Google Карталары
Google Карты | |
URL: | |
---|---|
Коммерция: |
да |
Сайт тибы: | |
Теркәлеү: |
Необязательная |
Инеүселәр һаны: |
▲ 2 млрд в месяц (февраль 2012)[1] |
Сервер урынлашҡан: | |
Милексе: | |
Автор: | |
Эшләй башлаған: |
2005 |
Ағымдағы статус: |
Работает |
Google Карты Викимилектә |
Google Карта (ингл. Google Maps; элек Google Local) Google кампанияһы тарафынан бирелгән бушлай картографик сервис һәм технологиялар нигеҙендә булдырылған ҡушымталар йыйылмаһы. 2005 йылда булдырылған[2].
Сервис үҙ эсенә карта һәм Ер планетаһының спутник һүрәттәрен үҙ эсенә ала. Күп кенә төбәктәр өсөн юғары детализацияланған аэрофотоһүрәттәр (бейеклектәре 250-500 м)[3]бар, ҡайһы берҙәре өсөн донъяның дүрт яғынан 45° мөйөшө аҫтында ҡарарға мөмкин[4][5][6]. Өҫтәмә рәүештә Меркурий, Венера, МКС, Ай[7], Марс[8], Церера, Ио, Европа, Ганимед, Каллисто, Мимас, Энцелад, Тефия, Дион, Реи, Титан, Япета, Плутон һәм Харон фотоһүрәттәре лә тәҡдим ителә.
Сервиста шулай уҡ АҠШ, Канада, Япония, Рәсәй, Гонконг, Ҡытай, Бөйөк Британия, Ирландия (ҡала үҙәктәре генә) һәм Европаныңҡайһы бер райондарын үҙ эсенә алған бизнес-белешмә менән маршрут эҙләүсе автомобиль юлдары картаһы берләштерелгән. .
Go-версияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Android Go ҡоролмалары өсөн Google компанияһы «Google Maps Go» махсус ҡушымтаһын эшкәртеп сығарҙы. Әммә унда Унда картаға үҙгәрештәр индереү кеүек ҡайһы бер мөмкинлектәр юҡ.
Маршруттар буйынса навигация «Google Maps Go өсөн Навигатор» ҡушымтаһын тейәгәндән һуң ғына эшләй.
Googl-да Ер Планетаһы (Google Планета Земля)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Google Планета Земляҡушымтаһы - Windows , шулай уҡ GNU / Linux, Mac OS өсөн айырым программа менән дә бәйле. Google Карталары кеүек үк, Google Планета Земля программаһы ла ер өҫтө һүрәттәрен ҡарарға, масштабты арттырырға һәм кәметергә һәм хәрәкәт итеү маршруттарын төҙөү мөмкинлеген бирә. Уның өҫтөнлөгө булып ер өҫтөнөң өс үлсәмле сағылышы (рельефты иҫәпкә алып), ирекле мөйөш аҫтында күҙәтеү мөмкинлеге (өҫтән генә түгел), фотоһүрәттәрҙе аҡрынлап тейәгән һайын яйлап ҡына аныҡлана бара (Google Карталағы кеүек «аҡ тапҡа» текләп ултырырға кәрәкмәй), күләме ҙурлығын яйлап үҙгәртеү мөмкинлеге (тәҡдим ителгәнде генә һайлап алыу түгел) тора.
Маршрут һалыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маршруттар эҙләү сервисы менән файҙаланыу өсөн «Маршрут һалыу» тигән ҡалыпҡа күсер кәрәк[9], шунан һуң бара торған адресты «ил, тораҡ пункт, урам, йорт») һәм тәғәйенләнгән урындың адресы.
2015 йылдың июленән сервиста Your Timeline (Хронология) функцияһы булдырылды. Был функция ҡасан һәм ҡайҙа йөрөгәнде хәтеренә һалып ҡуя[10].
Шулай уҡ картала тиҙлекте контролдә тотоусы юл камералары ла күрһәтелгән. Ҡулланыусылар бындай камералар тураһында ҡушымта аша хәбәр итә алалар. Быға тиклем Waze ҡушымтаһы аша камераларҙың торған урынын ҡарап белеп була ине. 2013 йылдың июнендә уны миллард доллар тирәһенә Google һатып ала.
Бынан тыш Google Карталары юлдағы рөхсәт ителгән максималь тиҙлекте лә күрһәтеп бара ала. Компанияла был юҫыҡта ла мәғлүмәт бар. Тейешле тиҙлек сикләүе тураһындағы билдә экрандың аҫтағы һул яҡ мөйөшөндә килеп сыға. Юл камералары картала ҡыҙғылт һары төҫтә күрһәтелгән. Камераға яҡынлашҡан саҡта ҡулланыусыны ҡушымта тауыш белдереүе менән иҫкәртә.
2019 йылда Google Карталары сервисы өҫтәмә ысынбарлыҡ режимы менән тулыландырыла. Хәҙер GPS, яһалма интеллект һәм Google Объективы ярҙамында һауала эленеп торған виртуаль күрһәтмәләрҙе уҡый ала.
2020 йылда Google Карталарҙа электромобилдәр өсөн зарядлау станциялары күрһәтелгән навигация барлыҡҡа килә. Бындай функция Google Карталары навигацияһы менән эшләгән автомобилдәрҙә тәү башлап эшләй башлай. Унан Polestar 2 һәм Volvo XC40 Recharge, һуңыраҡ башҡа моделдәрҙә лә күрһәтә. Компания ҡушымтаға йәнә өс яңы опция өҫтәй. Тәүгеһе — электромобиль маршрутын планлаштырыуҙы еңелләштерә. Google аңлатыуынса, граф теаорияһын ҡулланып төҙөлгән маршрут алгоритмы автомобилдең заряды бөтөүөн иҫәпкә алып ҡорола. Хәҙер бара торған пункты индергәндән һуң, әгәр ул алыҫ һәм ике тапҡыр заряд алырға туҡтау кәрәклеге булһа, Google Карталар алгоритмы зарядлау станцияларын иҫәпкә алып, маршрут төҙөй. Водитель зарядка күпмегә еткәнен һәм юлға сарыф ителгән ваҡытты иҫәпләп сығара ала.
General Transit FeedSpecification (GTFS) индереү өсөн Google бөтә донъя буйынса 800-ҙән ашыу йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеүсе менән хеҙмәттәшлек итә һәм барыһына ла мәғлүмәттәрҙе асыҡ итеп күрһәтә. Ҡушымта 2019 йылдың октябрендә сығарылған яңыртыу арҡаһында транзит маршрутын күрһәтә ала. Инкогнито режимы, һуҡыр ҡулланыусыларға йәйәү йөрөү өсөн навигация функциялары алдараҡ сығарылған[11]. 2020 йылдың июлендәге яңыртыуҙа велосипед һәм автомобиль юлын бергә ҡулланыу маршруттары тәҡдим ителде[12].
Google Урамдарҙы ҡарау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Google Урамдарҙы ҡарау ҡушымтаһы Google карталар ҡулланыусыларына Интернет ярҙамында ҡаланың өс үлсәмле проекцияһын ҡарау йәки урамдары буйлап «гиҙеү» мөмкинлеген бирә. Бындай функционаллек махсус ҡорамалдар һәм ябай смартфон ярҙамында билдәле бер урынды өйрөлтөп фотоға төшөрөү ярҙамында өлгәшелә. Һөҙөмтәлә географик координаталарға бәйләнгән күп кенә стереосфера панорамалары барлыҡҡа килә һәм үҙең шунда йөрөгәнләй билдәле интерфейс ярҙамында берәүенән икенсеһенә күсеп йөрөү мөмкинлеге бирелә.
Фототөшөрөү барышында бер үк ваҡытта, лазерлы дальномерҙар ярҙамында, бина фасадтары һәм стеналар кеүек яҫы урындар автоматик рәүештә теркәлә. Ошоноң арҡаһында урамдарҙы ҡарауҙа һайланған объектты ҡарау өсөн иң уңышлы ракурсты һайлап алыу мөмкинлеге бар.
2012 йылда алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Google Урамдарҙы ҡарау ҡушымтаһы 35 илдең 3 меңдән ашыу ҡалаһын ҡарау мөмкинлеген бирә.
Augmented reality (өҫтәмә ысынбарлыҡ режимы)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың февралендә Google компанияһы геолокация сервисы менән тулыландырылған режимға ябыҡ һынау үткәрҙе[13].
Масштабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]20-нән ашыу масштабты ҡарарға мөмкин:
№ | масштаб шкалаһы, м | ~м/пиксы | z | һүрәттәр сығанаҡтары |
---|---|---|---|---|
1 | 10 | 0,16 | 19 |
Аэрофотосъёмка |
2 | 20 | 0,31 | 18 |
Аэрофотосъёмка |
3 | 50 | 0,63 | 17 |
DigitalGlobe/GeoEye |
4 | 100 | 1,25 | 16 | |
5 | 200 | 2,50 | 15 | |
6 | 500 | 5,00 | 14 | |
7 | 1000 | 10,00 | 13 | |
8 | 2000 | 20,00 | 12 |
LandSat-7 |
9 | 5000 | 40,00 | 11 | |
10 | 10 000 | 80,00 | 10 | |
11 | 20 000 | 160,00 | 9 | |
12 | 20 000 | 307,69 | 8 | |
13 | 50 000 | 625,00 | 7 | |
14 | 100 000 | 1250,00 | 6 | |
15 | 200 000 | 2500,00 | 5 | |
16 | 500 000 | 5263,16 | 4 | |
17 | 1 000 000 | 10 526,32 | 3 | |
18 | 2 000 000 | 21 052,63 | 2 | |
19 | 5 000 000 | 41 666,67 | 1 | |
20 | 10 000 000 | 83 333,33 | 0 |
Авторлыҡ хоҡуҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Google Карталарының материалдарын файҙаланыу Google компанияһының дөйөм документтары менән көйләнә[14], шулай уҡ бер нисә өҫтәмә сикләү ҙә индерелгән[15]. Атап әйткәндә, материалдарҙы шәхси коммерцияға ҡарамаған файҙаланыуҙа ҡулланыу мөмкинлеге бар. Ойошмаларҙа материалдар тик үҙҙәре өсөн генә файҙаланыла ала, ә бына коммерция маҡсатында таратыу тыйыла.
Эшкәртеүселәр өсөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Google Карталарын үҙҙәренең сит сервистары өсөн нигеҙ итеп алыу мөмкинлеге лә бар. Google сервисы Google Карталары өсөн махсус API булдырҙы. Был эшкәртеүселәрҙе геомәғлүмәттәре менән веб-сайттарына Google Карталар интеграцияһын йәлеп итеү маҡсатында эшләнелә. Килешеүҙә реклама өсөн урын ҡалдырылһа ла был бөгөнгө көндә рекламаһыҙ бушлай хеҙмәт булып һанала.
Google Maps API сервисын ҡулланып, Google Карталар аша сит сайттан теләгән урындың картаһын асып була. Тик бының өсөн был карта JavaScriptты ҡулланырға тейеш була. Мәҫәлән, картаны ҡарағанда ҙурайтып йәки алыҫайтып ҡарау өсөн географик нөктәне маркер менән билдәләп була. Рәсәй эшкәртеүселәре өсөн башҡаларҙан айырмалы Google Карталар һәм Google Maps API Рәсәй территорияһындағы биләмәләрҙе русса атамаһы менән таба ала.
Google карталарҙы редакторлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәлеү үткән барлыҡ ҡулланыусылар карта объекттарын тулыландыра, редакторлай, юйҙыра, фото, видеороликтар һәм панорамалы фотоһүрәттәр менән биҙәй, объекттарға (кафе, магазин, иҫтәлекле урындар һ.б.) барыуҙан алған тәьҫораттарын тасуирлап, баһаламалар яҙа ала. Шулай уҡ картала булмаған юлдарҙы күрһәтә ала[16]. Картала үҙгәрештәр дөйөм ҡулланылышта барлыҡҡа килер алдынан тәҡдим ителгән бөтә төҙәтмәләр автоматик йәки башҡа ҡулланыусылар тарафынан тикшереү үтә[17]. Картаны төҙәтеү, тейәлгән видео- һәм фотоматериалдар, яҙылған баһаламаға, башҡа ҡулланыусыларҙың төҙәтмәләре һанына ҡарап, теркәлгән ҡулланыусыларға тәжрибә кимәле йәғни рейтинг бирелә.
