Греков Митрофан Борисович
Греков Митрофан Борисович | |
рус. Митрофан Борисович Греков | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 3 (15) июнь 1882 |
Тыуған урыны | Шарпаевка[d], Колушкинское сельское поселение[d], Тарасовский район[d], Ростов өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 27 ноябрь 1934[2][3] (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Севастополь, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Император художество академияһы |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] һәм Центральный музей Вооружённых Сил[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Mitrophan Grekov |
Греков Митрофан Борисович Викимилектә |
Греков Митрофан Борисович (1911 йылға тиклем — Митрофан Павлович Мартыщенко; 3 июнь (15 июнь) 1882 йыл — 27 ноябрь 1934 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың рәссамы-баталисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Митрофан Борисович Греков Дон Ғәскәре өлкәһе Донецк округының Яновский улусы Шарпаевка утарында казак ғаиләһендә тыуған. Төп исеме — Мартыщенко Митрофан Павлович.
Тәүҙә Одесса һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инә (Кирияк Костандиҙа), аҙаҡ Петербург сәнғәт академияһында уҡый, унда И. Репин һәм баталия жанры классигы Ф. А. Рубола өйрәнә.
1912 йылдан лейб-гвардия Атаман полкында хеҙмәт итә.
Беренсе донъя һуғышы фронттарында була, унан төрлө рәсемдәр килтерә.
Граждандар һуғышында Ҡыҙыл армия составында һуғыша, үнда үҙ ирке менән бара. Буденныйҙың Беренсе атлылар армияһын төшөрә.
Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы була (АХРР).
1931 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә.
Иң билдәле картиналары: «Трубачи Первой Конной армии», «Тачанка», «Бой при Егорлыкской», «Замерзшие казаки генерала Павлова». «Штурм Перекопа» (1934) панорамаһын төшөргән коллективты етәкләй.
1934 йылдың 27 ноябрендә Севастополдә «Перекоп» панорамаһы өҫтөндә эшләгән сағында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[4].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. Греков исеме менән Ростов һәм Одесса художество училищеһылары, Мәскәүҙә хәрби рәссамдар студияһы аталған (1934 йылдан алып эшләй).
- Новочеркасскиҙа М. Б. Грековтың йорт-музейы бар
- М. Б. Греков исемендәге миҙал — хәрби-патриотик темаға иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре өсөн 1966 йылда СССР мәғариф министрлығы, СССР Рәссамдар союзы һәм ГПУ СА һәм ВМФ ойоштора. 1967 йылдан 1991 йылға тиклем Еңеү көнөна Греков исемендәге өс алтын һәм бер көмөш миҙал булдыра.
- Греков урамы Минск ҡалаһында
- Рәссамдың эштәре Йорт-музейы коллекцияларында, Третьяков дәүләт галереяһында һаҡлана.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Картина: шведтарҙың Ярославль драгундары тарафынан 1701 йылдың 29 декабрендә Эрестфер ауылы янында һөжүм итеүе
-
Картина: Беренсе атлылар армияһы торбасылары
-
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында Грековтың ҡәбере
-
Греков исемендәге Ростов һынлы сәнғәт училищеһының инеү урынында яҙыу
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #128827025 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Sokolov M. N. Mitrofan Grekov // Grekov, Mitrofan (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2018. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T034845
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Греков Митрофан Борисович // Донская энциклопедия: персоналии, населённые пункты. Таганрог: Айкен, 2015. Т. 1. С. 185—186. тираж 1000 экз. ISBN 978-5-900948-17-1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грекова Т. Т. Певец подвига М. Греков. Изд. 2-е. — М.: Воениздат, 1973. — 125 с.
- М. Б. Греков в воспоминаниях современников. — Л.: Художник РСФСР, 1966. — 136 с.
- Тимошин Г. А. Митрофан Борисович Греков. Жизнь и творчество. — М.: Советский художник, 1961. — 358 с.
- Лапунова Н. Ф. Митрофан Борисович Греков. Монография. — М.: Изобр. ис-во, 1982. — 248 с.
- Лазарев С. Е. Между белыми и красными: судьба военного художника М. Б. Грекова (к 135-летию со дня рождения) // Преподавание истории в школе, 2017, № 7. — С. 43-49.
- Халаминский Ю. Митрофан Борисович Греков. М.: Искусство. 1956г. 140 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Греков Митрофан Борисович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Музей М. Б. Грекова в Новочеркасске
- Галерея работ на Maslovka
- YouTube сайтында О Митрофане Грекове в Киножурнале «Хочу всё знать»
- Исследования краеведов(недоступная ссылка)
- Сборник статей о Митрофане Грекове на сайте BeautifulArt.ru