Лыжичко Руслана Степановна
Руслана Лыжичко Руслана Степанівна Лижичко | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
Руслана Степанівна Лижичко |
Тулы исеме |
Руслана Степановна Лыжичко |
Тыуған |
24 май 1973 йыл |
Тыуған урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы, сәйәсмән, бейеүсе, Ҡалып:Музыкаль продюсеры, дирижёр, пианист, Ҡалып:Радиола алып барыусы |
Инструменттар |
вокал, фортепиано, гитара, ҡаҡҡыс ҡоралдар, трембита |
Жанрҙар |
поп-музыка, поп-фолк |
Хеҙмәттәшлек |
T-Pain,Missy Elliott, Слави Трифонов, Горан Брегович, Варвара, |
Лейблы | |
Наградалар | |
ruslana.ua | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Руслана Степановна Лыжичко (укр. Руслана Степанівна Лижичко; 24 май 1973 йыл) — Украина йырсыһы, автор-башҡарыусы һәм продюсер. «Евровидение — 2004» йырҙар конкурсы еңеүсеһе, шуның өсөн шул уҡ йылда «Украинаның халыҡ артисы» исемен ала. Ире Александр Ксенофонтов менән берлектә «Luxen Studio» реклама-продюсерлыҡ агентлығы хужаһы. Львовтың Почетлы гражданы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Руслана Лыжичко 1973 йылдың 24 майында Львовта Нина Аркадьевна һәм Степан Иванович Лыжичколар ғаиләһендә тыуа. Әсәһе (ҡыҙ фамилияһы — Сапегина) 1950 йылдың 7 ғинуарында Екатеринбургта тыуған, 1975 йылдан Львовта Нефтехимия институтында эшләй, 1996 йылдан — Руслананың «Люксен» студияһының продюсерлыҡ агентлығында баш медиа-менеджер. Атаһы тыумышы менән Ивано-Франковск өлкәһенең Рогатин районы Пуповецки ауылынан, Нефтехимия институтында теплотехник булып эшләгән, һуңынан үҙенең фирмаһын булдыра. Ата-әсәһе 1981 йылда айырылыша. [2][3]
Руслана музыкаға әсәһе башланғысы менән өйрәнә башлай, музыка мәктәбенә йөрөй, төрлө төркөмдәрҙә, шул иҫәптән «Горизонт», «Орион» һәм «Улыбка» балалар ансамблендә йырлай. Львовтың 52-се мәктәбенән һуң 1995 йылда Львов консерваторияһын дирижер һәм пианист һөнәрҙәре буйынса тамамлай.
Руслананың Анна исемле апаһы бар.
Карьера башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карьераһын 1996 йылдағы «Славян базары» фестивале еңеүсеһе булараҡ башлай. Шул уҡ йылда Украинала «Йыл йырсыһы», шул уҡ ваҡытта «Дзвінкий Вітер» клипы менән «Иң яҡшы видео» номинацияларына индерелә. Ошо уҡ ваҡытта Александр Ксенофонтов уның продюсеры һәм йырҙарының авторы булып китә. 1995 йылдың 28 декабрендә Руслана уға кейәүгә сыға.
1997 йылда «Руслана Раштыуа менән» проекты өҫтөндә эшләй башлай — Львовтан беренсе Раштыуа телепрограммаһы.
1998 йылда тәнҡитселәрҙән яҡшы баһалар алған «Дзвінкий Вітер» исемле беренсе альбомы донъя күрә. «Світанок» йыры «Золотая Жар — птица 98» призын «Йылдың иң яҡшы йыры» номинацияһында алды.
Европалағы уңышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы сығышы менән Көнбайыш Украинанан, уның ата-бабалары гуцулдар (украиндарҙың этник төркөмө) булған. Руслана гуцул көйҙәрен, трембита һәм башҡа халыҡ ҡоралдарының тауыштарын заманса бейеү яңғырашы менән берлектә үҙенең аранжировкаларында ҡуллана башлай.
2003 йылда «Дикі Танці» исемле альбомы сыға һәм ул украин тарихында тәүге һәм берҙән — бер 5 тапҡыр платинлы альбом булып ҡала, уның дөйөм тиражы 0,5 миллион дана. 2004 йылдың көҙөндә күп кенә Европа илдәрендә һатыуға сығарылған «Wild Dances» альбомының инглиз телендәге версияһы сыға. Румынияла Руслан «Иң яҡшы сит ил альбомы» өсөн 2004 йылда бүләк ала, ә Венгрия уны ошондай уҡ премияға номинациялай, әммә Lordi алға сыға.
