. — Москва-Белгород: РВСН : Белгор. обл. тип., 2009. — 859 с. — ISBN 978-5-86295-200-1.
  12. 12,0 12,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  13. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  14. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  15. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  16. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  17. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  18. http://diorama-vrn.ru/ob-ekty-kulturnogo-naslediya/memorialnye-doski/geroyam-sovetskogo-soyuza 2016 йыл 1 май архивланған.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.[2]
  • Днепр — река героев.. — 2-е изд., доп. — Киев: Изд. полит. лит Украины, 1988. — ISBN 5-319-00085-5.
  • Ими гордится Туркменистан. — Ашхабад, 1973.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа: Башк. кн. изд., 1968.
  • О войне и товарищах. Сборник воспоминаний.(недоступная ссылка) — Красноград: АО «КМП», 1996. — 208 с. с илл. — 950 экз.
  • Уткин Г. М. Герои Днепра. — М., 1960.