Эстәлеккә күсергә

Карпат тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Карпат битенән йүнәлтелде)
Карпат тауҙары
Карпат тауҙары
Карпат тауҙары
Характеристикалар
Майҙаны188 000 км²
Оҙонлоғо1500 км
Киңлеге420-1000 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеГерлаховский Штит 
Бейек нөктәһе2655 м
Урынлашыуы
47°00′ с. ш. 25°30′ в. д.HGЯO
 Карпат тауҙары Викимилектә

Карпат тауҙары (Карпат, рус. Карпаты, укр. Карпати, нем. Karpaten, словак. Karpaty, мадьярса  Kárpátok, рум. Carpaţi, сер. Карпати) — Үҙәк Европалағы, атап әйткәндә, Чехия, Словакия, Украина, Венгрия, Польша, Румыния, Сербия и өлөшләтә Австрия биләмәләрендәге тау системаһы.

Беҙҙең эраның I быуат рим хроникаларына ярашлы, был урындарҙа карп ҡәбиләһе йәшәгән. Шулай ҙа, ҡәбилә тау исемен алғанмы йә, киреһенсә, тау ҡәбилә исеме менән аталғанмы — был һорауҙарға тарихсылар һәм телселәр аныҡ ҡына яуап бирә алмай.

Иң таралған гипотеза буйынса Карпат — ибһе теле *sker-/*ker- «тау-ташлы урын, ҡаялар» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Быға иң яҡын тура килгән эквивалент хәҙерге телдәрҙән албан телендә бар: karpë «тау, таш», ә әрмән телендә: qaripat (qar — таш, pat — стена) һүҙе «таш стенаһы» тип аңлатыла. Атаманың сығышы төрки һүҙенә бәйле тигән фекер буйынса, Карпат — «ярҙарҙан сығыу», «переливаться через край» тип аңлатыла[1].

Антика һәм Урта быуаттар дәүерендә Карпат тауҙарын Сармат тауҙары, ә Рустә Уғыр тауҙары тип атағандар.

Ер тетрәү ҡурҡынысы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы Көнсығыш Карпат тауҙары ер тетрәү йәһәтенән (сейсмик яҡтан) Европаның иң ҡурҡыныслы төбәктәренең береһе. Карпаттағы сейсмик әүҙемлек хаҡында II—III быуат рим сығанаҡтарында уҡ билдәләнә. ХVIII быуат аҙағынан регионда халыҡ һанының бик тиҙ артыуы һәм урбанизация һөҙөмтәһендә, сейсмик әүҙемлектән зыян күреүҙәр күбәйә барған. Сөйсмик әүҙемлектең эпицентры Вранча зонаһы тип аталған ерҙә урынлашҡан, бында ер тетрәүҙәрҙең көсө Рихтер шкалаһы буйынса 8 баллға барып етә. Иң емергесле ер тетрәүҙәр 1940 һәм 1977 йылдарҙа теркәлгән.

Карпат тауҙары составы
Карпат тауҙарында үҙән (Львов өлкәһе)

Карпат тауҙары бер нисә өлөштәргә бүленә (һандар «Карпат тауҙары составы» рәсеменә тап килә):

  1. Тышҡы Көнбайыш Карпат
    • Көньяҡ-Моравия Карпаты
      • Микул тауҙары
      • Нидеростеррайхише Инзельбергшвелле
    • Үҙәк-Моравия Карпаты
    • Словакия-Моравия Карпаты
      • Аҡ Карпаттар
      • Яворники
    • Көнбайыш Бескид
      • Моравия-Силезия Бескиды
    • Үҙәк Бескид
      • Оравска Магура
      • Орав Бескиды (Живец Бескиды)
      • Кисуц Бескиды
    • Көнсығыш Бескид (өлөшләтә Тышҡы Көнсығыш Карпатта урынлашҡан)
      • Пьенин
      • Любовньянска Врховина
      • Чергов
    • Подгуольно-Магура һырты
      • Спишска Магура
      • Бахурень
      • Левочске Врхи
      • Шаришска Врховина
      • Скорушинске Врхи
  2. Эске Көнбайыш Карпат
    • Словак Руда тауҙары
      • Спишско-Гемерский Карст
        • Муранска Планина
        • Словацкий Рай
          Мале Цихе ауылы (Польша) тирәһендә Подгалье тау ландшафты
      • Воловске Врхи
      • Столицке Врхи
      • Вепорске Врхи
      • Ревуцка-Врховина
      • Словацкий Карст
      • Чьерна-Гора
    • Фатра-Татра өлкәһе
      • Кесе Карпат (шул иҫәптән Хундсхаймер Берге)
      • Поважски-Иновец
      • Трибеч
      • Жьяр
      • Велька Фатра
      • Мала Фатра
      • Шипска Фатра
      • Татра, шул иҫәптән
        • Көнбайыш Татра
          • Червене Врхи
          • Липтовские Татры
          • Липтовские Копы
          • Особита
          • Рогаче
          • Сивый Врх
        • Көнсығыш Татра
          Мармарош массивы
          • Высокие Татры
          • Бельянские Татры
      • Низкие Татры
      • Горнадска Котлина
      • Стражовске-Врхи
      • Старогорске Врхи
      • Хочске Врхи
      • Сулёвске Врхи
    • Словацкое Среднегорье
      • Втачник
      • Штьявницке Врхи
      • Кремницке Врхи
      • Погронски Иновец
      • Поляна
      • Яворье
        Карпат Русе
      • Крупинска Планина
      • Зволенска Котлина
      • Оструожки
    • Матран-Слан өлкәһе
      • Бурда
      • Сланске Врхи
      • Земплинске Врхи
      • Матра
      • Бёржёнь
  3. Тышҡы Көнсығыш Карпаи
    • Түбәнге Бескиды
      • Бескидское Предгорье
      • Ондавска Врховина
      • Лаборецка Врховина
      • Бусов
    • Көнсығыш Бескид (өлөшләтә Тышҡы Көнбайыш Карпатта урынлашҡан)
      • Урманлы Бескид йәғни Полонин
        Спишский Град
        • Көнбайыш Бещад
          • Буковске Врхи
        • Көнсығыш Бещад
          • Верховин һыу айырғыс һырты
        • Горган
      • Полонин Бескиды
        • Тигеҙ Полонин
        • Черногора һырты
  4. Эске Көнсығыш Карпат
    • Вигорлат-Гутин теҙмәһе
      • Вигорлат
  5. Көньяҡ Карпат
  6. Көнбайыш Румын Карпаты
  7. Трансильвания платоһы
  8. Серб Карпаты

Альп тауҙарының иң көнсығыш өлөшөндәге — Лейт тауҙары һәм Карпаттың иң көнбайыш өлөшөндәге — Хундсхаймер Берге араһындағы алыҫлыҡ 14 км тәшкил итә[2].

  1. Мурад Аджи. История тюрков. — Москва: АСТ, 2015. — С. 130. — 320 с.
  2. Хайнбургские горы 2009 йыл 11 август архивланған.
  • Туристы в Карпатах: Путеводитель / Авторы: В. Т. Галяпин, С. А. Щербаков, Р. П. Красий, П. М. Снисаренко, М. И. Бобылев, В. В. Пашута; Художник Э. Ф. Медвецкая. — Ужгород: Карпаты, 1966. — 288 с. — 37 000 экз. (в пер.)