«Евровидение — 2004» конкурсында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылда Руслана «Wild Dances» композицияһы менән Истанбулда үткән «Евровидение» йыр конкурсында ҡатнашты[4]. Руслана Евровидение-2004 конкурсының полуфиналында 2-се урын алды, ә 2004 йылдың 16 майында финалда 280 очко йыйып беренсе урын яуланы. Швейцариянан тыш бөтә илдәр ҙә Руслана өсөн тауыш бирҙеләр.
Евровидение еңеүсеһе булараҡ, Руслана 2005 йылда «Heart on Fire» йыры менән конкурсты асты, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡ хоҡғында «The Same Star» йырын башҡарҙы.
Шулай уҡ 2006 йылда «Wild Dances» йыры немец телевидениеһында «Евровидениеның иң яҡшы йыры» тип табылды.
2008 йылда Руслана беренсе мәртәбә конкурста ҡатнашҡан Әзербайжанда милли һайланышты асты.
«Wild Energy»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда йырсы «Амазонка» альбомын сығарҙы.
Шулай уҡ сәйәси эшмәкәрлектә лә күренеп ҡала: Руслана Виктор Ющенконың һайлау алды кампанияһында ҡатнаша, 2006 йылда йырсы «Беҙҙең Украина» партияһынан Украинаның Юғары Радаһына һайлана, әммә һуңыраҡ мандаттан баш тарта. Бынан тыш, йырсы Львов өлкәһендә Украина президенты кандидаты Юлия Тимошенконың ышаныслы вәкилә була. Шулай уҡ Руслана Киевта Евромайҙанды яҡлай, уның әүҙем ҡатнашыусыһы була.
«Ил тауышы»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың май айында «1+1» украин каналында «Ил тауышы» («Голос Країни») музыкаль шоу — проектында йондоҙло тренер сифатында ҡатнаша. 22-се май көнө проекттың башланған көнө, Руслана Диана Арбенина, Стас Пьеха һәм Александр Пономарев менән берлектә һәр кем үҙ командаһына профессионал вокалистар араһынан 14 кеше һайлап ала. Проекттың «фишкаһы» — ҡатнашыусыларҙы үҙҙәрен күрмәйенсә һайлау, сөнки тренерҙар махсус креслаларҙа сәхнәгә арты менән ултыралар.
Саундтректар яҙҙырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдың 29 апрелендә Grand Theft Auto IV (Microsoft Xbox 360 һәм Sony PlayStation 3, ПК-версияһы 3 декабрьҙә сыға) уйыны донъя күрә, унда Руслана радиостанцияларҙың береһендә — (Vladivostok FM) — диджей була. Шулай уҡ уйында «Дикие танцы» йырының украин версияһы күрһәтелә.
Дискографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альбомдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1998 — Миг весны. Звонкий ветер (укр.)баш.
- 1999 — Последнее рождество 90-х (укр.)баш.
- 2003 — Добрый Вечер Тебе… (укр.)баш.
- 2003 — Дикие Танцы (укр.)баш.
- 2004 — Wild Dances
- 2008 — Амазонка (укр.)баш.
- 2008 — Wild Energy (укр.)баш.
- 2012 — Мій Брат! (в первом издании "Ей-форі-Я") (инг.)баш.
Ремикстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыйынтыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеоклиптар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һин (Tи) (1998)
- Яҙ мәле (Мить весни) (1998)
- Таң (Світанок) (1998)
- Һеҙҙең төшөгөҙгә лә инмәгән (Вам і не снилось) (1998)
- Принцесса тураһында баллада (Балада про принцесу) (1998)
- Бишек йыры (Колискова) (1998)
- Диско менән хушлашыу (Прощання з диско) (2001)
- Беләм мин (Знаю я) (2001)
- Хәйерле кис һиңә (Добрий вечір тобі) (2002)
- Коломийка (2003)
- Эй, уйнарбыҙ ҙа (Ой, заграй ми) (2003)
- Ҡырағай бейеүҙәр (Дикі танці) (2004)
- Wild Dances (2004)
- Dance with the Wolves (2004)
- Ring Dance with the Wolves (2005)
- Wind song (2005)
- Йөрәк ритмында (В ритмі серця) (2005)
- Беҙ беренсе булабыҙ (Ми будем перші) (New energy generation)(2005)
- Әйт миңә (Скажи мені) (2005)
- The Same Star (2005)
- Ҡырағай энергия (Дика енергія) (2006)
- Хыялдар ауазы (Відлуння мрій) [Ukr. version of «Moon of Dreams»] (2008)
- Moon of Dreams (feat. T-Pain) (2008)
- Утмы, боҙмо (Вогонь чи лід) (Все не те…) (2008)
- Ҡырағай фәрештә (Дикий ангел) [Ukr. Version of «Silent Angel»] (2008)
- Silent Angel (2008)
- Wow [Ukr. Version of «I’m so amazing»](2011)
- I’m so amazing (2011)
- Шалала (2011)
- Әйҙә, уйна (Давай, грай!) (2012)
- Минең ағайым (Мій брат) (2012)
- Был - эйфория! (Це — Ей-форі-Я)! (2012)
- Рахманинов (Рахманінов) (2013)
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ющенконан Тимошенкоға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылдағы Ерән революция осоронда Руслана Украина президентына кандидат булған Виктор Ющенконы әүҙем яҡлай[5]. Үҙенең ҡарарын ул, Виктор Ющенко халыҡты ойошторорға тырыша, тип аңлата[6].
2004 йылдың май айынан 2005 йылдың февраленә тиклем Руслана Степановна — Украина Премьер-министры Виктор Януковичтың советнигы (йәмәғәтселек башланғысында). Вазифаға тәғәйенләнгән саҡта ул үҙе сәйәсәт менән шөғөлләнергә ниәте юҡлығы тураһында, үҙен тик музыкала күреүен белдерә[6].
2006 йылдың март айынан Руслана «Беҙҙең Украина» блогынан Юғары Раданың депутаты була. Тимошенконың һайлау алды кампанияһында ул Ющенконы һәм уның командаһын тәнҡит утында тотмауҙарын үтенә, коалиция булдырыу яҡлы була. Бер аҙҙан үҙ теләге менән депутат мандатынан баш тарта.
2010 йылдағы Украинала үткән Президент һайлауҙарында ул Юлия Тимошенко өсөн бик әүҙем сығыш яһай һәм Львов өлкәһендә уның ышаныслы вәкиле була, ТИО № 120[7][8][9].
Евромайҙан һәм унан һуңғы ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың аҙағында — 2014 йылдың башында Евромайҙанда ризаһыҙлыҡ белдергәндәрҙе яҡлап әүҙем сығыш яһай. Нәҡ 2013 йылдың 30 ноябрендә Евромайҙан митингы арҡаһында ул тауышын юғалта һәм Балалар Евровидениеһында үҙенең музыкаль — бейеү хоры менән сығыш яһай алмай. 2013 йылдың декабрендә «Майҙан» халыҡ берләшмәһе президиум һайлай, бер ай дауамында уның координаторы йырсы Руслана Лыжичко була[10]. Ғинуар аҙағында ул уны үлтерергә әҙерлек барыуы тураһында белдерә[11]. «Майҙан» халыҡ берләшмәһе Советының рәйестәше булыуҙан баш тарта, был урында сәйәсмән булырға тейешлеге тураһында белдерә[12].
2013 йылдың 5 декабрь көнө, «әгәр ҙә үҙгәрештәр хәл ителмәһә», ул үҙен Евромайҙанда яндырырға ант итә[13].
Украинала ҡаты сәйәси кризис осоронда, 2014 йылдың 31 ғинуарында АҠШ-тың дәүләт секретаре Джон Керри украин оппозицияһы лидерҙары — «Український Демократичний Альянс за Реформи» сәйәси партияның етәксеһе Арсений Яценюк, (рос. «Украинский демократический альянс за реформы»), Украинаның халыҡ депутаты Виталий Кличко һәм Руслан Ложечко менән Мюнхенда осрашыуы тураһында билдәле булды.
