Эстәлеккә күсергә

Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев
Файл:AIsmagilov.jpg
Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Мәзит ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

педагог, журналист

Ижад йылдары:

1953-1986

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999).

Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы (10 март 1929 йыл21 декабрь 2010 йыл) — журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1986 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының VII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев 1929 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Мәзит ауылында (хәҙерге Ейәнсура районына ҡарай) тыуған[1]. Мәктәптән һуң 1947 йыл да БАССР-ҙың Абзан районы Мөхәмәтйән ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1952 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, 1957 йылда Орск педагогия институтын, 1965 йылда — Мәскәү ҡалаһындағы КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре Академияһын тамамлай. Академияла тарих фәндәре докторы Борис Михайлович Морозов етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Абдулла Исмәғилев 1953 йылдан — Өмбәт урта мәктәбе директоры. 1955 йылдан — Абзан районында, һуңынан Ейәнсура районы партия комитетында бүлек мөдире, 1957 йылдан — Ейәнсура район партия комитеты секретары, 1966 йылдан алып 1986 йылға саҡлы — «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Бер үк ваҡытта 19661969 йылдарҙа БАССР Журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

Башҡорт АССР-ының 7-11 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 19992000 йылдарҙа — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары. 19901991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында КПСС тарихы буйынса лекциялар уҡый.

2010 йылдың 21 декабрендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы.

Ҡатыны Фәүзиә Зәкәрйә ҡыҙы Һарығолова, ҡыҙҙары Зөһрә һәм Гөлфара.

  1. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. Дата обращения: 1 февраль 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года. 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  • Второй Всемирный курултай башкир. Уфа: «Китап», 2002. С. 362—367