Эстәлеккә күсергә

Антоанета Стефанова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антоанета Стефанова
болг. Антоанета Андонова Стефанова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Болгария
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Болгария[1]
Тыуған көнө 19 апрель 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2][3] (45 йәш)
Тыуған урыны София, Народная Республика Болгария[d][3]
Һөнәр төрө шахматсы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы депутат Народного собрания Болгарии[d][3] һәм депутат Народного собрания Болгарии[d][3]
Шахматный титул гроссмейстер[d][1], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d], халыҡ-ара мастер[d], мастер ФИДЕ среди женщин[d], Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d] һәм FIDE Senior Trainer[d]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2420[4]
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 2000[d][5], Женская шахматная олимпиада 1992[d][5], Женская шахматная олимпиада 1994[d][5], Женская шахматная олимпиада 1996[d][5], Женская шахматная олимпиада 1998[d][5], Женская шахматная олимпиада 2002[d][5], Женская шахматная олимпиада 2004[d][5], Женская шахматная олимпиада 2006[d][5], Женская шахматная олимпиада 2008[d][5], Женская шахматная олимпиада 2010[d][5], Женская шахматная олимпиада 2012[d][5], Женская шахматная олимпиада 2014[d][5] һәм Женская шахматная олимпиада 2016[d]
 Антоанета Стефанова Викимилектә

Антоанета Стефанова (болг. Антоанета Стефанова; 19 апрель 1979 йыл) — Болгария шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса унынсы донъя чемпионы (2004—2006), Европа чемпионы (2002). Тиҙ шахмат буйынса донъя чемпионы (2012).

Антоанета Стефанова 1979 йылдың 19 апрелендә Болгарияның баш ҡалаһы Софияла тыуа. Шахмат менән дүрт йәшендә шөғөлләнә башлай. 1989 йылда беренсе абруйлы награда яулай — 10 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Донъя чемпионы, артабан 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында тиҙ шахмат буйынса Европа чемпионы була. 2000 йылда Болгарияның ир-егеттәр шахмат командаһы өсөн уйнай. 1994 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар араһында, 2002 йылда ир-егеттәр араһында халыҡ-ара гроссмейстер исемен ала.

2004 йылдың 5 июнендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионы исеме өсөн ярыш финалында Рәсәйҙән Екатерина Ковалевскаяны 2,5:0,5 иҫәбенә еңеп, чемпион тажын яулай.

2004 йылдың 22 ноябренән «Пловдив ҡалаһының почетлы гражданы» исемен йөрөтә. Төрлө командалар составында ике тапҡыр Европа кубогы еңеүсеһе була (2009, 2011). 2012 йылда Ханты-Мансийск ҡалаһында Ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты финалында тай-брейкта Украинанан Анна Ушенинанан еңелеп (2:2, 1½:½), икенсе урында ҡала.

София университетының Иҡтисад факультетын тамамлаған.

  1. 1,0 1,1 FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
  2. Hosch W. L. Antoaneta Stefanova // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 https://www.strazha.bg/mps/antoaneta-andonova-stefanova
  4. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 июля 2024 года — 2024.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 OlimpBase (ингл.)