Кавказ алды
Кавказ алды | ||||
Хәҙерге көндәге өлкәләр |
Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғы | |||
---|---|---|---|---|
Халҡы |
урыҫтар, чечендар, украиндар, аварҙар, ҡумыҡтар, даргиндар, нуғайҙар, осетиндар, адыгейҙар, ҡабарҙылар, черкестар, балҡарҙар, ҡарасайҙар һ.б.. | |||
Хәҙерге исеме | ||||
Өлкә биләгән урын (хәҙерге картала) |
Ставрополь крайы, Краснодар крайының һәм Адыгеяның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, шулай уҡ Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө һәм Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Ингушетия, Чечня һәм Дағстандың төньяҡ тигеҙлек райондары | |||
| ||||
Тарихи өлкә урынындағы хәҙерге өлкәләр: | ||||
|
Кавказ алды (рус. Предкавка́зье) — тарихи-географик өлкә, башлыса Оло Кавказ итәгенән төньяҡҡа табан Кума-Маныч уйпатлығы, Сальск-Маныч тауҙары теҙмәһе, көнбайыштан Аҙау диңгеҙе һәм Керчь боғаҙы, көнсығыштан Каспий диңгеҙе менән сикләнгән тигеҙлек биләмәһе[1]..
Тау алды көнбайыш-төньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-көньяҡ-көнсығышҡа оҙонлоғо 900 км ашыу, меридиан менән киҫелеше (төньяҡ сигенән көньяҡ сигенә тиклем алыҫлыҡ) — 300 км-ға тиклем.
Физик-географик районланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орография йәһәтенән Кавказ алды бүленеше:
- Көнбайыш Кавказ алды
- Кубань-Аҙау буйы уйһыулығы (Кубандән төньяҡтараҡ)
- Кубань буйы ауыш тигеҙлеге (түбәнге Кубандән көньяҡҡараҡ)
- Кубань дельтаһы һәм уның менән йәнәш Тамань ярымутрауы (Аҙау буйы дельта уйһыулығы)
- Урта Кавказ алды
- Ставрополь ҡалҡыулығы (831 м тиклем)
- Антиклиналь Сунжа (926 м тиклем) һәм Терек (593 (690? м) һырттары Терек-Сунжа ҡалҡыулығы (Терек-Сунжа йылғалары араһы) менән
- улар араһында (ҡалҡыулыҡтар араһында), көньяҡта — тигеҙлектәр араһында көмбәҙ һымаҡ күтәрелгән Минераль Һыуҙар төркөмө тау-лакколиттары :
- Машуҡ — 992 м
- Биштау — 1402 м
- Тимер (тау) — 852 м
- Развалка — 926 м
- Змейка — 994 м һ. б.)
- Көнсығыш Кавказ алды
- Терек-Кума уйһыулығы
- Нуғай далаһы
- Каспий буйы уйһыулығы (Ҡара ерҙәр)
Төбәктең иҡтисади географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш һәм Урта Кавказ Алды — мөһим игенселек районы, Көнсығыш Кавказ алдында урынлашҡан ярымсүл көтөүлектәр. Кавказ алды райондарының күбеһендә нефть (Русский Хутор, Малғабәк-Вознесенский һ. б.) һәм газ (Төньяҡ Ставрополь, Майкоп, Ленинград һ. б.) ятҡылыҡтары билдәле.
Сәйәси бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавказ алды территорияһында Көньяҡ һәм Төньяҡ-Кавказ федераль округы урынлашҡан. Кавказ алды биләмәләрендә тулыһынса тиерлек Ставрополь крайы, Краснодар крайының һәм Адыгеяның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, шулай уҡ Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө һәм Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Ингушетия, Чечня һәм Дағстандың төньяҡ тигеҙлек райондары урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хаин В. Е. Новые данные по геологии Предкавказья и их значение для геологии Кавказа // Доклады АН СССР. — 1953. — В. 2. — Т. 90. — С. 132—133.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хаин В. Е. Новые данные по геологии Предкавказья и их значение для геологии Кавказа // Доклады АН СССР. — 1953. — Т. 90, вып. 2. — С. 132-133.
- Гвоздецкий Н. А. Кавказ. — М.: Гос. изд-во географической лит-ры, 1963. — 260 с.
- Алисов Б. П. Климат СССР. — М.: Высшая школа, 1969. — 104 с.
- Шальнев В. А. Ландшафты Ставропольской возвышенности; Автореф. дис. на соиск. уч. ст. канд. географ. наук. — Л., 1966. — 20 с.
- Шифферс Е. В. Растительность Северного Кавказа и его природные кормовые угодья. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1953. — 399 с.
- Гроссгейм А. А. Растительный покров Кавказа. — М.: Изд-во МОИП, 1948. — 267 с.