4-се Башҡорт уҡсылар полкы
4-се Башҡорт уҡсылар полкы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Ҡ. Йәнекәев, Байрашевский |
- | |
4-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 4-се Башҡорт пехота полкы) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 18 июлендәге приказына ярашлы Ырымбур ҡалаһында ойошторола. Ырымбур өйәҙе башҡорттарынан формалашҡан. Полкты ойоштороу эше менән Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы штабс-капитан Ҡасим Йәнекәев шөғөлләнгән, аҙаҡ уның командиры итеп тәғәйенләнә[1].
Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә бирелә. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү менән етәкселек итә, уны бөтә кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә.
1918 йылдың сентябрь аҙағында полк частары Орск ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1918 йылдың октябрь-ноябрендә 4-се Башҡорт пехота полкы Аҡтүбә фронтында алыштарға инә. 1918 йылдың декабренән 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составында ҡыҙылдарҙың 1-се армияһына ҡаршы һуғыша. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң полк таратыла[1].
Командирҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡ. Йәнекәев (1918 йылдың июле — 1919 йылдың феврале)
- Байрашевский (1919 йылдың февраленән)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Таймасов Р. С. 4-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.