Абҙан (Архангел районы)
Ауыл | |
Абҙан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34774 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Абҙан (рус. Абзаново) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл, Абҙан ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 836 кеше[1] . Почта индексы — 453045[2], ОКАТО коды — 80203804001[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат материалдарынан күренеүенсә, Инйәр йылғаhы буйында урынлашҡан Абҙан ауылы тәүҙә Йәҡшембәт тип аталған. Ауылдың нигеҙ hалыусыhы ла билдәле — Ҡумрыҡ-Табын улусының старшинаhы Йәҡшембәт Урасов.
Абҙан Үркәев тә билдәле, бөгөнгө көндә ауыл уның исемен йөрөтә. XVIII быуаттың 70-се йылдарында ул улус старшинаhы ярҙамсыhы вазифаhын башҡарған. Һуңынан, Үркәев старшина вазифаhын үтәй башлағандан hуң, ауыл уның исемен йөрөтә башлай. 1795 йылда ауыл Абҙан тип теркәлгән.
V ревизия ваҡытында (1795 йыл) ауыл 12 хужалыҡтан торған, хужалыҡтарҙа 48 ир-егет hәм 56 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 21 йылдан hуң ауылда 121 кеше hәм 17 хужалыҡ иҫәпләнгән. 1859 йылғы X ревизия 227 кеше hәм 36 йорт күрhәткән. 37 йылдан hуң ауылда 176 ир-егет hәм 159 ҡатын-ҡыҙ, 60 хужалыҡ hаналған.
Ревизия Абҙандың улдары hәм ейәндәренең исемдәрен hанап сыға. Оло улы Абыҙгилде Абҙзанов (1777—1833) кантон етәксеhе ярҙамсыhы hәм юрта старшинаhы булып хеҙмәт иткән, 14-се класс дәрәжәhенә эйә булған. Уның балалары: Мырҙагилде, Ҡотлобулат, Ҡотләмбәт, Ҡотлогилде, Кинйәбулат — өс ҡатынынан булған. Кесе улы Муллагилде, 1781 йылда тыуған.
Улус халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, бер ни тиклем игенселек менән шөғөлләнгән. Ер эшкәртеү менән булышмаған ҡумрыҡ-табын халҡының күбеhе поташ заводы өсөн көл әҙерләү, Архангел заводына баҡыр рудаhы, шулай уҡ Өфө ҡалаhына поташ hәм дымлы поташты ташыу менән шөғөлләнгән.
1843 йылда 190 кеше (32 хужалыҡ) үҙ ихатаhында 225 ат, 30 hыйыр, 50 hарыҡ, 44 кәзә тотҡан. Игенселек күп кенә халыҡҡа яңы шөғөл булған. Шул уҡ йылда 8 сирек, йәки 64 бот, ҡышҡы hәм 41 сирек, йәки 328 бот, яҙғы иген сәселгән. Игенселектең үҫешен, ауылдың хужалыҡ келәтенә эйә булыуы раҫлап тора. Бөтә ихатаға 200 умарта hәм 30 солоҡ тура килгән[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 96 % тәшкил итә
Дөйөм халыҡ һаны[5],[1] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 915 | 899 | 836 | -63 | -7,0 | ||
Ир-егеттәр | 448 | 444 | 399 | -45 | -10,13 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 467 | 455 | 437 | -18 | -3,95 |
1906 йылда — 375, 1920 — 497, 1939 — 776, 1959 — 880, 1989 — 915, 2002 — 899 кеше йәшәгән[6].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлыҡ[7]:
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдар атамаһы[8]:
- А.Абдрахманов урамы (рус. А.Абдрахманова (улица))
- Г.Килмөхәмәтов урамы (рус. Г.Кильмухаметова (улица))
- Инйәр урамы (рус. Инзерская (улица))
- Туғай урамы (рус. Луговая (улица))
- М.Миһранов урамы (рус. М.Мигранова (улица))
- Ерекле урамы (рус. Ольховая (улица))
- Полковник Сәйфулла Хәбиров урамы (рус. Полковника Сайфуллы Хабирова (улица))
- Тимербаев урамы (рус. Тимербаева (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
- Көньяҡ урам (рус. Южная (улица))[9]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тормош. Архангел районының Абҙан ауылы. 14 ғинуар 2022 йылYouTube сайтында Видео
- Абзан шарлауығы. Башҡортостанда ял. Инйәр. 23 июнь 2020 йылYouTube сайтында Видео
- Абзан шарлауығы. Инйәр. Башҡортостан. 24 август 2020 йылYouTube сайтында Видео
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 98 с., табл.
- ↑ Архангел районы почта бүлексәләре(недоступная ссылка)
- ↑ ОК 19-95. Административ-төбәк бүленеше объекттарының Бөтәрәсәй классификаторы. (үҙгәрештәр менән)
- ↑ Генеалогия hәм архивтар
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
- ↑ http://bashenc.online/ru/search/?q=Абзаново
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Абҙан ауылы
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
- ↑ [1]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Архангел районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |