Эстәлеккә күсергә

Википедия:Исемен үҙгәртеүгә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ИҮ
Исемен үҙгәртеүгә тәҡдим ителгән биттәр

Исемен үҙгәртеүгә тәҡдим ителгән биттәрҙе мөхәррирләгән ҡатнашыусыларҙы фекер уртаҡлашырға саҡырырғыҙ, ҡарар тиҙерәк ҡабул ителер.

Тауыш биреү
Йомғаҡ
  • Фекер алышыу бөткәс ҡалыптар {{Ябыҡ}} һәм {{Ябыҡ-сик}} ҡулланырға.

Архив: 2015 | 2016 | 2017—2024


Ҡаранйылға ()? В какой из них находится устье реки Йәнгел? --Ардах18 (әңгәмә) 05:17, 13 февраль 2016 (UTC)[яуап бирергә]

Кармалка йә Ҡарамалы/Ҡарамала

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Наверно надо переименовать. Кармалка (Оло Кинель ҡушылдығы), Кармалка (Оло Бугуруслан ҡушылдығы), Кармалка (Ереауз ҡушылдығы), Кармалка (Севиньзя ҡушылдығы), Кармалка, Ҡарамала (Ашҡаҙар ҡушылдығы). --Ардах18 (әңгәмә) 08:19, 13 февраль 2016 (UTC)[яуап бирергә]

Исемен үҙгәртергә. --Ryanag (әңгәмә) 07:16, 2 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]


Ғосман → Осман / Усман

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман I һәм Ғосман империяһы мәҡәләләренең исемен үҙәгәртергә тәҡдим бар.

  • «Империя - төрөктөкө, улар Османлы империя ти, һәр хәлдә уларҙа Осман, Ғосман түгел. Беҙҙең халыҡта Ғосман варианты бик һирәк килеп сыға. Әгәр ғәрәптә был исем Ғосман тип барабыҙ икән, уларҙа һүҙ башында Ғ тип әйтелмәй торған "ғайн" өнө. Яҙыла ғына ул.» - тип яҙа Гүзәл Ситдиҡова.
  • Викидатала ҡараһаң донъялағы барлыҡ халыҡтар ҙа йә Осман, йә Усман (һирәк) тип алған. Бары аварҙа, башҡортта һәм татарҙа ғына Ғосман/Госман. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:33, 21 июнь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
 Ҡаршы. габдулланы абдулла дип тә язар идегезме - юктыр. татар, башкорт, авар телләрендә шулай кабул ителгән икән, мин моңа тыныч карайм. --Qdinar (әңгәмә) 22:11, 21 ғинуар 2023 (UTC)[яуап бирергә]


Венгр → Мадьяр

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ВенгрҙарМадьярҙар
  2. Венгр телеМадьяр теле
  3. Венгр мифологияһыМадьяр мифологияһы
  4. Венгр ашамлыҡтарыМадьяр аш-һыуы

Ә ил тураһында Венгрия һәм уға бәйле булған мәҡәләләр шул уҡ ҡалһын тигән фекерҙәмен. --Ryanag (әңгәмә) 06:05, 21 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]


  • Үҙгәртергә. «Түбән ҡатын-ҡыҙҙарҙың политехник курстары» булмағандыр бит? --Айсар (әңгәмә) 15:45, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ҡатын-ҡыҙ курстары булған, һәм улар тап бына енескә бәйле шулай аталған, йәғни ике һүҙҙән торған айырымланмаҫ бер төшөнсә булған.

Үҙгәртергә икән, Ҡатын-ҡыҙ өсөн юғары политехник курстар тип үҙгәртергә кәрәк. Иғтибар итһәң, мин башта ҡатын-ҡыҙҙар курстары тип алғанмын. Әммә һеҙ, филологтар, бик ҡыҙыҡ кешеләр бит , 2 филолог булһа, 3 төрлө ҡапма-ҡаршы фекер ишетәһең. Бер фән кандидатығыҙ: "Редупликациялар үҙҙәре үк күплекте аңлата", тип тәржемәмде хатаға сығарҙы. Йәғни, ҡатын-ҡыҙ редупликацияһы үҙе үк күплекте белдерә. Әгәр үҙе рөхсәт итһә, яҙышыуыбыҙҙы бында һалырмын. ru:Высшие женские курсы мәҡәләһен Женские высшие курсы тип атамағандар бит. Йәғни, әлеге лә баяғы, тап ҡатын-ҡыҙ курстары икәнлеге төп урынға ҡуйыла, сөнки ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙ өсөн юғары белем биргән уҡыу йорттары булмаған. --Guram52 (әңгәмә) 21:58, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  •  Ҡаршы. әмма "ҙар"ны алып ату яхшыдыр.
сыйфатларның тәртибе нигә карай икәнен беләсезме? большая красная книга - зур кызыл китап - китабун ахмарун кабирун - бөтен телләрдә дә бер үк тәртип - кызыл сүзе китап сүзенә иң якында, ә зур сүзе ераграк урнаша. ни өчен? мин уйлайм, монда китап сүзен дә шушы чылбырга куеп карарга кирәк. иң төгәл мәгънә бирүче сүз - китап. ул йөзләгән төрле варианттан берне сайлап ала. китап, блокнот, дәфтәр, кенәгә, журнал, кәгазь, плакат, акча, документ, папка, чемодан, өстәл кебек күп-күп сүзләр арасыннан берне сайлай. аннан кала иң төгәл мәгънә бирүче - кызыл, чөнки күп-күп төсләр арасыннан берне сайлай, күпчелек телләрдә бер унлап төс исеме киң кулланылышта була . аннан кала - зур сүзе, зурлыклар да күп, ләкин ул зурлыкларны атый торган сүзләр телләрдә әз - зур, кечкенә, уртача зурлыкта, бик зур, бик кечкенә - төсләрдән әзрәк.
курс - иң төгәл. аннары политехник - йөзләгән сүз арасыннан бер. аннары хатын-кыз - берничә сүз арасыннан - ирләр, хатын-кызлар, инвалидлар, пенсионерлар, балалар кебек. аннары "высший" - тагын да кимрәк сүз арасыннан - высший, средний, начальный, основной, дошкольный, повышения квалификации, аспирант кебек. монда ахыргысында вариантлар күбрәк түгелме соң? шулай булгач, бу шикле, моны тегеләй дә, болай да әйтергә буладыр. русчасын да. женские высшие политехнические курсы - нормально звучит бит? мөгаен, элек женские урынына тагы башка вариантлар күз алдына килгәндер, мәсәлән, военные, мусульманские, французские кебек, шуңа күрә ул якынрак урнашкандыр. шуңа күрә, үзгәртәсе түгел.
--Qdinar (әңгәмә) 23:04, 21 ғинуар 2023 (UTC)[яуап бирергә]
  • Үҙгәртергә: Пути сообщения — ғүмер буйы «тимер юл» тип алынды: Министерство путей сообщения - Тимер юл министрлығы; «дәүләт бәйләнеш юлдары» — яһалма һүҙбәйләнеш, мәғәнәһе лә аңлашылып етмәй. --Айсар (әңгәмә) 16:16, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

В соответствии с приказом Министерства образования Российской Федерации от 09.04.2002 г. № 1291 и указанием МПС России от 16.04.2002 г. №50у Самарский институт инженеров железнодорожного транспорта им. М.Т. Елизарова переименован в Самарскую государственную академию путей сообщения.

В соответствии с приказом Федерального агентства железнодорожного транспорта от 05 октября 2004 г. № 9 государственное образовательное учреждение высшего профессионального образования «Самарская государственная академия путей сообщения» Министерства путей сообщения Российской Федерации переименована в государственное образовательное учреждение высшего профессионального образования «Самарская государственная академия путей сообщения».

В соответствии с распоряжением Правительства Российской Федерации от 31 декабря 2004 г. № 1753-р Академия передана в ведение Федерального агентства железнодорожного транспорта.

В соответствии с приказом Федерального агентства железнодорожного транспорта от 28 апреля 2007 г. № 116 государственное образовательное учреждение высшего профессионального образования «Самарская государственная академия путей сообщения» переименована в государственное образовательное учреждение высшего профессионального образования «Самарский государственный университет путей сообщения».[1]

  • Үҙгәртергә: Пути сообщения — ғүмер буйы «тимер юл» тип алынды: Министерство путей сообщения - Тимер юл министрлығы; «дәүләт бәйләнеш юлдары» — яһалма һүҙбәйләнеш, мәғәнәһе лә аңлашылып етмәй. --Айсар (әңгәмә) 16:20, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

‎**Айсар, эйе, ғүмер буйы тимер юл тип алынды, мин мәҡәлә эсендә лә тарихын яҙғанда "тимер юл" тип яҙғанмын. Әммә мәҡәлә исемен шулай ҙа үҙҙәре 1997 йылда үҙгәрткәнсә эшләнем, сөнки улар хәҙер яңы кафедралар асып, киң тармаҡ белгестәре әҙерләй (бер ошо атама ғына үҙгәрҙеме ни һуңғы йылдарҙа - мәңге үҙгәрмәҫ тип инандырылған Ленинград Петербургҡа әйләнде!): В 1961 году институт из Томска был переведен в Омск и переименован в Омский институт инженеров железнодорожного транспорта (ОмИИТ), в 1994 году преобразован в Омскую государственную академию путей сообщения (ОмГАПС), а в 1997 году академия стала университетом с наименованием Омский государственный университет путей сообщения (ОмГУПС). ПРОШЛОЕ И НАСТОЯЩЕЕ ОМСКОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО УНИВЕРСИТЕТА ПУТЕЙ СООБЩЕНИЯ --Guram52 (әңгәмә) 20:20, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]


Ҡоролтай битенән күсерелде. --Ryanag (әңгәмә) 13:33, 23 декабрь 2020 (UTC) Ryanag , ZUFAr , Рөстәм Нурыев Үҙемә әйтмәй-нитмәй, Айсар конкурсҡа яҙылған Ырымбур затлы ҡыҙҙар институты тигән мәҡәләнең башын үҙгәрткән дә, етмәһә юйҙыртҡан! Хәҙер ул конкурста ҡатнашыу исемлегендә юйҙыртылған булып тора!Хәҙер унда төҙәтеп тә булмай!https://w.wiki/rS2 Икенсенән, институт благородных девиц тигәндәге "благородный" һүҙе төрлөсә тәржемә ителә, әммә "ЗАТЛЫ ҠЫҘҘАР" тәржемәһе иң яҡыны! Сөнки ул "зат - нәҫел" тигәнде лә эсенә ала, ә ул институтта дворян йәки юғары ҡатлам заты ҡыҙҙары ғына уҡыған!"Русско-башкирский словарь" благородный һүҙенең 4-се мәғәнәһен йәйә эсендә дворянского происхождения тип алып, "затлы, затлы нәҫел, аҫыл һөйәк" тип алған. Уларҙан институт атамаһы өсөн тап бына "затлы" тигәне иң ҡулай. Затлы нәҫел ҡыҙҙары институты тип тә алырға булыр ине.--Guram52 (әңгәмә) 04:55, 21 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Юйҙыртыуҙы үҙгәртеп, Ырымбур затлы ҡыҙҙар институты тигәндән Ырымбур аҫыл ҡыҙҙар институты тип йүнәлтмә эшләнелгән, бының өсөн рәхмәт, сөнки конкурс исемлегендә хәҙер асыла. Әммә мәҡәлә исеме буйынса үҙ фекеремдә ҡалам - затлы һүҙе (зат - род) родовитый мәғәнәһен дә бирә, йәғни благородный тигәнгә мәғәнәһе менән иң яҡыны --Guram52 (әңгәмә) 14:02, 21 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
« «Закрытые женские институты Ведомства учреждений императрицы Марии»«Институты благородных девиц» и женское образование в Российской империи(в популярной литературе Институты благородных девиц) — российские закрытые учебные заведения ведомства учреждений императрицы Марии, в которых воспитывались за казённый счет девушки (называемые в то время «девицы») привилегированного сословия (дочери потомственных дворян, генералов, штаб- и обер-офицеров или гражданских чинов), а за собственный счёт — также дочери купцов, почётных граждан и лиц иного звания, причислявшихся раньше к так называемым неподатным состояниям »

.

  • Башҡорт Энциклопедияһында өс осраҡта «благородных девиц» → «аҫыл һөйәк ҡатын-ҡыҙҙар» тигән һүбәйләнеш алынған —миҫалдар --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:18, 21 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һәм шунда уҡ 21 осраҡта «благородных» → «аҫыл һөйәктәр» тип алынған — миҫалдар --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:33, 21 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Аҫыл һөйәк тип һүҙлектә лә алынған, тик өсөнсө урында. Затлы - беренсе урында, һәм был осраҡта дөрөҫ алынған, сөнки, әйтеүемсә, зат - род мәғәнәһен бирә, затлы - родовитый. Аҫыл һөйәк - күсмә мәғәнәлә аристократияға ҡарата ҡулланыла. Ә бында - девицы привилегированного сословия (дочери потомственных дворян, генералов, штаб- и обер-офицеров или гражданских чинов), а за собственный счёт — также дочери купцов, почётных граждан и лиц иного звания, причислявшихся раньше к так называемым неподатным состояниям. Уларҙың бөтәһе лә аристократиянан түгел... --Guram52 (әңгәмә) 18:57, 21 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
      • Guram52, һеҙ «благородных девиц» → «затлы ҡыҙҙар» тигән миҫалдарҙы килтермәйһегеҙ, ҡулланышта булған «благородных девиц» → «аҫыл һөйәк ҡатын-ҡыҙҙар» тигән тәржемәне танырға телмәйһегеҙ. «Аҫыл ҡыҙҙар» тигән төшөнсә лә ҡулланыла, миҫалдар үрҙә күрһәткәйнем. «Русско-башкирский словарь»-ға нигеҙләнеп, «затлы ҡыҙҙар» төшөнсәһен индереүегеҙ фәнни яҡтан дөрөҫөрәктер ҙә бәлки. Әммә, Википедия ғилми асыштар яһау, дөрөҫлөктө иҫбатлау урыны түгел (w:ru:Википедия:Оригинальный заголовок). Башҡорт Энциклопедияһының 21 мәҡәләһендә Д.К.Үзбәков, Ю.Ғ.Кәримов, М.Х.Хужин, Ә.Н. Аҡбутина, Ф.Ә.Ҡылысбаев яһаған тәржемәләрҙе ҡулланыу Википедия тәғлимәтенә тап килә, «аҫыл ҡыҙҙар» йәки «аҫыл һөйәк ҡатын-ҡыҙҙар» тип ҡулланыу урынлы булыр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:58, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
        • Һүҙлектә «затлы кеше» - «человек благородного происхождения» тип тә бирелгән. «Аҫыл һөйәк»кә ҡаршы түгелмен, әммә исем һайлағанда мөмкин тиклем ҡыҫҡараҡ һәм аңлайышлыраҡ исем һайларға кәрәк. Өс варианттан («затлы», «затлы нәҫел», «аҫыл һөйәк») иң ҡыҫҡаһы «затлы». Әйткәндәй, Башҡорт Энциклопедияһында (МАРИИНСКАЯ ЖЕНСКАЯ ГИМНАЗИЯМАРИИН ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ) «девица (ҡыҙ)» һүҙен «ҡатын-ҡыҙ» («женщина») тип тәржемә итеүе лә бигүк дөрөҫ түгел һымаҡ (мәҡәлә атамаһы ла икенсе мәғәнә бирә - 18-20 йәштәгеләр бала категорияһына инәме?).--Ryanag (әңгәмә) 19:15, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
        • Рөстәм Нурыев, яҙмауымды талап итһәгеҙ ҙә, үҙегеҙ бында яҙғас, яҙырға тура килә инде - "Аҫыл һөйәк" совет заманындағы дәреслектәрҙә "аҡһөйәк" (юғары ҡатлам) тигәнгә тап килә, тик ниңәлер тап ана шул термин ҡулланыштан (яңы һүҙлектәрҙән) төшөп ҡалған.Ул ошо осраҡ өсөн тап килә яҙып ҡуйыр ине, әгәр мещан ҡыҙҙары ла түләп уҡый алмаһа. Ryanag, (МАРИИНСКАЯ ЖЕНСКАЯ ГИМНАЗИЯМАРИИН ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ) МАРИИН ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ тигән тәржемәгә килгәндә, "Мариин" һүҙенә туҡталып киткем килә: был фамилия-фәлән түгел, ә императрица Мария Федоровна хөрмәтенә бирелгән, һәм башҡортсаға Мариин тип тәржемә ителеүе бик ҙур шик уята. --Guram52 (әңгәмә) 11:10, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ryanag, йәнә бер үтенесем бар - был теманы Википедия:Исемен үҙгәртеүгә темаһына күсерһәң ине. Рәхмәт!--Guram52 (әңгәмә) 11:15, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Guram52, Ryanag Википедия - тикшеренеү, ғилми эҙләнеү үткәреү урыны түгел. Ул бары тик абруйлы сығанаҡтарға таянып һәм шунан сығып эш итә. Әлеге ваҡытта иң төп сығанаҡ булып Башҡорт (һәм башҡа) энциклопедияһы(лар) тора. Рөстәм Нурыев абруйлы сығанаҡтан миҫалдар килтереп, шуны аңлатырға теләй ҙә инде. Ә һүҙлектәрҙә булған һүҙҙәр абруйлы сығынаҡта ҡулланылмаған икән, улар абруйлы сығанаҡ була алмай һәм текстан айырып алып уларға һылтанма яһау - орисс (үҙенсәлекле тикшереү) тип баһалана. Әйткәндәй, бөгөн киске сәғәт 8-ҙә Онлайн Викимәктәптә ошо һорауға яуап ала алаһығыҙ. Аҡһөйәк һүҙенә килгәндә - төшөп ҡалмаған, БЭ-ла 13 тапҡыр ҡулланыла. P.S. Ҡатын-ҡыҙҙар тип алынған тәржемәне лә инҡар итергә мөмкин, дөрөҫө - ҡыҙ-ҡатындар була :)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:58, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • З. ӘЙЛЕ,Рөстәм Нурыев, тимәк БРФА-ның Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты - институт тиклем институт! - юҡҡа икмәк серетеп ултыра булып сығамы ул эшләгән һүҙлектәр абруйлы сығанаҡ булмағас? Хәҙер иң тәүҙә тәржемәне шул АКАДЕМИК һүҙлектәрҙән түгел, ә БЭ-нан эҙлп ултырырға тейешбеҙме? Хәҙер инде был әйтелгән "абруйлы" сығанаҡтар арҡаһында Мариин тигәнде лә Мариин тип тәржемә итергә тейешбеҙҙер? (БЭ-лағы хаталарҙы һанай башлаһың, иҫтәр китмәле!") Археологик ҡомартҡыларыбыҙ тураһында мәҡәләләр әҙерләгендә "кремний" тигәнде "саҡматаш" тип тәржемә иткәндәрен күреп тә хайран ҡалғайным.Йәғни, кремний менән кремень тигәнде бутап тәржемә ителгән! Хәҙер был химик элементты беҙ саҡматаш тип яҙырға тейеш булабыҙмы? Хәҙер БЭ-ла һанап ҡарағыҙ әле шул һүҙ нисә тапҡыр хаталы тәржемә ителгән?! --Guram52 (әңгәмә) 12:52, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Әйткәндәй, бер фән кандидаты: "Редупликациялар үҙҙәре үк күплекте аңлата", тип ҡатын-ҡыҙҙар тигән тәржемәне хатаға сығарҙы. Йәғни, ҡатын-ҡыҙ редупликацияһы үҙе үк күплекте белдерә. 2 филолог булһа, 3 төрлө ҡапма-ҡаршы фекер ишетәһең.--Guram52 (әңгәмә) 13:00, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Guram52 ошо һүҙлектәге һүҙҙәрҙе ҡулланып, ни өсөн энциклопедияла йәки башҡа тәржемәләрҙә хата киткәнен, ни өсөн тап һүҙлектәге ошо мәғәнә тап килгәнен дәлилләп гәзит-журналда мәҡәлә баҫылып сыҡһа, уны альтернатив вариант (хатта дөрөҫ вариант) итеп ҡулланырға була. Әммә ул дәлилләү Википедия битендә йәки ниндәйҙер мәҡәлә эсендә түгел, ә сығанаҡ булырҙай баҫмала булырға тейеш. Википедия - икенсел сығанаҡ, ул нимәнелер тикшереү йәки дәлилләү урыны түгел. Белеүемсә, хәҙер энциклопедияның электрон вариантындағы хаталарҙы төҙәтергә мөмкин. Яңылышмаһам, шылтыратып йәки электрон почта аша яҙып хәбәр итергә кәрәк. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 13:11, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • З. ӘЙЛЕ, билдәле булыуынса башҡорт телендәге Башҡорт энциклопедияһы - ул айырым ғилми хеҙмәт түгел, ә рус телендәге Башкирская энциклопедияһының тәржемәһе. Шунлыҡтан унда хаталар ҙа юҡ түгел, үрҙә аныҡ миҫал килтерелде. Һүҙлектәр һис шикһеҙ абруйлы сығанаҡтар рәтенә инә, ә бына ОРИСС тигән нимә бөтөнләй икенсе әйбер (миҫал: tt:Паспорт башкортлары). --Ryanag (әңгәмә) 13:24, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ryanag Википедия һүҙлектәге айырым һүҙгә генә һылтанма бирмәй бит, ул ошо һүҙҙең ҡайҙалыр, ниндәйҙер өлкәлә ҡулланылғанына һылтанма бирә. Ә һүҙҙең абруйлы сығанаҡтарҙа ҡулланыулыуы бирелгән һылтанмалар булмаһа, уны Википедия эсендә һүҙлеккә һылтанып ҡулланыу - шул уҡ тикшеренеү. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 13:52, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • З. ӘЙЛЕ, үҙ-үҙеңә ҡаршы килеп яҙып ҡуйҙың! Ни өсөн әле мин академик һүҙлектәге тәржемәне файҙаланмай, башҡа сығанаҡтарҙа эҙләнеп ултырырға тейеш! Үҙең әйтмешләй, "Википедия нимәнелер тикшереү йәки дәлилләү урыны түгел". Етмәһә, БЭ-ла үҙҙәре үк тел тейҙермәҫлек дөрөҫ тәржемә эшләмәгән көйө! Хаталары бар икән, БЭ ла абруйлы сығанаҡ була алмай һәм нишләп әле мин уларҙың хаталары буйынса тәржемәмде дәлилләп ултырырға тейеш?! Минең эшем - урыҫса мәҡәләне мәғәнәһенә тап килерлек итеп тәржемә итеү! Һәм башта терминдың урыҫ телендә нимә аңлатҡанын төшөнөү! Благородные девицы тигәнде мин урыҫ Википедияһындағы уҡ аңлатманан сығып тәржемә иттем, уларҙың юғары сословие, мәгәр барыһы ла аҡһөйәктәргә инеп бөтмәгән ҡыҙҙар икәнен аңланым. Был бер нисек тә ОРИСС була алмай!Мәғәнәнән сығып, иң тап килгән һүҙ АКАДЕМИК һүҙлектәге затлы (йәки затлы нәҫел) икәнен аңланым һәм шуны ҡулландым. --Guram52 (әңгәмә) 14:11, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Благородные девицы әүәлдән аҫыл ҡыҙҙар тип алынып килә, шулай ҙа Guram52 килтергән дәлилдәрҙе, род - зат менән бәйләүҙе нигеҙле тип ҡабул иттем һәм затлы ҡыҙҙар пансионы тип алыу яҡлымын. Ә БЭ-ға килгәндә, унда ысынлап та хаталар күп кенә, дөрөҫтө лә хатаға төҙәтеп ҡуйған урындар бар. Мариинскийҙы беҙ гәзиттә эшләгәндә 90-сы йылдарҙан уҡ Мария тип ала инек, БЭ-ла әйтеп ҡараным, барыбер үҙҙәренсә төҙәткәндәр ана, ни урыҫса, ни башҡортса, Мариин тигәндең бер логикаһы юҡ һымаҡ. Башҡорт телендә парлы һүҙҙәр, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙ, күплек мәғәнәһен бирә, әммә телгә был һүҙ күптән күплек ялғауы менән дә нығынған, шуға әллә ни эш ҡылып булмай. Ләкин башҡа осраҡтарҙа ошо ҡағиҙәне иҫтә тотоу мөһим. Мәҫәлән, туған-тыумасаны туған-тыумасалар тип алыу йыш осрай, ҡоро-һарылар, ир-аттар, бала-сағалар, ҡыҙ-ҡырҡындар, әбей-һәбейҙәр, аҙыҡ-түлектәр һ.