Архитектура стиле
Архитектура стиле — архитектураның үҙенсәлеге, айырым бинаны йәки архитектура ансамблен характерлаусы художестволы биҙәү сараларының, алымдарҙың тотороҡло бөтөнлөгө, дөйөмлөгө; был дөйөмлөктө аныҡлаусы билдәләр системаһы. А.с. билдәле бер осорҙоң мәҙәниәтенә хас алымдар һәм стилдәр нигеҙендә барлыҡҡа килә.
18-се быуаттан алып Башҡортостан архитектураһының эволюцияһы Рәсәй Империяһы архитектураһы үҫешенә бәйле. Тәүгеләрҙән булып грандиозлығы, ҡупшылығы, күләм һәм ритмдың, материал һәм фактураларҙың, яҡтылыҡ һәм күләгәнең контраслығы, бина һәм архитектура комплекстары композицияһындағы тантаналы асыҡлыҡ һәм бөтөнлөк менән айырылып тороусы бароккоһы стилдәрҙең архитектура формалары тарала. Стиль Уралдың сәнәғәт архитектураһында айырыуса аныҡ сағылыш таба (ҡара: Воскресенка заводы, Ташлы заводтары, Верхотор заводы).
Һүрәтләү инструменты булараҡ архитектура стиле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төбәк үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура стиле һәр төбәк архитектураһының тарихын өйрәнеү өсөн уңайлы.
Ләкин төрлө региондарҙы сағыштырыу өсөн тулыһынса ярамай. Мәҫәлән Ҡытай архитектураһының тарихи осорҙары Европаныҡы менән оҡшаш түгел.
Милли исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1762—1840 йылдағы архитектура стилен Рәсәйҙә (Германияла) Классицизм тип атайҙар, ләкин Францияла классицизм — XVII быуатта килгән стиль һанала.
Рәсәйҙәге модерн стилен АҠШ-та — «тиффани, Францияла — «ар-нуво» һәм «fin de siècle» , Германияла— «югендстиль» тип йөрөтәләр.
Иң билдәле архитектура стилдәре (европа архитектураһы тарихынан)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боронғо архитектура (Храм архитектураһы)
- Античная архитектура. Беҙҙең эраға тиклем VIII—V быуаттар
- Роман стиле. X—XII быуаттар
- Готика. XII—XV быуаттар
- Возрождение. XV—XVII быуаттар
- Барокко. XVI—XVIII быуаттар
- Рококо. XVIII—XVIII быуаттар
- Классицизм, ( палладианство, ампир, неогрек. XVIII—XIX быуаттар
- Эклектика. 1830—1890 йылдар
- Модерн. 1890—1910 йылдар
- Модернизм. 1900—1980 йылдар
- Конструктивизм. 1920—1930 йылдар
- Постмодернизм. 1950 йылдарҙан
- Хай-тек (стиль). 1970 йылдарҙан
- Деконструктивизм. 1980-сы йылдарҙан
Стилдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Беҙҙен эранан алдынан 447—438 йылдарҙа төҙөлгән Парфенон, Боронғо архитектураһы
-
78-100 йылдарҙа төҙөлгән Колизей, Античная архитектура
-
1004-1012 йылдарҙа төҙөлгән Бамбергский собор, Роман стиле
-
1211-1275 йылдарҙа төҙөлгән Реймсский собор, Готика
-
Петергофтағы сиркәү, Барокко
-
Роснефттен йорто, Эклектика
-
Баухауз, Дессау, модернизм стиле
-
Конструктивизм стиле, СССР
-
Джефф Кунстын эте, Постмодернизм стиле
-
Оуру-Прету ҡалала Франциск Ассизский сиркәүе, Рококо стиле
-
Fuji Television йорто, Хай-тек стиле
-
Торонто, Канада, Деконструктивизм стиле