Эстәлеккә күсергә

Әғзәмов Ғилметдин Әғзәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әғзәмов Ғилметдин Әғзәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Ҡаҙыш, Әзекәй ауыл советы, Белорет районы
Вафат булған көнө 30 ғинуар 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Вафат булған урыны Белорет районы, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ефрейтор һәм прапорщик
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Хәрби подразделение 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Әғзәмов Ғилметдин Әғзәм улы (рус. Агзамов Гильмутдин Агзамович; 1903 йыл — 30 ғинуар 1991 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкы 82-мм миномёт батареяһының сүкеүсе тимерсеһе. Гвардия ҡыҙылармеецы, ефрейтор, прапорщик. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры[1].

Ғилметдин Әғзәм улы Әғзәмов 1903 йылда Өфө губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы) Ҡаҙыш ауылында (Аҙналы ауылы тип тә күрһәтелә[2]) тыуған.

1941 йылдың 6 декабрендә Белорет районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра[3].

Гвардия ҡыҙылармеецы Әғзәмов Ғилметдин 112-се Башҡорт кавалерия (7-се кавалерия корпусы составындағы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия) дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында 82-мм миномёт батареяһының сүкеүсе тимерсе булып хеҙмәт итә[2].

1945 йылдың 27-28 апрелендә күрһәткән ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә:

« 82-мм миномёттың снаряд батареяһы гвардия ҡыҙылармеецы Әғзәмов Ғилметдин Әғзәм улы Бранденбург ҡалаһы янында барған һуғышта, гвардия сержанты Паторочин расчёты составында оҫта һәм ҡыйыу эш итте, дошмандың ике пулемёт ут нөктәһен һәм 10 һалдатын юҡ итте, һәм дошмандың бер төркөм һалдатын ҡасып китергә мәжбүр итте.[2]

»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әғзәмов Ғилметдин Әғзәм улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Белорет районы Ҡаҙыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 3628.