2022 йылға ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, картала биналарҙың контурҙарын төҙәтеү мөмкинлеге юҡ.
Android өсөн Google Карталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Android операцион системаһы (ОС) менән идара ителгән смартфондар өсөн бушлай Google Карталар ҡушымтаһы бар. Унда тауыш ярҙамында эҙләү, спутник фотоһүрәттәр, Урамдарҙы ҡарау, автонавигатор режимы индерелгән.
Офлайн-инеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Google карталарының 6.9 версияһында билдәле бер төбәк картаһын ҡоролманың хәтерендә һаҡлау мөмкинлеге бар.
Google Moon
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылда Аполлона-11-ҙе ултыртыуҙың 36 йыллығы хөрмәтенә (1969 йылдың 20 июле) Google Ай өҫтөнөң фотоһүрәттәрен баҫтырып сығара. Google Moon ҡулланыусыларға НАСА һәм башҡа миссиялар йыйған спутник һүрәттәре аша ай өҫтөн тикшерергә мөмкинлек бирә.
Google Moon проекты Google компанияһының Ер өҫтөндәге өс үлсәмле карталарҙы төҙөү буйынса глобаль инициативаһы сиктәрендә эшләй башлай. Шул ул ваҡыттан алып ул бер нисә тапҡыр киңәйтелә һәм яңыртыла. Хәҙер ул Айҙың өҫкө ҡатламын өйрәнергә ярҙам иткән кареклерәк мәғлүмәттәр һәм картографик инструменттар тәҡдим итә.
Google Moon проекты ҡулланыусыларға төрлө йыһан киңлектәрендә төшөрөлгән фотоларҙы ҡулланып, айҙың йөҙөн төрлө масштабта ҡарарға мөмкинлек бирә. Ул шулай уҡ ҡулланыусыларға айҙағы төрлө объекттарҙы, мәҫәлән, кратерҙарҙы, тауҙарҙы һәм үҙәндәрҙе тикшерергә ярҙам иткән интерактив элементтарҙы үҙ эсенә ала.
Google Moon-да шулай уҡ ай миссиялары һәм Айҙы өйрәнеү тарихы тураһында ла мәғлүмәт бар. Шулай уҡ ай менән бәйле билдәле урындарға һәм ваҡиғаларға арналған махсус бүлектәр бар, мәҫәлән, американың Аполлон ай миссияһы һәм Советтар Союзының Луна-9 йыһан аппаратын ултыртыу.
Төрлө сайттар менән интеграциялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быға тиклем Google Карталар Википедия һәм Panoramio сайттары менән интеграцияланған ине. Ҡулланыусылар көйләүҙәр араһынан «Тағы ла» («Ещё») тигән төймәгә баҫып, картала теге йәки был урындағы фотоһүрәттәрҙе һәм Википедиялағы мәҡәләләрҙе уҡый ала.
Google Maps API-ны ҡулланып, Google Карталар аша үҙегеҙ теләгән картаны асып ҡарарға була, шул уҡ ваҡытта был карта менән JavaScript йәки ActionScript аша идара итеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, географик нөктәне маркер менән билдәләргә, уны ҙурайтыу йәки бәләкәсәйтеү мөмкинлеге бар.
Google карталарҙа Рәсәй ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ ваҡыт Рәсәй ҡалаларынан вектор форматында Мәскәү[18], Санкт-Петербург[19] карталары ғына күрһәтелгән ине, хәҙер иһә Google Карталарында бөтә тораҡ пункттарҙың тиерлек карталары бар.
Google Карталары үҙенең конкуренты OpenStreetMap-тан тораҡ пункттарҙы глобаль, шул иҫәптән советтарҙан һуңғы арауыҡты теүәл итеп һүрәтләү буйынса ҡалыша. OpenStreetMap сервисы вики принцибы буйынса эшләгәнлектән, был карталағы мәғлүмәттәр анығыраҡ һәм актуаль булыуы менән айырыла[20][21].
Йәшерен объекттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Google компанияһының махсус хеҙмәттәрҙең төрлө кимәлдәге йәшерен объекттар урынлашҡан райондарҙа картографик мәғлүмәтте ябыу буйынса талаптарын өлөшләтә үтәүе билдәле[22] (Рәсәйҙән тыш).