РФ вице-премьеры Дмитрий Рогозин Твиттерҙа был осрашыуҙы «цирк» тип атаны һәм осрашыуға тағы ла Верка Сердючканы саҡырырға тәҡдим итте[14][15][16]. 2014 йылдың 1 февралендә Руслана Лыжичко АҠШ-тың дәүләт секретаре Джон Керри һәм оппозиция лидерҙары А Яценко, П. Порошенко һәм В. Кличко менән ҡатнашты[17]. 2014 йылдың ғинуарында Киевта тәртип һаҡлаусылар менән бәрелештә йәш ағыҙа торған газдан зыян күрә. «Бик ныҡ баш ауырта һәм хәл торошо насар», — тип яҙҙы ул үҙенең Facebookтағы битендә[18].
Руслананың кандидатураһы яңы Украина хөкүмәте ойошторолған саҡта күҙ уңында тотолдо[19]. Әммә ул хөкүмәткә инеүҙән баш тартты, «Майҙан волонтеры» булып ҡалыу теләге тураһында белдерҙе[20][21]. Украинала власть алмашынғандан һәм Виктор Янукович ситләтелгәндән һуң Руслана люстрация үткәрергә һәм Халыҡ Ышанысы Хакимиәте булдырыуға өндәне[22].
Руслана Лыжичко «Бөркөт» махсус тәғәйенләнгән милиция бүлексәһенең тарҡатылыуына тос өлөш индерҙе. 2014 йылдың 12 мартында Киев административ округ суды уның Украина Эске эштәр Министрлығының 2004 йылдың 18 майындағы 529 -сы һанлы «„Бөркөт“ махсус тәғәйенләнгән милиция бүлексәһе тураһында Положениены раҫлау» һәм Украина Эске эштәр Министрлығының 2013 йылдың 24 октябрендә 1011 -се һанлы «Бөркөт» йәмғиәт хәүеһеҙлеге махсус тәғәйенләнгән милиция бүлексәһе тураһында Положениены раҫлау" приказдарын яраҡһыҙ тип танылыу тураһында дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Шулай итеп, суд «Бөркөт» махсус бүлексәһен законһыҙ формирование тип таныны[23].
2014 йылдың март аҙағында Руслана яңы украин хакимиәтен тәнҡитләп сығыш яһай. Ул хәҙерге украина хакимиәтенә «проблемалар» булдырырға вәғәҙә итә , әгәр хакимиәт «майҙанды ишетмәһә». Уның фекеренсә, премьер-министр Яценюк һәм президенттың ваҡытлыса вазифа бурыстарын башҡарыусыһы Турчинов халыҡ менән аралашмайҙар һәм уларҙың талаптарын ишетмәйҙәр[24]. Ул, хәрбиҙәрҙең һәм сәйәсмәндәрҙең ғәмһеҙлеге арҡаһында Украина «Крымды Рәсәйгә бүләк итте», тип һанай[25].
Батырлығы, бирешмәүсәнлеге һәм Майҙанда милли мәнфәғәттәрҙе яҡлағаны өсөн Львов депутаттары Русланаға Украины Геройы исемен биреү тураһында үтенеү тураһында ҡарар сығаралар[26].
2014 йылдың 1 сентябрендә Руслана Украинаның көнсығышында утты туҡтатыуҙы һәм баш күтәреүселәр менән һөйләшеүҙәр башларға өндәне, шул уҡ ваҡытта ул Путинды «Украинаның берҙән — бер реаль дошманы» тип белдерҙе[27].
- Украинаның халыҡ артисткаһы.
- «Интеллектуаль батырлығы өсөн» ордены (2014) — ОМОН -ға ҡаршы ҡыйыулығы, волонтер эшмәкәрлеге һәм милицияла күп сәғәтлек һорау алыуҙары өсөн[28].
- Василий Стус исемендәге премия (2014) — Евромайҙанда күрһәткән актив гражданлыҡ позицияһы өсөн[29].
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Украин фантастары Марина һәм Сергей Дяченко Русланаға «Дикая Энергия. Лана» романын бағышланылар (Руслана романдың төп геройының прототибы).
- Руслана бөтә кеше алдында, Украинала бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмаһа, Евромайҙанда үҙен яндырырға вәғәҙә итте.
- Йырсы «Forbes» журналы версияһы буйынса 2013 йылда ун иң популяр ҡатын-ҡыҙҙарҙың араһына инде. Был уның Евромайҙандағы сығыштары менән бәйле.
