Ле-Ман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ле-Ман
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Le Mans[1], Denis-des-Coudrais[2] һәм Croix-Gazonfière[3]
Этнохороним Mansesi
Дәүләт  Франция
Административ үҙәге Сарта[d], canton of Le Mans-Centre[d], canton of Le Mans-Nord-Ville[d], canton of Le Mans-Sud-Est[d], Ле-Ман[d], Графство Мэн[d], canton of Le Mans-Ouest[d], canton of Le Mans-Nord-Ouest[d], canton of Le Mans-Nord-Campagne[d], canton of Le Mans-Est-Campagne[d], canton of Le Mans-Sud-Ouest[d], canton of Le Mans-Ville-Est[d], comté du Maine[d], canton of Mans-7[d][4], canton of Mans-6[d][4], canton of Mans-5[d][4], canton of Mans-4[d][4], canton of Mans-3[d][4], canton of Mans-2[d][4] һәм canton of Mans-1[d][4]
Административ-территориаль берәмек Le Mans Métropole[d], Сарта[d] һәм Ле-Ман[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Q108921935? һәм Q3551194?
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Сарта[d][5] һәм Huisne[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Le Mans[d]
Хөкүмәт башлығы Стефан Ле Фоль[d]
Халыҡ һаны 145 004 кеше (1 ғинуар 2021)[6]
Ир-егеттәр 66 751[7]
Ҡатын-ҡыҙҙар 76 195[7]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 51 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Падерборн[d][8], Амасья[d], Судзука[d], Болтон[d], Кинтанар-де-ла-Орден[d], Сяньян[d], Искәндәриә, Haouza[d], Волос[d] һәм Дондағы-Ростов[9]
Милке ММАрена[d], Сарта[d], Antarès[d] һәм Stade Léon-Bollée[d]
Сиктәш Saint-Pavace[d], Sargé-lès-le-Mans[d], Trangé[d], Yvré-l'Évêque[d], Allonnes[d], Арнаж[d], Changé[d], La Chapelle-Saint-Aubin[d], Coulaines[d], Mulsanne[d], Rouillon[d] һәм Ruaudin[d]
Майҙан 52,81 км²[10]
Почта индексы 72000[11] һәм 72100[11]
Электронная почта mairie@lemans.fr[12]
Рәсми сайт lemans.fr[12]
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Һәйкәлдәр исемлеге list of monuments historiques in Le Mans[d]
Святой покровитель Схоластика[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 5582
Ссылка на страницу обратной связи lemans.fr/le-mans-proche…[12]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Le Mans[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Le Mans[d]
Карта
 Ле-Ман Викимилектә

Ле-Ман (фр. Le Mans [lə mɑ̃] , брет. ar Mañs , лат. Cenomanum, Suindinum) — Франциялағы ҡала, Сарта департаментының административ үҙәге. Халҡы — 141,4 мең кеше (2005); биҫтәләре менән бергә халҡы һаны буйынса илдә иң эре ете ҡаланың береһе.

Тарихи белешмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галло-рим диуар

Ҡалаға латинса Cenomanorum Civitas исемен уға уның боронғо халҡы, галдар-ценомандар биргән. Уларҙың ултырағынан III быуат гал-рим диуарҙары фрагменттары һаҡланып ҡалған. Шул ваҡыттарҙа беренсе епископ Ле-Мана, изге Жюльен (Юлиан) йәшәгән. Тап уға урта быуат Францияһының иң бейек ғибәҙәтханалары тип уйланылған урындағы собор арналған.

Урта быуаттарҙа Ле-Ман Мэн графлығының баш ҡалаһы булып хеҙмәт иткән, ул Генрих II Плантагенет (бында тыуған) һәм уның улдары ваҡытында инглиз тажы биләмәләре составына ингән (Анжуй империяһы). Йөҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында Ле-Ман бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә.

1871 йылдың ғинуарында Франция-пруссия һуғышы барышында Ле-Манда ҙур алыш була, француздар еңелә һәм Көнбайыш Францияны юғалта[13].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1800 йылдан алып 2008 йылға тиклем Ле-Ман халҡы һаны үҙгәреүе
1800 1841 1876 1901 1911 1926 1936 1954 1946 1962 1968 1975 1990 1999 2008
18 081 25 189 175 50 272 63 361 69 287 72 525 84 891 111 455 100 181 132 246 143 285 152 145 502 146 064 547 143

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ле-Ман климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса температура, °C 4,1 5,0 7,2 9,8 13,3 16,7 18,8 18,3 16,0 12,1 7,3 4,8 11,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 64,8 59,4 58,7 50,7 60,8 45,6 49,6 45,1 54,1 57,7 67,7 63,8 678,0
Сығанаҡ: http://climat.meteofrance.com/chgt_climat2/climat_france?CLIMAT_PORTLET.path=climatstation%2F72181001

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына урта быуаттың әлегә тиклем төҙөлөп бөтмәгән Изге Юлиан соборы инә, уның роман стилендәге нигеҙенә бер нисә ҡатлам готика һалынған. Ғибәҙәтхана айырыуса үҙенең витраждары менән данлыҡлы. Гал-рим диуары, готика ғибәҙәтханалары һәм ренессанс стилендәге айырым йорттар менән уратып алынған матур иҫке ҡала быяланан һәм бетондан төҙөлгән заманса төҙөлөштәр менән ҡырҡа контраслана. Ҡаланың иҫке ҡапҡалары янында цистериан Лепо аббатлығы урынлашҡан, уға 1229 йылда ире вафат булғандан һуң Ле-Манға йәшәргә килгән королева Беренгария нигеҙ һалған. Граф Мэн һарайы ныҡ үҙгәртелгән килеш һаҡланған.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Марк Дюваль (1530 (?)—1581) — гравер һәм француз рәссамы.
  • Леон Болле (1 апрель 1870 йыл — 16 декабрь 1913 йыл) уйлап табыусы һәм сәнәғәтсе. Ле-Манда стадион Болле исемен йөрөтә.
  • Себастьен Бурдэ (1979 йылдың 28 февралендә тыуған) — дүрт тапҡыр ChampCar чемпионы

Спорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ле-Ман ҡалаһы «Ле -Мандың 24 сәғәте» ярыштары арҡаһында билдәле, улар «Сарта» һәм «Бугатти» трассалары янында үткәрелә. Ҡала менән йәнәш ҙур боронғо автомобилдәр музейы эшләй. Автомобилдәрҙән тыш, 1953 йылдан Ле-Ман ҡалаһында халыҡ-ара велосипед ярыштары уҙғарыла. Француз футбол лигаһында ҡаланы «Ле-Ман» клубы күрһәтә.

Тарихи ваҡиғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1908 йылдың 8 августында Ле-Ман ипподромында ағалы-ҡустылы Райттарҙың беренсе рәсми күрһәтмә осоуы үткәрелә. Осоштар белгестәр яғынан да, шулай уҡ тамашасылар яғынан да ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, һәм Европала ағалы-ҡустылы Райттарҙың уңышына башланғыс бирә.

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]