IT Security онлайн баҫмаһы комментарийҙар менән бергә «Google Карталарҙа күрергә ярамаған 51 әйбер»[22] тип аталған оҙон исемлек баҫтырып сығара. Google сервисы һүрәттәрендә аңлы рәүештә буялған йәки тоноҡланған объекттар араһында АҠШ-тың хәҙерге Аҡ йорто ҡыйығын һәм АҠШ вице-президенты Дик Чейни резиденцияһын, НАТО-ның Голландиялағы һәм ФРГ-лағы авиабазаларын, ядро электростанцияларын, оборона ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен һәм башҡаларҙы күрергә була.— «Компьютерра-онлайн»[23]
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2009 йылдың ноябрендә Бөйөк Британияла йәшәүсе кеше Google Карталар сервисында Англияның төньяҡ-көнбайышындағы Ланкашир графлығында Булмаған Арглтон ҡалаһын таба. Джо Морана (Joe Moran) фаразлауынса, Liverpool John Moores University тикшеренеүселәр һәм Google компанияһы авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоуҙы күҙәтеү өсөн махсус рәүештә булмаған ҡаланы картаға төшөрөп ҡалдырған. Картографтарҙың ошо маҡсатта картаға уйлап сығарылған урамдарҙы һығып ҡуйыу осраҡтары билдәле була[24][25].
- Глобаль япма нигеҙендә EarthSat компанияһы Тарафынан Nasa-ның Ерҙең бөтә ҡоро ер өҫтө мозаикаһын төҙөү проекты сиктәрендә эшкәртелгән LandSat-7 спутнигынан алынған һүрәттәр ҡулланыла (GeoCover circa 2000). Проект 1999-2002 йылдарҙа ЕТМ+ юғары рөхсәтле камераһы менән йыйылған мәғлүмәттәрҙе ҡулланды. Фотоларҙың һәр пикселе күләме 14,25 м ер өҫтөнә тап килә. Проекттың үҙенең төҫтәре булған, атап әйткәндә, NASA-ның псевдотөҫөнән (ҡыҙыл - урта өлөш өсөн, йәшел - инфраҡыҙыл диапазондың яҡын өлөшө өсөн, төшөргәндә йәшел булған төҫ күк булып күренә)[26] айырмалы, Google EarthSat NaturalVue-ның тәбиғи төҫтәрен ҡабул итә. В 2006 йылда Google Ер Планетаһы төҫтәрҙе TerraMetrics TruEarth эшкәртелгән төҫтәренә үҙгәртә, шулай ҙа LandSat-7 төшөргәндәрҙе нигеҙ итеп ҡалдыра[27].
- 2012 йылдың 1апрелендә Google Карталар көлкө көнө уңайынан «8-биталы» ҡарау режимын индерә, Youtube-та NES[28] платформаһы өсөн презентация төшөрөлгән ролик һалына.
- 2015 йылдың апрелендә Пакистан картаһындағы Равалпинди ҡалаһы янында Apple значогына ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән Android логотибы һүрәте барлыҡҡа килә. Һүрәтте алып ташлайҙар һәм халыҡ алдында ғәфү үтенәләр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Google Maps had 65 million users in February, a 16 percent increase from a year earlier» // QUENTIN HARDY. Facing Fees, Some Sites Are Bypassing Google Maps Архивная копия от 4 ноябрь 2015 на Wayback Machine The New-York Times, 19 марта 2012
- ↑ Google Maps announcement on Google Blog . Googleblog.blogspot.com (???). Дата обращения: 12 ғинуар 2010. Архивировано 5 август 2012 года.
- ↑ Blurry or outdated imagery . Google Earth Help. Google. — «Google offers high resolution imagery... Most of this imagery is approximately one to three years old and provides an aerial view about 800-1500 feet from the ground.» Дата обращения: 14 октябрь 2013. Архивировано 24 октябрь 2013 года.
- ↑ Alexis Santos. Google Earth, Maps get new high-res aerial and satellite imagery. 2012-07-28 . Engadget. Дата обращения: 14 октябрь 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года.
- ↑ Пизанская башня на Google Maps под новым углом. 2012-10-01 . Ferra.ru. Дата обращения: 14 октябрь 2013. Архивировано 23 апрель 2014 года.
