Лонг-Бич
Лонг-Бич (ингл. Long Сау) — АҠШ-та Калифорниялағы ҡала. Лос-Анджелес окрунының көньяҡ өлөшөндә, Тымыҡ океандың яры буйында урынлашҡан, Лос-Анджелестың эшлекле үҙәгенән 30 км алыҫлыҡта ята. Көньяҡтан Лонг-Бич Ориндж округы менән сиктәш. Халҡы һаны буйынса АҠШ-та 38-се урында. Калифорнияла 6-сы урында, Лос-Анджелес округында 2-се урында тора. 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡала халҡы 492 682 кеше тәшкил иткән[12]. Сигнал-Хилл ҡалаһын тулыһынса Лонг-Бич ҡалаһы уратып алған.
Лон-Бич порты донъяла иң ҙур порттарҙың береһе[13]. Ҡалала нефть сәнәғәте үҫешкән, нефть ер аҫтында ла, диңгеҙ төбөндә лә табыла. Ҡалала төрлө предприятиелар, самолет, автомобиль запас частары, электроника һәм йорт фурнитураһын етештереү буйынса заводтар урынлашҡан.
Ҡалала Epson компанияһы бүлексәһенең штаб-фатиры урынлашҡан. Ҡаланың барлыҡҡа килеүенә юғары технологияларҙың һәм аэрокосмос сәнәғәтенең үҫеше булышлыҡ итә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лонг-Бич Лос-Анджелес үҙәгенән яҡынса 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. АҠШ-тың халыҡ иҫәбен алыу бюроһы мәғлүмәттәре буйынса ҡаланың дөйөм майҙаны 170,7 км², тәшкил итә, шуларҙың 130,5 км² ҡоро ер майҙаны, һыу өҫтө майҙаны 40 км² (23,42 % дөйөм майҙандан). Океан бухтаһында дүрт яһалма утрау урынлашҡан, улар һәләк булған астроновтарҙың исемен йөрөтә: Фриман (1964 йылда авиакатастрофала һәләк була)[14], Гриссом, Уайт һәм Чаффи — был өс астронавт 1967 йылда Аполлон-1 карабында янғын ваҡытында һәләк була[15]. Ҡалаға шулай уҡ өлөшләтә Терминал утрауы ҡарай.
Демографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда халҡы 462 257 кеше тәшкил итә.
Раса составы:
- 46,1 % — европеоид
- 13,5 % — афроамерикандар
- 12,9 % — азиаттар (4,5 % — филиппинлылар)
- 0,7 % — индеецтар
- 1,1 % — тымыҡ океан утрауҙарынан сығыусылар
- 20,3 % — башҡа расалар
- 5,3 % — ике йәки унан күберәк раса
Төрлө расалы латиноамериканлылар халыҡтың 40,8 % тәшкил итә.
Спорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лонг-Бич ҡалаһында ҡала трассаһы 1976—1983 йылдарҙа Формула-1 АҠШ-Көнбайыш Гран-при үткәреү өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ, был трассала америка уҙыштар серияһы ярыштары уҙғарыла: IndyCar (элек ChampCar), Америка Ле-Ман серияһы, Formula DRIFT һәм Formula E
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лонг-Бич түбәндәге ҡалалар менән туғандаш (2007 йылдың октябренә ҡарата)[16]:
- Баколод (ингл. Bacolod), Филиппины
- Валпараисо (исп.Valparaíso), Чили
- Гвадалахара (исп.Guadalajara), Мексика
- Измир (төр. Izmir), Төркиә[17]
- Йоккаити (япон.四日市市), Япония
- Калькутта (бенг.কলকাতা, ингл. Kolkata, һинд कोलकता), Һиндостан
- Манта (исп. Манты), Эквадор
- Момбаса (ингл. Mombasa), Кения
- Ҡалып:Флаг Камбоджи Пномпень (кхмер. ភ្នំពេញ), Камбоджа
- Сочи, Рәсәй
- Циндао (ҡыт.трад. 青岛, ябай. 青島, пиньинь: Qīngdǎo), Ҡытай
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ https://www.longbeach.gov/mayor/
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 6,0 6,1 United States Census 2010
- ↑ https://www.izmir.bel.tr/tr/KardesKentler/62
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ United States. Bureau of the Census United States Census 2010 (ингл.) // 2010 U.S. Gazetteer Files — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ E-1 Population Estimates for Cities, Counties and the State with Annual Percent Change — January 1, 2008 and 2009 . California Department of Finance (май 2009). Дата обращения: 2 май 2009. Архивировано 7 май 2009 года. 2009 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ About the Port . Дата обращения: 28 декабрь 2007. Архивировано 27 февраль 2012 года. 2012 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Биография Теодора Фримена 2007 йыл 17 август архивланған. (инг.) на сайте astronautmemorial.net
- ↑ Падший Astronauts: Book Review (инг.) сайты arlingtoncemetery.net
- ↑ Sister Cities of Long Beach . Sister Cities of Long Beach, Inc.. Дата обращения: 4 ноябрь 2010. Архивировано 27 февраль 2012 года. 2012 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ İzmir'in kardeş kentleri (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 13 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 27 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Веб-сайт города (инг.)