Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы
Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1905 |
Тыуған урыны | Яңы Аҡтанышбаш, Шушнур ауыл советы, Краснокама районы, СССР |
Вафат булған көнө | февраль 1943 |
Вафат булған урыны | Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы (1905-1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның байраҡсыһы, өлкән сержант, ВКП(б) ағзаһы, 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1938—1946)[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы 1905 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуған[1][2]. 1927 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында. Хәрби бурысын Төркөстанда үтә, сик буйы һағында пулеметсы булып хеҙмәт итә, басмачтар менән көрәшә, яралана[1]. Граждандар һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3].
1929 йылдан БАССР-ҙың Краснокама районы Урал ауылы «Бүләк» колхозы рәйесе урынбаҫары, 1934 йылдан рәйесе. 1938 йылдан район башҡарма комитетының юл бүлеге мөдире. 1942 йылда яңынан «Бүләк» колхозы рәйесе итеп һайлана. 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1938—1946)[1][2].
1942 йылдың ғинуарында Краснокама район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 9-сы запастағы кавлерия полкына (Туймазы) ебәрелә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294‑се кавалерия полкында пулемет эскадронында хеҙмәт итә. Эскадрон партия ойошмаһы секретары, дивизияның байраҡсыһы була[1][2].
1943 йылдың февралендә дошмандар тарафынан көслө һаҡланған тимер юл күперен юҡ итеү буйынса приказды үтәгәндә һәләк була. Чернушки ауылы эргәһендә ерләнгән[1]. Икенсе мәғлүмәт буйынса 1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында дошман тылында хәрәкәт итә. 23 февралдә иртәнге сәғәт 5-тә дивизия яугирҙәре дошман тылын йырып сығыу өсөн ҡаты һуғыш алып бара. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин шул һуғышта генерал Шайморатов менән бергә һәләк була. Он похоронен в братской могиле на территории Луганск өлкәһе биләмәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылдың 1 декабрендә Яңы Аҡтанышбаш ауылында легендар 112-се Башкҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улына һәм Нурғәлиев Хәнәфи Нурғәле улына мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтә. Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы хөрмәтенә мемориаль таҡта Мәҙәниәт һарайы бинаһына ҡуйыла[3]. С. Р. Ҡадыровтың «Через огни и воды» китабында телгә алына[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1929),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Шаймуратовцы. АХМАДУЛЛИН Ахматхужа Ахмадуллович
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Ахмадуллин Ахматхужа Ахмадуллович
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Мемориальная доска 2021 йыл 24 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. АХМАДУЛЛИН Ахматхужа Ахмадуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Память народа. Ахмадуллин Ахматхузя Ахмадуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Ахмадуллин Ахматхужа Ахмадуллович
- Мемориальная доска 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- 1905 йылда тыуғандар
- Краснокама районында тыуғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Луганск өлкәһендә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары