Еҙҡаҙған
Еҙҡаҙған | |
ҡаҙ. Жезқазған | |
Нигеҙләү датаһы | 1938 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Жезқазған |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ үҙәге | Джезказганская область[d] |
Административ-территориаль берәмек | Zhezqazghan Qalasy[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 |
Халыҡ һаны | 86 227 кеше (2009)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 300 метр |
Майҙан | 47 км² |
Почта индексы | 100600 |
Рәсми сайт | jezkazgan.kz |
Еҙҡаҙған Викимилектә |
Еҙҡаҙған (ҡаҙ. Жезқазған, рус. Джезказган (старая транскрипция до 8 сентября 1992 года), Жезказга́н) — Ҡаҙағстаның Ҡарағанды өлкәһендә урынлашҡан ҡала.
1997 йылдың майына тиклем Еҙҡаҙған өлкәһе үҙәге булған (өлкә шул ваҡыттан йәшәүҙән туҡтаған), әлеге ваҡытта — Ҡарағанды өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡала.
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Кенгир йылғаһы буйында урынлашҡан. 1939 йылда Кенгир эшселәр ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килтерелгән, ә 1941 йылда Оло Еҙҡаҙған тигән атама бирелгән[2]. 1954йылдың 20 декабрендә ҙур эшсе ҡасабаһы Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумы указы менән Оло Еҙҡаҙған ҡала статусы ала.
Илдәге иң эре металлургия үҙәктәренең береһе. Ҡала менән Астана, Алматы, Ҡарағанды, Ҡыҙылурҙа араларында тура тимер юл бәйләнеше бар, Ҡарағандыһәм Ҡыҙылурҙа араһында шулай уҡ автомобиль юлы һалынған.
Халҡы (2012) 89 072 кеше. 1954 йылға тиклем Оло Еҙҡаҙған атамаһын йөрөтә, артабан Еҙҡаҙған тип кенә ҡалдырыла.
Ҡаҙаҡ теленән «Жезқазған» тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла - «Еҙ ҡаҙған» урын.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революцияға тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еҙҡаҙғандың ер аҫты байлыҡтары тураһында кеше борондан, бронза дәүеренән белә. Баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары һәм уларҙы ҡаҙып сығарыу тураһында беренсе тапҡыр Геродот тарафынан телгә алына.
Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Санкт-Петербургта сыҡҡан «Дневные записки путешествия капитана Рычкова в Киргиз-Кайсацкие степи в 1771 году» тигән яҙмаларында телгә алынған. Яҙма баҫылып сыҡҡас, ул тарафҡа бер нисә экспедиция ойошторола. Экспедициялар бик бай ҡара ҡурғаш һәм баҡыр ятҡылыҡтары булыуын раҫлай. үҙәк ҡаҙағстан экспедицияһында ебәреү тураһында фараз хәҙерге дәлилләй.
Бының хөрмәтенә «көмөшһыу ҡурғаштан» иҫтәлекле миҙал сығарылған. Был ҡурғаш Еҙҡаҙғандан 150 км төньяҡтараҡ ятҡан Ҡурғашынтауҙа (ҡаҙ. Қорғасынтау) сығарылған булған. Ал яғында «Европа венчает Россию славой, Азия отверзает ей свои сокровища» тигән яҙма булған.
1847 йылда Екатеринбург сәнәғәтсеһе Н. А. Ушаков «Джезказганское Медное Месторождение» тип был урындарҙы теркәгән булһа ла, етерлек аҡсалары булмау сәбәпле әллә ни уңып китә алмаған. 1909 йылда Англия һәм Франция акционер компаниялары Ушаковтан һуң хужа булып алған Рязановтарҙан 30 йылға был урындарҙы арендаға ала.
1914 йылда Карсакпай ҡалаһында байыҡтырыу фабрикаһы һалына, 1917 йылда ҡорамал тейәгән тәүге поезд килә.
Совет осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылда Кенгир ауылы урынында эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалына[2]. 1941 йылда атамаһы Оло Еҙҡаҙған Джезказган тип үҙгәртелә. Әммә Еҙҡаҙған барлыҡҡа килгән көн тип 1954 йылдың 20 декабре иҫәпләнә , ошо көндә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумы указы менән ҡала статусы бирелгән. Ул ваҡытта Рудник ҡасабаһы менән бергә һанағанда ҡасабала 30 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән.
Шул ваҡыттан алып ҡала ныҡлы үҫешә башлай. Совет осороноң һуңғы йылдарында ҡалала 138 мең кеше йәшәгән, ә торлаҡ фонды 1640 мең м² тәшкил иткән. Ул Еҙҡаҙған өлкәһе үҙәгенә әүерелә.
Бойондороҡһоҙлоҡ алғас
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылдың 8 сентябрендә урыҫ телендәге Джезказган транскрипцияһы Жезказган тип үҙгәртелә[3]
СССР тарҡалғандың тәүге йылдарында ҡала ныҡ бөлгөнлөк кисерә. Бары 2000 йылдан әкренләп үҫеш башлана.
