Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте РОО «Общество башкирских женщин РБ» | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
---|---|
Лидер |
Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур төш ҡыҙы |
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте (рус. Общество башкирских женщин Республики Башкортостан) — ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын, уның республиканың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошонда ролен күтәреү, ғаиләне нығытыу, башҡорттарҙың телен һәм мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы.
Штаб-фатиры Башҡортостанда, Өфө ҡалаһында урынлашҡан.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһында Ойоштороу съезында «Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте»[1] йәмәғәт ойошмаһы булдырыла.
2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Идараһы составында 30 кеше тора.
Йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан райондары һәм ҡалалары көнө, милли байрамдар, конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа төрлө йәмәғәт саралары үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республика («Өлгөлө йәш ғаилә», «Һылыуҡай»[2], «Башҡорт милли кейеме» һәм башҡа) һәм район (башҡорт сәсәндәре, «Иң яҡшы әсә»; «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар», «Шәжәрә» байрамдары, «Бишек йыры» кисәләре һәм башҡа) конкурстары ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһай.
Башҡорт милли кейемен тергеҙеү, уның элементтарын ҡулланышҡа индереү буйынса эш йәмғиәттең тәүге йылдарындағы эшмәкәрлегендә үк башлана.Башҡорт дәүләт университетында башҡорт кейеме буйынса ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Йәмғиәт рәйесе Гүзәл Ситдиҡова Мәскәүҙә үткәрелгән "Этно-Эрато" конкурсында башҡорт кейемдәре күрһәтеүҙе ойоштора һәм коллекция өсөнсө урын яулап ҡайта [3]. Шулай уҡ ул үҙе 2005 йылдан уҡ башҡорт кейеме элементы - һаҡалды төрлө сараларҙа эш кейеме менән кейеү үрнәге лә күрһәтә.
Ойошма Сәрмән балалар йортона, Үрге Әүжән ауылындағы махсус интернат-мәктәпкә, Белорет районының Үҙән ауылы балалар йортона матди ярҙам күрһәтә. Төрлө хәйриә акциялары үткәрә. 2013 йылда Әбйәлил районында стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса хәйриә акцияһы ойошторолдо[4].
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте «Ихлас» мәсете менән хеҙмәттәшлек итә, улар менән берлектә төрлө саралар ойоштора («Ислам һәм ҡатын-ҡыҙ» фәнни-ғәмәли конференцияһы). 2006 йылда ойошма исеменән вәкилдәр Мәскәү һәм Екатеринбургта, ҡалаларҙағы күмәк этник арауыҡта ғаилә проблемаларына арналған конференцияла ҡатнашты. 2006 йылда Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ярҙамы менән башҡорт мәктәбе асыла.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ағзаһы булып тора. Ойошма төрки телле халыҡтарҙың традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итеүсе төбәк-ара ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте, Бөтә донъя төрки донъяһы ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы, «Аҡ тирмә» йәмәғәт ойошмаһы һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә.
Ойошма тарафынан Башҡортостандың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары тураһында белешмә («Башҡорт ҡатын-ҡыҙы мең йыллыҡтар сигендә. Өфө, 2000.»), төрлө методик брошюралар («Йәш ғаиләгә кәңәштәр. Өфө, 1995.», «Әсә йылы. Өфө, 2001») һәм башҡа баҫма материалдар нәшер ителә .
Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (1990—2000)
- Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (2000—2003)
- Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (2003—2004)
- Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (2004—2011)
- Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы (2011—2017)
- Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы (2017 йылдан)
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Общество башкирских женщин Республики Башкортостан. // Центральный государственный архив общественных объединений Республики Башкортостан 2017 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Екатерина Спиридонова Чем нас больше, тем мы сильнее! // «Башвесть». 2014 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Башкирские костюмы покорили членов жюри на выставке "Этно-Эрато" в Москве [1]
- ↑ Арина Рахимкулова. Общество башкирских женщин оказало помощь пострадавшим от наводнения в Абзелиловском районе.// ИА «Башинформ».