Башҡорт АССР-ы Юғары Советы
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1938 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Алдағы | Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1993 |
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы | |
Тип | |
---|---|
Тип |
Совет |
Дәүләт | |
История | |
Нигеҙләнгән ваҡыты |
1938 |
Бөтөрөлгән ваҡыты |
1993 |
Алдан килеүсе | |
Дауамсы | |
Структураһы | |
Ағзалар |
280 |
Һуңғы һайлауҙар |
1990 |
Сайт | |
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы — Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы.
Адрес
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ы Юғары Советы башта ошо адрес буйынса урынлаша: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт[1].
ХХ быуаттың 90-се йылдарында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы яңы бинаға (адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Йорто) күсә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ы Юғары Советы БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһына ярашлы барлыҡҡа килә.
Башҡортостанда унан алдағы дәүләт власының Юғары органдары:
- Башҡорт Совет Республикаһының хәрби-революцион комитеты — Башревком. 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында Башҡортостан хөкүмәте ағзалары һәм башҡорт полктары вәкилдәре ҡатнашлығында Бөтә Башҡорт хәрби съезында төҙөлә. Башревком составына башлыса элекке Башҡортостан хөкүмәте ағзалары — Әхмәтзәки Вәлиди, Имаков Таһир Ғилман улы, Кулаев Мстислав Александрович, И. Алкин, Бикбов,Юныс Юлбарис улы инә.
- БАССР-ҙың Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК) — 1920 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт АССР-ын Советтарының I съезында раҫлана.
БАССР-ҙың Юғары Советына беренсе һайлау 1938 йылдың 26 июлендә үтә. БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советына 150 депутат һайлана.
1938 йылдың 25—28 июлендә Өфөлә БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советының беренсе сессияһы үтә. Сессияла БАССР Юғары Советы Президиумы һайлана һәм хөкүмәт — республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы төҙөлә. Ике даими эшләүсе комиссия булдырыла: закондар сығарыусы һәм бюджет комиссияһы. Беренсе саҡырылыш Юғары Советты БАССР-ҙың Юғары Советы Рәисе Заликин А. Т. етәкләй, Долганов И. Б. менән Сиразетдинова М. Н. уның урынбаҫарҙары була. Юғары Совет Президиумы Рәйесе итеп Ибраһимов Р. К., ә Сәркәтибе итеп — Вальшин М. Г. һайлана.
1938—1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарын һайлау 12 тапҡыр үткәрелә.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
1993 йылғы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы[2], 1993 йылдың 24 декабренән башлап Башҡортостан Республикаһының Юғары һәм берҙән-бер закон сығарыусы (һайланған) дәүләт власы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһына ярашлы БАССР-ҙың Юғары Советы дәүләт власының иң юғары органы була һәм республика менән идара итеүгә ҡағылышлы СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы, Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ҡуйған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә була. Башҡорт АССР-ы Конституцияһын ҡабул итеү,уға үҙгәрештәр индереү, Башҡорт АССР-ының дәүләт иҡтисади һәм социаль үҫеш планын һәм дәүләт бюджетын, уларҙың үтәлеше тураһында отчетын раҫлау, үҙе ҡарамағындағы органдарҙы булдырыу Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт АССР-ы закондары шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы халыҡ һаны тигеҙ булған һайлау округтары буйынса һайланған 280 депутаттан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесен һәм уның ике урынбаҫарын һайлай. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ултырыштары һәм уның эске тәртип ҡағиҙәләре менән етәкселек итә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессиялары йылына ике тапҡыр саҡырыла. Сираттан тыш сессиялар Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы тарафынан уның инициативаһы менән йәки Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарының өстән бер өлөшөнән дә кәм булмағандары тәҡдиме буйынса үтә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияһы ултырыштарҙан һәм улар араһында үткәрелгән Башҡорт АССР-ы Юғары Советының даими һәм башҡа комиссиялары ултырыштарынан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы түбәндәге вәкәләттәргә эйә:
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һәм урындағы халыҡ депутаттары Советына һайлауҙар билдәләй;
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияларын саҡыра;
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советының даими комиссиялары эшен координациялай;