2012 йылда 988 км оҙонлоғонда «Еҙҡаҙған — Саҡсауыл — Шалҡар — Бейнеү» тимер юл тармағы һалына башлай, ул Ҡытай һәм Европаға транзит юл булараҡ ҡулланылыр тип ниәтләнгән [4][5][6][7]
2017 йылға тиклем ҡала үҫешенең генераль планы ҡабул ителгән[8]
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты ярымсүл (ҡырҡа континенталь), ҡоро. Территорияһына саң бурандары хас. Ҡыш һыуыҡ, ә йәй эҫе һәм ҡоро. Оҙон ҡоро көҙ һәм ҡыҫҡа яҙ. Диңгеҙ һәм океандарҙан алыҫ ятыуы климаттың ҡырҡа континенталь булыуына килтерә. Вегетация осоро оҙайлы , ҡояш йылыһы етерлек булыуы күп кенә ауыл хужалығы һәм баҡса культураларын етештереүгә мөмкинлек бирә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 5 | 9 | 27,4 | 34,2 | 37,2 | 43 | 45,1 | 42,4 | 39,9 | 30,5 | 22 | 9,8 | 45,1 |
Уртаса максимум, °C | −8,5 | −7,1 | 0,6 | 15,7 | 23,4 | 29,9 | 31,3 | 29,8 | 23,2 | 13,7 | 2,2 | −5,7 | 12,4 |
Уртаса температура, °C | −13 | −12,3 | −4,5 | 8,6 | 16,2 | 22,6 | 24,4 | 22,5 | 15,2 | 6,3 | −2,8 | −10,2 | 6,1 |
Уртаса минимум, °C | −17,6 | −17,3 | −9 | 2,2 | 8,7 | 14,5 | 16,8 | 14,4 | 7,1 | −0,1 | −7,1 | −14,6 | −0,2 |
Абсолют минимум, °C | −40 | −41,1 | −36,1 | −15,6 | −6,6 | −2,2 | 3,9 | −2,6 | −11,4 | −19 | −37,2 | −40 | −41,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 19 | 16 | 16 | 17 | 19 | 17 | 18 | 11 | 5 | 16 | 17 | 16 | 187 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Численность населения | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1959 | 1979 | 1989 | 1991 | 1999 | 2009 | 2012 | 2013 | 2014 | |
32 442 | ▲62 495 | ▲108 821 | ▲111 100 | ▼90 001 | ▼86 227 | ▼85 189 | ▼84 514 | ▲84 763 |
- Халҡының милли составы
ҡаҙаҡтар | урыҫтар | украиндар | немецтар | татарҙар | белорустар | корейцы |
---|---|---|---|---|---|---|
67,27 % | 24,64 % | 2,32 % | 1,14 % | 1,05 % | 0,48 % | 0,50 % |
Милли состав (1 ғинуар 2018 йылға ):
- ҡаҙаҡтар — 61 247 кеше (67,27 %)
- урыҫтар — 22 435 кеше (24,64 %)
- украиндар — 2111 кеше (2,32 %)
- немецтар — 1036 кеше (1,14 %)
- татарҙар — 959 кеше (1,05 %)
- белорустар — 436 кеше (0,48 %)
- корейҙар — 457 кеше (0,50 %)
- әзербайжандар — 541 кеше (0,59 %)
- молдавандар — 263 кеше (0,29 %)
- башҡорттар — 167 кеше (0,18 %)
- чечендар — 139 кеше (0,15 %)
- үзбәктәр — 215 кеше (0,24 %)
- сыуаштар — 101 кеше (0,11 %)
- поляктар — 65 кеше (0,07 %)
- башҡалар — 1040 кеше (1,14 %)
- Йәмғеһе — 91 045 кеше (100,00 %)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Перепись населения Казахстана 1999 года
- ↑ 2,0 2,1 Еҙҡаҙған // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
- ↑ Постановление Президиума Верховного Совета Республики Казахстан от 8 сентября 1992 года «О переименовании и упорядочении транскрибирования на русском языке наименований отдельных административно-территориальных единиц Республики Казахстан».
- ↑ Поезда пойдут досрочно
- ↑ Жезказган — Бейнеу: Железнодорожная станция Саксаульская в Кызылординской области получит статус узловой 2013 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ Сокращая расстояния: Казахстан запустил крупный железнодорожный проект — ФОТОРЕПОРТАЖ 2015 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Телеканал «Хабар». Президент дал старт новым железнодорожным маршрутам.
- ↑ Утверждён генплан развития города Жезказгана до 2030 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт города Жезказгана 2016 йыл 4 июнь архивланған.
- Информационно-развлекательный портал города Жезказгана 2019 йыл 4 май архивланған.
- Справочник организаций города 2019 йыл 4 май архивланған.
- Жезказган. Паспорт региона.(недоступная ссылка)
- Месторождение медистых кварцитов и Джезказганский Рудник
- Фото Жезказгана