Калинин Михаил Иванович
Калинин Михаил Иванович («Бөтә Союз старостаһы», 7 (19) ноябрь 1875 йыл), Юғары Троица, Корчева өйәҙе, Тверь губернаһы, Рәсәй империяһы — 3 июнь 1946 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944).
1898 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. "Эшсе синыфты азат итеү өсөн көрәш берлеге"нең Петербург бүлексәһе ағзаһы, «Искра» гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе. Эшселәр араһында инҡилабҡа өндәү алып бара, шуның өсөн күп тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә.
Февраль инҡилабында әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың сентябренән Петроград ҡала управаһы ағзаһы, район управаһы рәйесе; беренсе легаль Петроград большевиктар комитеты ағзаһы, РСДРП(б) Үҙәк Комитеты вәкиле. «Правда» гәзите мөхәрририәтенә ингән.
1919—1938 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, 1922 йылдан берүк вакытта СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. 1938—1946 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе. 1946 йылдың мартынан СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
М. И. Калинин Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ВЦИК Рәйесе булараҡ Михаил Калинин 1923 йылдың ғинуарында Башҡортостандың Тамъян-Ҡатай кантонына (хәҙерге Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондары) килә. Ул 1921—1922 йылдарҙа Волга буйында булған аслыҡтың ҡот осҡос эҙемтәләрен күрә һәм ошолай яҙа:
«… ауылдарҙа мал бөтөнләй юҡ, хатта бесәй менән эттәр ҙә һирәк осрай, уларҙы аслыҡ ваҡытында ашап бөтөргәндәр …»
Башҡортостандың 10 йыллығы айҡанлы Мәскәүгә республика делегацияһы бара. 1929 йылдың 20 мартында делегацияны ВЦИК Рәйесе Михаил Калинин ҡабул итә. Ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса әңгәмә 1 сәғәт самаһы бара. Рәйес ВЦИК исеменән Совет Башҡортостаны төҙөлөшөнә тулы ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә[7]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2005 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Калинин исемен 3358 майҙан, урам, проспектһәм тыҡрыҡ йөрөтә.[8]. Донецк, Чебоксарҙа, Силәбелә һәм Горловка ҡалаларында Калинин районы бар. Калинин исеме ике ҡалаға бирелгән — Калининград (элекке Көнигсберг), Калининск (Һарытау өлкәһе). Совет осоронда Калинин исемен Тверь-(Калинин), Королёв (Калининград) һәм Тажикстандағы Сәрбәнд (Калининабад) ҡалалары йөрөткән.
Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөлә М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө) (Калинин паркы) бар. Ул Октябрь проспекты осо менән Черниковка сигендә урынлашҡан. Паркҡа 1961 йылда нигеҙ һалынған. Унда 1973 йылдың 28 июнендә "Бөтә союз старостаһы"на һәйкәл асылған.
Филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. И. Калининға арнап бик күп почта маркаһы сығарылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118559524 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Mikhail Ivanovich Kalinin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ 4,0 4,1 Калинин Михаил Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Ведомости Верховного Совета СССР (урыҫ) — Верховный Совет СССР, 1938. — вып. 1. — ISSN 0235-9936
- ↑ Ведомости Верховного Совета СССР (урыҫ) — Верховный Совет СССР, 1946. — вып. 10. — ISSN 0235-9936
- ↑ Юбилей Башкирии: что обещали жителям республики в Москве [1]
- ↑ http://fias.nalog.ru/Public/SearchPage.aspx 2013 йыл 21 март архивланған.?
- ↑ Почтовые марки СССР. Филателия. 1935 год. 60 лет со дня рождения М. И. Калинина. 2012 йыл 15 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Калинин Михаил Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2022)
- 19 ноябрҙә тыуғандар
- 1875 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 3 июндә вафат булғандар
- 1946 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Кремль стенаһы некрополендә ерләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса баҡсалар һәм парктар
- СССР-ҙың дәүләт эшмәкәрҙәре