- Башҡорт АССР-ы Конституцияһы үтәлешен контролләй;
- Башҡорт АССР-ы закондарына аңлатма бирә;
- урындағы халыҡ депутаттары Советы эшмәкәрлеге өҫтөнән етәкселек итә;
- район буйһонған ҡалалар, ҡалала райондар ойоштора, уларға исемдәр ҡуша һәм исемдәрен үҙгәртә;
- Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарарҙарын һәм бойороҡтарын, район һәм ҡала (республика ҡарамағындағы ҡалалар) халыҡ депутаттары Советы ҡарарҙарын, улар законға тап килмәгән осраҡта, юҡҡа сығара;
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау Ҡағыҙы менән бүләкләй, Башҡорт АССР-ының маҡтаулы исемдәрен булдыра һәм бирә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (июль 1938—1946)
Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1946—1950)
Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы (1950—1967)
Солтанов Фәйзулла Вәли улы (март 1967 — апрель 1990)
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заликин Александр Тарасович (июль 1938—1939)
- Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (1939 — март 1947)
- Ҡадиров Имамғәле Ғәлим улы (март 1947 — апрель 1955)
- Нуриев Зыя Нурый улы (апрель 1955—1959)
- Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (март 1959 — март 1963)
- Исмәғилев Заһир Ғариф улы (март 1963—1975)
- Ғирфанов Вәкил Кәли улы (1975—1979)
- Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы (1980 — 24 ноября 1989)
- Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7 апреля 1990 — декабрь 1993)
- Дёмин Юрий Сергеевич (декабрь 1993—1995)
БАССР Юғары Советы депутаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1938—1947 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Икенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1947—1951 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Өсөнсө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1951—1955 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Дүртенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1955—1959 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Бишенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1959—1963 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Алтынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1963—1967 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Етенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1967 йылдың 29 мартында һайланғандар, 1967—1971 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Һигеҙенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (25 июнь 1971 һайланғандар, 1971—1975 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Туғыҙынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (3 июль 1975 һайланғандар, 1975—1979 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Унынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (21 март 1980 һайланғандар, 1980—1985 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Ун беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (22 март 1985 һайланғандар, 1985—1990 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
- Ун икенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1990—1993 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда Башҡортостан Республикаһы парламентының тарих музейы булдырыла. Музей Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы йортонда урынлаша. Музейҙа Башҡортостан парламентаризмының күп йыллыҡ тарихы буйынса экспонаттар: документтар, фотоһүрәттәр, китаптар, публикациялар, значоктар ҡуйылған. Экспозицияның бер өлөшө Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының 1925, 1937, 1978, 1993 йылдарҙағы Конституцияларына бағышланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.gsrb.ru/ru/about_parliament/parliamentary_museum/museum_of_history/
- http://rudocs.exdat.com/docs2/index-578811.html?page=4 2017 йыл 4 октябрь архивланған.
- http://rusliberal.ru/books/Spravka_O_hode_viborov_v_Ufe.pdf 2016 йыл 4 март архивланған.
wikisource:ru:Категория:Указы Президиума ВС Башкирской АССР Викикитапханала |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Первые выборы в Верховный Совет БАССР. 1938 год. Структура Верховного Совета БАССР. Председатели Верховного Совета БАССР, Председатели Президиума Верховного Совета БАССР и сек … Дата обращения: 16 февраль 2013. Архивировано 17 март 2013 года.
- ↑ Город Салават информационный сайт salavat - salavat jimdo page! Салават . Дата обращения: 16 февраль 2013. Архивировано 17 март 2013 года. 2012 йыл 12 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Парламентаризм в Башкортостане. История и современность. Документы и материалы. ГРИ Башкортостан. Кн. 2. Составитель В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. Уфа, 2005. ISBN 5-8258-0204-5.