- ↑ MATT BURNS. Google Maps, Now With More High-Res Satellite And 45° Aerial Imagery. 2012-09-28 . TechCrunch. Дата обращения: 14 октябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
- ↑ Google Moon . Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано 22 июль 2017 года.
- ↑ Google Mars . Дата обращения: 25 апрель 2006. Архивировано 22 февраль 2011 года.
- ↑ Карты Google
- ↑ Карты Google теперь показывают историю маршрутов и места, где вы побывали | MacDigger.ru — новости из мира Apple . Дата обращения: 24 июль 2015. Архивировано 24 июль 2015 года.
- ↑ Google Maps may soon get a dark mode and ability to star transit lines (билдәһеҙ). xda-developers (10 октябрь 2019). Дата обращения: 11 октябрь 2019. Архивировано 20 октябрь 2020 года.
- ↑ Google Maps rolls out end-to-end directions for bikeshare users (билдәһеҙ). TechCrunch (20 июль 2020). Дата обращения: 24 июль 2020. Архивировано 26 ғинуар 2021 года.
- ↑ Реальный мир с Google Maps . Дата обращения: 12 февраль 2019. Архивировано 13 февраль 2019 года.
- ↑ Google Terms of Service . Дата обращения: 30 сентябрь 2006. Архивировано 24 май 2008 года.
- ↑ Google Maps Terms and Conditions . Дата обращения: 30 сентябрь 2006. Архивировано 25 февраль 2011 года.
- ↑ Пользователи Google Maps теперь могут дополнять и редактировать карты . Лайфхакер. Дата обращения: 1 сентябрь 2019. Архивировано 1 сентябрь 2019 года.
- ↑ Андрей Белокриницкий Андрей Белокриницкий. Пользователи получат право подтверждать правки в Google Maps . itc.ua (22 июль 2016). Дата обращения: 1 сентябрь 2019. Архивировано 1 сентябрь 2019 года.
- ↑ moscow 2011 йыл 24 апрель архивланған. — Google Maps
- ↑ Saint Petersburg, Russia 2011 йыл 24 апрель архивланған. — Google Maps
- ↑ RU:Вклад пользователей Google Maps — OpenStreetMap Wiki . wiki.openstreetmap.org. Дата обращения: 1 апрель 2023.
- ↑ Comparison of the accuracy of OpenStreetMap for Ireland with Google Maps and Bing Maps (ингл.). ResearchGate.
- ↑ 22,0 22,1 51 вещь, которую вам нельзя увидеть в Google Картах 2009 йыл 21 июль архивланған. (инг.) IT Security, 15 июля 2008
- ↑ Око небесное Архивная копия от 24 ғинуар 2017 на Wayback Machine, «Компьютерра-онлайн», 9 октября 2008
- ↑ Lenta.ru: Интернет: На Google Maps нашли несуществующий город . Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 11 июль 2011 года.
- ↑ Mystery of Argleton, the 'Google' town that only exists online 2015 йыл 30 октябрь архивланған. "Joe Moran, an academic at Liverpool John Moores University and map expert, said: «It could be a deliberate error so people can’t copy maps. Sometimes they put in fictional streets as the errors would prove they were stolen»
- ↑ GeoCover circa 2000 Product Description 2008 йыл 5 июль архивланған.
- ↑ Landsat Data Base Map for Google Earth 2011 йыл 28 июль архивланған., NASA, Laura Rocchio, 26 April 2006
- ↑ Google Maps 8-bit for NES 2017 йыл 4 октябрь архивланған. на YouTube
Google Карталары Викимилектә | |
Google Карталары Викияңылыҡтарҙа |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Google Карталары (рус.)
- Коллекции файлов меток KMZ/KML для Google Maps/Earth Google Maps KMZ (рус.)
- Google Maps Group (рус.) в дискуссия төркөмө Google Groups
- Google Sightseeing (инг.)
- google_maps (рус.) Google Maps һәм Google Earth-ҡа арналған LJ-берләшмә
- Google Lat Long (инг.)
- Google Maps API Blog (инг.)
- Google Maps Mania (инг.)
- Google Earth Blog (инг.)
- Сәйәхәт картаһын сайтта нисек урынлаштырырға // Компьютер