Бенилюкс
| |||||
Государственный гимн Бенилюкс | |||||
Бенилюкс күрһәтелгән (оранжевый):— Европала (светло-зелёный и светло-коричневый)
| |||||
Рәсми телдәр | Нидерланд теле һәм Француз теле | ||||
Эре ҡалалар | Брюссель | ||||
премьер-министрҙар | Элио Ди Рупо Марк Рютте Ксавье Беттель | ||||
Территория • Бөтәһе |
74 656 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
28 365 937 чел. 380 чел./км² | ||||
Валюта | евро | ||||
Сәғәт бүлкәте | 1 |
Бенилюкс (Benelux, нидерл. Benelux Unie[1], франц. Union Benelux[2]) — Көнбайыш Европала сәйәси, иҡтисади һәм таможня союзы — ул өс монархияны: Бельгияны, Нидерландты һәм Люксембургты үҙ эсенә алған хөкүмәт-ара ойошма. Франция һәм Германия менән ҡоро ер сиктәре бар. Союздың исеме һәр ҡатнашыусы ил исемдәренең башланғыс хәрефтәренән барлыҡҡа килгән. Башта ул Бенилюкс Тңтаможня союзын билдәләү өсөн файҙаланыла. Премьер-министрҙары: Софи Вильмес, Марк Рютте, Ксавье Беттель. Донъяла халыҡ иң тығыҙ ултырған райондарҙың береһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бенилюкс илдәрендәге интеграция процестары Беренсе донъя һуғышынан һуң башлана.
Бельгия-Люксембург иҡтисади союзын (БЛИС) ойоштороу тураһында килешеүгә 1921 йылдың 25 июлендә ҡул ҡуйыла һәм 1922 йылдың 1 майында үҙ көсөнә инә. Ул таможня пошлиналарын бөтөрөүҙе, һан менән контингентлауҙы һәм ошо илдәр араһындағы сауҙала башҡа ҡаршылыҡтарҙы, шулай уҡ өсөнсө илдәргә ҡарата берҙәм таможня тарифын билдәләүҙе һәм Бельгия менән Люксембург араһында хеҙмәтләндереүҙәрҙең ирекле әйләнешен күҙ уңында тота.
1930—1932 йылдарҙа БЛИС менән Нидерландты иҡтисади йәһәттән яҡынайтыу мөмкинлектәре ҡарала. Атап әйткәндә, 1932 йылдың 18 июлендә Бельгия, Нидерланд һәм Люксембург үҙ-ара сауҙа әйләнешендә таможня пошлиналарын артабан бөтөрөүҙе күҙ уңында тотҡан Конвенцияға ҡул ҡуя. Әммә иҡтисади көрсөк эҙемтәләре һәм Бөйөк Британия етәкселегендәге ҡайһы бер илдәрҙең баҫымы үҙ кире йоғонтоһон яһай һәм Концепция положениелары тормошҡа ашырылмай.
1943 йылдың 21 октябрендә Лондонда урынлашҡан Бельгия, Нидерланд һәм Люксембургтың эмиграция хөкүмәттәре һуғыштан һуңғы осорҙа үҙ-ара түләүҙәрҙе көйләү һәм улар араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатында валюта килешеүенә ҡул ҡуя (1946 йылдың 24 майында үҙ көсөнә инә).
1944 йылдың 5 сентябрендә өс ил хөкүмәте Лондонда 1948 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән 1947 йылдың 14 мартындағы Протокол менән тулыландырылған һәм аныҡланған Таможня конвенцияһына ҡул ҡуя. Ошо датанан Бенилюкс илдәре араһында сауҙа бөтә пошлиналарҙан азат ителә, ә өсөнсө илдәргә ҡарата Көнбайыш Европала берҙәм, иң түбән тышҡы таможня тарифы индерелә.
Конвенция һәм Протоколға ярашлы Административ таможня советы, Иҡтисади союз Советы, Сауҙа килешеүҙәре советы ойошторола, ә 1947 йылдың мартынан Брюсселдә Генераль секретариат булдырыла. Артабанғы этапта 1949 йылдың 15 октябрендә Алдан иҡтисади союз тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документта ҡатнашыусыларҙың һаны һәм башҡа сикләүҙәрҙе бөтөрөү юлы менән илдәр араһында сауҙаны артабан либералләштереү, сауҙа һәм валюта сәйәсәтен координациялау ҡарала.
1950—1953 йылдарҙа Бенилюкс илдәрендәге интеграция процестары был илдәрҙе солғап алған иҡтисади көрсөк менән бәйле әкренәйә.
1953 йылдың 24 июлендә Гаагала өс ил иҡтисади һәм социаль сәйәсәтте координациялау процесын тиҙләтеү тураһында протоколға ҡул ҡуя.
1953 йылдың 9 декабрендә улар өсөнсө илдәр менән сауҙа иткәндә импортҡа һәм экспортҡа ҡарата берҙәм сауҙа сәйәсәте үткәреү тураһында Протоколға ҡул ҡуя. Был Протоколға ҡул ҡуйыу Бенилюкс илдәре эсендә импорт тауарҙар менән сауҙа итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Һуңынан Берҙәм сауҙа сәйәсәте тураһындағы протокол положениелары тулыһынса Бенилюкстың Иҡтисади союзы тураһында килешеү тексына инә.
1954 йылдың 8 июлендә - өс ил араһында капиталдың ирекле хәрәкәте тураһында килешеүгә, ә 1955 йылдың майында ауыл хужалығы сәйәсәтен яйлап көйләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1955 йылдың 5 майында Бенилюкстың Парламент-ара консультация советы ойошторола.
1956 йылдың июнендә социаль страховкалау өлкәһендә эшсе көстәрҙе ирекле күсереү һәм берҙәм сәйәсәт тураһында протоколға ҡул ҡуйыла.
1956 йылдан Бенилюкс илдәре өсөнсө илдәр менән бергәләп сауҙа килешеүҙәре төҙөй башлай.
Бенилюкс үҫешкән һайын берҙәм документта хеҙмәттәшлек итеү ысулдарын һәм формаларын формалаштырыу һәм өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе теркәү зарурлығы килеп тыуа. Европа иҡтисади берләшмәһен булдырыу был эште тиҙләтә. Яңы халыҡ-ара төркөм барлыҡҡа килеү менән бәйле Бенилюкс илдәренә үҙ Союзының киләсәген билдәләргә кәрәк була, был уларҙы 1958 йылдың 3 февралендә Иҡтисади союз тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуға килтерә лә инде. Бенилюкс секретариаты фекеренсә, Европа иҡтисади берләшмәһен булдырыуға ҡарамаҫтан, Бенилюкстың бөтә өс иле лә ингән был Союзды һаҡлап ҡалыу түбәндәге фекерҙәр менән бәйле:
- Бенилюксты бөтөрөү оҙайлы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыр ине;
- Бенилюкстың булыуы өс ил өсөн тотороҡло хәлдең гарантияһы булып тора;
- Бенилюкстың бәләкәй илдәре, Европа иҡтисади союзы сиктәрендәге менән сағыштырғанда, өс яҡлы хеҙмәттәшлек сиктәрендә юғарыраҡ һәм тиҙерәк һөҙөмтәләргә өлгәшәсәк;
- Бенилюкстың Иҡтисади союз төҙөүҙә тупланған тәжрибәһе Европа иҡтисади союзы тураһында Килешеүҙе тормошҡа ашырыу өсөн ҙур ҡиммәткә эйә;
- Европа иҡтисади союзына Бенилюксты уңайлы шарттарҙа интеграциялау өсөн өс бәләкәй ил ныҡлы берҙәмлек булдырырға тейеш.
Европа иҡтисади союзын төҙөү тураһында договорҙың 223-сө статьяһында шулай тиелә:
Ошо Килешеүҙең положениелары ошо төбәк союздарының ниндәй маҡсатта ошо Килешеүҙе ҡулланыу иҫәбенә ирешелмәгән булыуына ҡарап Бельгия менән Люксембург, шулай уҡ Бельгия, Люксембург һәм Нидерланд араһында төбәк союздарын булдырыу һәм тамамлау өсөн ҡамасауламай.— Европа иҡтисади союзын ойоштороу тураһында договорҙың 223-сө статьяһы
1957 йылдың 25 мартында Франция, Германия Федератив Республикаһы, Италия һәм Бенилюкс илдәре Европа иҡтисади союзын булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 1957 йылдың июль уртаһында Бельгия, Нидерланд һәм Люксембургтың иҡтисади союзы тураһында килешеү проекты өҫтөндә эш башлана. Килешеүгә 1958 йылдың 3 февралендә Гаагала ҡул ҡуйыла. Уның менән бер үк ваҡытта Күсмә осор тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Килешеүҙе ратификациялау барышында ауыл хужалығы баҙары тураһындағы мәсьәлә буйынса парламент дебаттарының етди фекер айырымлыҡтары асыҡлана, был уның 1960 йылдың 1 ноябренә тиклем үҙ көсөнә инеүен тотҡарлай. Ратификация барышында 1960 йылдың 1 июленән Бенилюкс илдәре араһында заттарҙың хәрәкәт итеүенә контроль бөтөрөлә. 1960 йылдың 19 сентябрендә уға ҡул ҡуйыла, ә 1963 йылдың 1 октябренән Бенилюкс илдәре граждандарының сит илдә булыу хоҡуҡтарын көйләүсе конвенция үҙ көсөнә инә. Был конвенция Союздың бер ил граждандарының икенсе ил территорияһында, был илдә йәшәү средстволары булыуын раҫлаған осраҡта, йәшәү ирке булыуын күҙ уңында тота.
Бенилюкстың Иҡтисади союздың эшмәкәрлеге Европа иҡтисади союзы ойошторолғанға тиклем әүҙем була, 1958 йылдың 1 ғинуарынан уға өс ил дә инә. Һуңынан Бенилюкс сиктәрендә хәл итеүе ҡыйын булған күп мәсьәләләр Европа иҡтисади союзы кимәлендә хәл ителә.
Ауыл хужалығы продукцияһын индереп, өс ил араһында тауарҙарҙы ирекле йөрөтөүгә булған бөтә ҡаршылыҡтар 1968 йылдың 1 июленә Европа иҡтисади союзы сиктәрендә бөтөрөлә. Тауарҙарҙы, капиталды һәм хеҙмәттәрҙе ирекле күсереүгә 1974 йылдың 1 ғинуарына өлгәшелә. Өсөнсө илдәргә ҡарата берҙәм сауҙа сәйәсәте үткәреү Союздың ҙур ҡаҙанышы булып тора.
Маҡсаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бенилюкстың төп маҡсаттары:
- ҡатнашыусы илдәр араһында тауарҙарҙың, хеҙмәтләндереүҙәр, капитал һәм кешеләрҙең ирекле хәрәкәте, сауҙала таможня пошлиналарын, һан буйынса контингентты, шулай уҡ башҡа сикләүҙәрҙе бөтөрөү; Бенилюкс территорияһында хеҙмәттәрҙең ирекле әйләнешенә ҡамасаулаған иҡтисади һәм финанс ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү; Бенилюкс илдәре араһында капиталдың ирекле йөрөүенә ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү; Бенилюкс илдәре граждандарының бер илдән икенсе илгә паспортһыҙ һәм визаһыҙ ирекле йөрөүе, даими йәшәүе, эшкә ялланыуы, социаль страховкалау системаһы менән бер ниндәй дискриминацияһыҙ файҙаланыуы, ил граждандарына ҡарата ғәмәлдә булған шул уҡ һалым системаһын ҡулланыу (ике яҡ та граждандарына үҙ территорияһында дәүләт учреждениеларында һәм ҡайһы бер һөнәрҙәрҙә эшләү хоҡуғын гарантиялай);
- иҡтисади, финанс һәм социаль сәйәсәтте координациялау;
- өсөнсө илдәргә ҡарата берҙәм тышҡы сауҙа һәм тышҡы иҡтисади сәйәсәт үткәреү, иң элек өсөнсө илдәргә ҡарата берҙәм таможня пошлиналары билдәләү.
Географияһы, демографияһы һәм телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нидерланд һәм француз телдәре Бенилюкстың һәм уның институттарының рәсми телдәре булып тора. Ағза-дәүләттәрҙең дөйөм халҡынан (27,6 миллион кеше) 22,6 миллионы (82 проценты) Нидерландта һәм Фландрияла йәшәй, унда нидерланд теле дәүләт теле булып тора. Француз телле Валлонияла 3,5 миллион (12,5 процент) йәшәй, шул уҡ ваҡытта Брюссель баштөбәгенең күпселеге (уның халҡы 3,8 процент тәшкил итә) француз телендә һөйләшә, ә формаль рәүештә иһә төбәк ике телле тип иҫәпләнә. Люксембургта (1,74 %) өс рәсми тел: француз, немец һәм люксембург телдәре (көнбайыш герман, урта немец мәҙәни диалекты, мозель-француз теленә ҡарай). Бельгияның немец берләшмәһе менән бергә был немец телендә һөйләшкән кешеләрҙең яҡынса 2 % тәшкил итә.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Министрҙар кабинеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс сит ил эштәре министрынан торған Министрҙар комитеты юғары орган булып тора (йылына бер нисә ултырыш). Ул Бенилюкс төҙөү тураһында Килешеү шарттарының үтәлешен контролдә тота һәм Килешеү менән уға бирелгән вәкәләттәр: ҡарарҙар, рекомендациялар, директивалар, конвенциялар сиктәрендә ҡарарҙар ҡабул итә.
Эшсе төркөмдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эш төркөмдәре ултырыштарында тармаҡ министрҙары осраша. Әгәр билдәле бер эшмәкәрлек өлкәһендәге эшсе төркөм Министрҙар комитеты ҡарары буйынса ойошторолһа, уның ҡарарҙары Министрҙар комитеты ҡарарҙары кеүек үк сәйәси һәм юридик көскә эйә.
Иҡтисади союз советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисади союз советы башҡарма орган булып тора, төрлө комиссияларҙың эшмәкәрлеген көйләй һәм министрҙар комитетына буйһона.
Комиссиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бенилюксты булдырыу тураһындағы килешеү нигеҙендә төрлө өлкәләр буйынса комиссиялар һәм махсус комитеттар булдырыла:
- тышҡы иҡтисади бәйләнештәр;
- валюта-финанс мәсьәләләре;
- сәнәғәт һәм сауҙа;
- ауыл хужалығы;
- аҙыҡ-түлек һәм балыҡсылыҡ;
- таможня һәм һалым мәсьәләләре;
- транспорт;
- социаль мәсьәләләр;
- кешеләрҙең ирекле йөрөүе һәм урынлашыуы;
- юстиция мәсьәләләре, статистиканы координациялау;
- дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған органдар бюджеттарын сағыштырыу;
- һаулыҡ һаҡлау;
- бәләкәй һәм урта предприятиелар;
- туризм, муниципаль планлаштырыу;
- тирә-яҡ мөхит;
- энергетика;
- административ һәм юридик өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү.
Генераль секретариат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Генераль секретариат башында генераль секретарҙар коллегияһы тора; генераль секретарҙан (килешеү буйынса ул Нидерланд подданныйы булырға тейеш) һәм уның ике урынбаҫарынан тора. Генераль секретариаттың сәйәси роле һиҙелерлек арта. 1975 йылдан алып генераль секретарҙар коллегияһы директива ҡабул иткәндә закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын ала.
Берләшкән хеҙмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берләшкән хеҙмәттәргә махсус бурыстарҙы үтәү йөкмәтелә, мәҫәлән, тауар билдәләре һәм дизайн өлкәһендә.