б. - былар дөрөҫ түгел, берлектә генә йөрөтөргә кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙар кеүек күплектә нығынмаһын әле. Alfiya55 (әңгәмә) 16:19, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • «Башҡорт теленең академик һүҙлегендә» аҫыл һөйәк һүҙенә турана-тура шундай аңлатма бирелә — знатный, благородный человек. Затлы нәҫелдән, зифа буйлы, матур кеше. Шулай уҡ Аҫыллыҡ — юғары дәрәжәлелек, баһалылыҡ, матурлыҡ, нәзәкәтлелекте аңлата (благородство, красота). Башҡорттарҙың әллә күпме ырыу аймағы атамаһы нигеҙендә аҫыл һүҙе ята. Мин дә ОРИСС яһап алдым :) Мәҡәләгә исем бирергә тағы бер һүҙ табылды — нәзәкәтле ҡыҙҙар институты. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 14:55, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Ҡаршы. «Затлы кеше» - «человек благородного происхождения» (Башкирско-русский словарь, 1996) ошоға бәйле: «затлы ҡыҙҙар» — «девушки благородного происхождения». Үҙгәртеү өсөн сәбәп юҡ. Әлбиттә, Һарытау аҫыл һөйәк ҡыҙҙар институты йүнәлтеү битен яһарға мөмкин. Әммә атама мөмкин тиклем ҡыҫҡа һәм аңлайышлы булыуы шарт. Өҫтәүенә «аҫыл һөйәк» - ул фразеологизм («Билдәле заттан сыҡҡан, төҫкә-башҡа төҙөк, һылыу кеше.» Фразеологический словарь башкирского языка, 2006), «аҫыл» тип айырым яҙып булмай. «Нәзәкәтле» икенсе мәғәнәгә эйә («изящный, грациозный, тонкий, деликатный»). --Ryanag (әңгәмә) 15:29, 23 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Ҡаршы. Минеңсә, мәҡәлә исеме дөрөҫ бирелгән--Тутыйғош (әңгәмә) 15:53, 23 декабрь 2020 (UTC).[яуап бирергә]
  • Уҡыу йорттарының төп маҡсаты- элек һәм хәҙер- белем һәм тәрбиә биреү.Беренсе Смольный институт благородных девиц Екатерина II тарафынан 1764 йылдың 16 майында асыла.Маҡсаты:дәүләткә белемле,яҡшы әсәй,ғаиләнең һәм йәмғиәттең файҙалы ағзаһы булырлыҡ ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләү.Аҫыл һүҙенең Башҡорт теленең һүҙлегендә өс төрлө мәғәнәһе бирелгән.1- се мәғ.бик матур һәм ҡиммәтле,затлы.2 -се мәғ.(күсмә) иң юғары сифатҡа,юғары баһаға эйә булған.3-сө мәғ.мыҫҡыллау-аҫыл ҡош (еңел холоҡло,матур ҡатын.Затлы-баһаһы ҡиммәт,баһалы.2 -се юғары сифатлы (затлы тауар).3 -сө затлы дәрәжәле,абруйлы.Ҙур йомошҡа ебәрәләр ирҙәрҙең иң затлыһын (М.Кәрим)Логика:затлы булыу өсөн,затлы нәҫелде дауам итеү өсөн аҫыл сифаттар кәрәктер.Аҫыл тәрбиәле була алһаң ғына,затлы кеше булаһыңдыр.Минеңсә,аҫыл ҡыҙҙар институты булырға тейеш.Һәр хәлдә аҫыл һөйәк түгел,ул аҫыл ҡош мәғәнәһе иенән бер рәттән йөрөй.Һүҙбәйләнеш аҫыл сифат,аҫыл тәрбиә,аҫлыл холоҡ- иң юғары нөктәһе -затлы.Телебеҙ бай,синонимдар ана ниндәй бәхәс тыуҙыра.Баныу (әңгәмә)24 декабрь 2020 й (UTC)


Сит ил исемдәренә килгәндә мәҡәләләр исемдән башлана, Һайнеман вариантына сығанаҡтар юҡ. --Ryanag (әңгәмә) 13:50, 15 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]