- Руслана һүҙҙәре буйынса, ул бала саҡтан өйҙә бер үҙе ҡалырға ҡурҡа: «Ата-әсәйем мине бер үҙемде ҡалдырып ҡайҙалыр киткәнен бик яратмай инем. Айырыуса кистәрен ҡурҡыныс була торғайны, ҡараңғы төшкәс. Әле лә был ҡурҡыу үтмәгән, инде ҙурайһам да. Хәҙер беҙ тормош иптәшем менән ҙур шәхси өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ, Саша командировкаларға китә, мин бик насар йоҡлайым, ғәҙәттә кисен берәй фильм ҡарайым һәм йоҡлап китергә тырышам, тик тынлыҡ булмаһын. Саша былай ғына һуңлап китһә, уны ут яндырған көйө көтәм».
- Руслана GTA 4 — ла Vladivostok FM радиостанцияһында — DJ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Во Львове певица Руслана стала почетным гражданином города
- ↑ Руслана Лыжичко пошла в бабушку . Gazeta.ua. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Мама Русланы: Дочка с зятем обожают мои котлетки! — БЛИК .
- ↑ Новости за май 2004 года, связанные с проведением Конкурса Песни Евровидение 2004. Архивировано 30 октябрь 2007 года. 2007 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Руслана Лыжичко — Энциклопедия звезд — LADY.tsn.ua
- ↑ 6,0 6,1 Руслана изменила мнение о Януковиче и поддержала Ющенко | Украинская правда
- ↑ Доверенные лица кандидата в Президенты Юлии Тимошенко — Юлия Тимошенко. 2014 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Тимошенко отозвала певцов из должностей доверенных лиц
- ↑ Доступ ограничен
- ↑ «Икону» Евромайдана пригласили на заседание в Брюссель — Росбалт.
- ↑ Певица Руслана боится покушения на свою жизнь — Росбалт.
- ↑ Руслана Лыжичко отказывается от должности в НО «Майдан» | Новости Киева 2014 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Евромайдан — Руслана — Руслана поклялась сжечь себя на Евромайдане, «если не произойдут изменения», однако позже на своем блоге в Facebook сообщила, что сказанные ею слова не стоит воспринимать всерьез. — Светские новости — гламур на 1+1 — ТСН.ua 2016 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ Госсекретарь США встретится с Кличко и Русланой, в РФ предложили позвать ещё и Сердючку — Политика — Главред
- ↑ Российский политик поиздевался над Кличко
- ↑ Dmitry Rogozin (Rogozin) в Твиттере
- ↑ BBC News: «Ukraine unrest: EU and US clash with Russia in Munich»
- ↑ Певица Руслана пострадала во время столкновений под Святошинским РУВД — Korrespondent.net
- ↑ Певицу Руслану намерены ввести в состав нового правительства — Политика — zn.ua
- ↑ Руслана отказалась входить в Кабмин — Певица не отвечает критериям Майдана.
- ↑ Руслана отказалась войти в состав нового правительства
- ↑ Певица Руслана: При создании правительства пора вспомнить слово «люстрация» — Росбалт.
- ↑ Суд признал спецподразделение «Беркут» незаконным формированием, Информационный портал «Fakty.ictv.ua» (12 март 2014). 2 апрель 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Руслана обвинила власть в том, что она «не слышит Майдан» и «подарила» Крым Путину — Политика — ТСН.ua
- ↑ Руслана обвинила власть в том, что она «не слышит Майдан» и «подарила» Крым Путину. 2014 йыл 25 март архивланған.
- ↑ На Львовщине депутаты хотят чтобы Руслана Лыжичко стала Героем Украины 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Руслана Лыжичко призвала остановить огонь на Донбассе | Культура | Вести
- ↑ Певица Руслана попала в десятку самых влиятельных женщин мира — Росбалт.
- ↑ За активность на Евромайдане Руслану наградили премией имени Стуса — Росбалт.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ruslana.ua — Русланы рәсми сайты
- Официальный международный фан-клуб . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- RuslanaTV . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- Знаменитости Украины. Лыжичко Руслана . Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 20 ноябрь архивланған.
- YouTube сайтында Выступление на конкурсе «Евровидение 2004»
- Ҡалып:LastfmLast.fm
- Руслана: «Несмотря ни на что, я все равно остаюсь настоящей украинкой!» «Кругозор плюс!». Архивировано 27 декабрь 2012 года.
- Ҡалып:Myspace(англ.)Ҡалып:MyspaceMyspace
- http://muzznews.org/2014/01/samye-populyarnye-jenshiny-2013-goda/