Парламент-ара консультация комитеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парламент-ара консультатив совет Бельгия һәм Нидерландтан — 21-шәр, Люксембургтан 7-шәр парламент депутаттарынан тора. Уларҙы тәғәйенләгәндә өс илдә сәйәси ағымдарҙың тәьҫир итеү дәрәжәһе иҫәпкә алына. Совет ҡатнашыусы илдәрҙең хөкүмәттәре өсөн тәҡдимдәр ҡабул итә. Совет иҡтисади ғына түгел, ә сәйәси хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен дә хәл итә.
Иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса консультация советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса консультация советы өс илдең иҡтисади һәм социаль ойошмаларының 27 вәкиленән тора (Бельгия — Үҙәк иҡтисади совет һәм Милли хеҙмәт советы; Люксембург — Иҡтисади-социаль совет; Нидерланд — Социаль-иҡтисади совет).
Арбитраж коллегияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Договорҙы йәки конвенцияларҙы үтәүгә бәйле ағза булып торған дәүләттәр араһында килеп тыуған бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн арбитраж коллегия ойошторолған.
Суд палатаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1965 йылда Бенилюкс Судын ойоштороусы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ул 1975 йылда үҙ көсөнә ингән. Суд палатаһы берлектә ҡабул ителгән хоҡуҡи нормаларҙы берҙәм аңлатыуға булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған. Ул өс төр вәкәләткә эйә: дәүләт чиновниктарының эштәре буйынса суд, консультатив һәм суд вәкәләттәре. Суд палатаһы Брюсселдә урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Over de Benelux (нидерл.). Benelux. — «Dit alles onder een nieuwe naam: de Benelux Unie.» Дата обращения: 9 февраль 2015. Архивировано 13 ғинуар 2015 года. 2015 йыл 13 ғинуар архивланған.
- ↑ A propos du Benelux (фр.). Benelux. — «Le 17 juin 2008, un nouveau Traité Benelux était signé. Désormais, la coopération va se concentrer sur trois thèmes-clés: le marché intérieur & l’union économique, le développement durable et la justice & les affaires intérieures et tout ceci sous un nouveau nom:l’Union Benelux.» Дата обращения: 9 февраль 2015. Архивировано 13 ғинуар 2015 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фомичёв В. И. Торговые отношения в Европе // Бенилюкс. — 2-е изд. — М.: ИНФРА-М, 2001. — 446 с. — ISBN 5-16-000145-0.
- Погорлецкий А. И. Экономика зарубежных стран. — Михайлова В. А.. — СПб., 2000. — 492 с. — ISBN 5-8016-0143-0.
- Коршунов В. Международная жизнь // Королевство Нидерландов. — 1999. — Т. 3. — С. 61-66.
- Государства Альпийского региона и страны Бенилюкс в меняющейся Европе / Под ред. В. Я. Швейцера. — М.: Весь Мир, 2009. — С. 353. — 544 с. — ISBN 978-5-7777-0455-9.
- Желтиков В. П. Экономическая география. — Учебники и учебные пособия. — Ростов: Феникс, 2001. — 384 с.
- Рыбалкин В. Е. Глава 10. Международная интеграция // Международные экономические отношения. — 6-е изд. — М.: ЮНИТИ-ДАНА, 1998. — 366 с.
- Amos Jenkins Peaslee. Benelux Economic Union // International governmental organizations. — Boston, Massachusetts (USA): BRILL, 1974. — С. 165-167. — 1465 с. — ISBN 978-90-247-1601-2. (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бенилюкс Викимилектә | |
Бенилюкс Викигид |
- benelux.int — Бенилюкса рәсми сайты (нид.)
- benelux-parlement.eu — Межпарламентской ассамблеи Бенилюкса рәсми сайты (фр.)
- courbeneluxhof.be — Суда Бенилюкса рәсми сайты (нид.) (фр.)
- boip.int — Бюро по правам интеллектуальной собственности Бенилюкса рәсми сайты (нид.)
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |