Эстәлеккә күсергә

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы
Ғәмәлдә булған йылдары

август 1918февраль 1919

Ил

Башҡортостан автономияһы Башҡортостан автономияһы 19181919

Бойһонған

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Составында

Халыҡ армияһы (КОМУЧ), Башҡорт айырым корпусы, Ырымбур айырым армияһы, Башҡорт корпусы

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Берләштерә

2-се, 3-сө һәм 5-се Башҡорт пехота полктары; 1-се һәм 4-се Башҡорт уҡсылар полктары

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Тереғолов, Савельев, Х. И. Ишбулатов, Г. А. Савич-Заболоцкий, Ә. Ғ. Ишмырҙин

-

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (19181919) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Башҡорт армияһының хәрби ойошмаһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дивизия Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 август бойороғо буйынса 1-се Башҡорт пехота дивизияһы булараҡ Верхнеурал һәм Силәбе өйәҙҙәрендә ойошторола. Дивизия составына 2-се, 3-сө һәм 5-се Башҡорт пехота полктары инә.

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы Халыҡ армияһы (Комуч) составында була, 1918 йылдың сентябренән — Башҡорт айырым корпусына инә.

1918 йылдың октябрь айында дивизия составына тарҡатылған 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының частары инә: 1-се һәм 4-се Башҡорт уҡсылар полктары, ә 1918 йылдың ноябрендә — 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы.

1918 йылдың 20 ноябренән 10-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1918 йылдың декабренән — 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы тип атала башлай. Ә 1919 йылдың 9 ғинуарында элекке атамаһы кире ҡайтарыла.

1918 йылдың декабренән дивизия Ырымбур айырым армияһының составында була, ә 1919 йылдың 26 ғинуарынан Башҡорт ғәскәренең командующийы Ә. Ә. Вәлидовтың бойороғо буйынса яңы ойошторолған Башҡорт корпусының составына инә. 3-сө Башҡорт уҡсылар полкы был составҡа индерелмәй. 5-се һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полктары 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының составына индерелә.

1919 йылдың ғинуарында дивизия составына Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 2 эскадроны инә.

Дивизия полктары Екатеринбург (июль—август 1918 йыл), Верхнеуральск (июль—август 1918 йыл), Орск (сентябрь 1918 йыл), Волга буйы (октябрь 1918 йыл), Аҡтүбә (октябрь—ноябрь 1918 йыл), Стәрлетамаҡ (декабрь 1918 йыл — октябрь 1919 йыл) фронттарында һуғышалар.

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Башҡорт Хөкүмәте һәм ғәскәре Советтар яғына сыҡҡас, тарҡатыла.

Дивизия начальниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • подполковник Тереғолов (1918 йыл августынан);
  • ваҡытлыса вазифаны башҡарыусы Савельев (1918 йылдың сентябренән);
  • генерал-лейтенант Х. И. Ишбулатов (1918 йылдың ноябренән);
  • генерал-майор Г. А. Савич-Заболоцкий (1918 йылдың ноябренән);
  • штабс-капитан Ә. Ғ. Ишмырҙин (1919 йылдың февраленән).
  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.